Эстәлеккә күсергә

Моталов Ғәйнетдин Хәйретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гайнетдин Муталов битенән йүнәлтелде)
Ғәйнетдин Моталов
Төп мәғлүмәт
Исеме

Моталов Ғәйнетдин Хәйретдин улы

Тыуған

18 декабрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Йәнтеш ауылы[1]

Үлгән

21 июнь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (81 йәш)

Үлгән урыны

Өфө

Ил

СССР, Россия

Һөнәрҙәре

дирижёр

Коллективтар

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалар
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Хата: рәсем асылмай йәки юҡ.

Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Моталов Ғәйнетдин Хәйретдин улы (18 декабрь 1929 йыл — 21 июнь 2011 йыл) — беренсе башҡорт дирижёры. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1963) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары кавалеры.

Ғәйнетдин Хәйретдин улы Моталов 1929 йылдың 18 декабрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны[1] Йәнтеш ауылында тыуған. Мәктәптең 8 класын тамамлағас, 1945 йылда Свердловск музыка училищеһына торба класына уҡырға китә, шунан флейта класына (педагог — Урал консерваторияһы профессоры Николай Романович Бакалейников) инә. Училищены тамамламай Өфөгә юллана һәм Совет Армияһы тәрбиәләнеүселәре музыка мәктәбенә ҡабул ителә. Бер ыңғайҙан эшсе йәштәр мәктәбенең IX класына ла инә. Йыл ярымда беренсе-икенсе музыка һәм дөйөм белем биреү мәктәбенең IX—X кластарын тамамлай.

1952 йылда Мәскәү Хәрби дирижёрҙар институтын (Г. А. Столяров класы) бөтөрә һәм ике йыл СССР Ҡораллы Көстәренең Өфөләге музыка тәрбиәләнеүселәре мәктәбендә уҡыта.

Артабанғы эш урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәйнетдин Моталов репертуарында 80-ләп спектакль, улар араһында — Дж. Пуччиниҙың «Богема», «Чио-Чио-сан», Н. А. Римский-Корсаковтың «Салтан батша тураһында әкиәт», Ю. С. Мейтустың «Йәш гвардия» опералары; А.Адандың «Жизель», Л.Минкустың «Дон Кихот», И.Штраустың «Зәңгәр Дунай», Д. Д. Шостаковичтың «Туташ һәм хулиган» балеттары һ. б. Иоһанн Штраус музыкаһына яҙылған «Зәңгәр Дунай» балетына ғына ла ул 301 тапҡыр дирижёрлыҡ итә.

Ғәйнетдин Моталов башҡорт композиторҙары операларының тәүге постановкаларына — Заһир Исмәғилевтең «Салауат Юлаев», «Ағиҙел тулҡындары» операларына, «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһына, Рәүеф Мортазиндың «Дауыл», Хөсәйен Әхмәтовтың «Замандаштар» (2-се редакция) операларына, Шамил Ҡолбарисовтың «Бер ҡабынһа ғишыҡ уты» опереттаһына, Заимов Халиҡ Шакир улы менән А. Г. Чугаевтың «Ай тотолған төндә», «Ҡара йөҙҙәр», Л.Степанов — Заһир Исмәғилевтең «Сыңрау торна» (3-сө редакция) балеттарына дирижёрлыҡ итә.

Ғ. Х. Моталов ССР Союзының Симфоник оркестры менән сығыш яһай, Бөтә Рәсәй драма, музыкаль һәм балалар театрҙары смотрының Республика премьера спектаклдәре конкурсы, В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған музыкаль театрҙар фестивале дипломанты була.

Ғаиләһе: ике тапҡыр өйләнә, беренсе ҡатынынан (Вәлиҙә) ике балаһы бар; икенсе ҡатыны — Инна Евгеньевна Русакова, Урал консерваторияһын тамамлаған, уларҙың өс балаһы тыуа. Алты ейәне бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955);
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1963);
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1967);
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969);
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1980).
  • Хәйруллин Р. Тылсымлы таяҡ оҫтаhы //Ағиҙел, 1968, № 3.