Моталов Ғәйнетдин Хәйретдин улы
Ғәйнетдин Моталов | |||||
Төп мәғлүмәт | |||||
---|---|---|---|---|---|
Исеме |
Моталов Ғәйнетдин Хәйретдин улы | ||||
Тыуған | |||||
Тыуған урыны | |||||
Үлгән | |||||
Үлгән урыны | |||||
Ил |
СССР, Россия | ||||
Һөнәрҙәре |
дирижёр | ||||
Коллективтар | |||||
Наградалар |
| ||||
Моталов Ғәйнетдин Хәйретдин улы (18 декабрь 1929 йыл — 21 июнь 2011 йыл) — беренсе башҡорт дирижёры. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1963) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәйнетдин Хәйретдин улы Моталов 1929 йылдың 18 декабрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны[1] Йәнтеш ауылында тыуған. Мәктәптең 8 класын тамамлағас, 1945 йылда Свердловск музыка училищеһына торба класына уҡырға китә, шунан флейта класына (педагог — Урал консерваторияһы профессоры Николай Романович Бакалейников) инә. Училищены тамамламай Өфөгә юллана һәм Совет Армияһы тәрбиәләнеүселәре музыка мәктәбенә ҡабул ителә. Бер ыңғайҙан эшсе йәштәр мәктәбенең IX класына ла инә. Йыл ярымда беренсе-икенсе музыка һәм дөйөм белем биреү мәктәбенең IX—X кластарын тамамлай.
1952 йылда Мәскәү Хәрби дирижёрҙар институтын (Г. А. Столяров класы) бөтөрә һәм ике йыл СССР Ҡораллы Көстәренең Өфөләге музыка тәрбиәләнеүселәре мәктәбендә уҡыта.
Артабанғы эш урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1954—1989 йылдарҙа һәм 1993 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижёры;
- 1973—1980 йылдар — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижёры;
- 1970—2003 йылдар — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында опера әҙерлеге кафедраһында уҡытыусы;
Ғәйнетдин Моталов репертуарында 80-ләп спектакль, улар араһында — Дж. Пуччиниҙың «Богема», «Чио-Чио-сан», Н. А. Римский-Корсаковтың «Салтан батша тураһында әкиәт», Ю. С. Мейтустың «Йәш гвардия» опералары; А.Адандың «Жизель», Л.Минкустың «Дон Кихот», И.Штраустың «Зәңгәр Дунай», Д. Д. Шостаковичтың «Туташ һәм хулиган» балеттары һ. б. Иоһанн Штраус музыкаһына яҙылған «Зәңгәр Дунай» балетына ғына ла ул 301 тапҡыр дирижёрлыҡ итә.
Ғәйнетдин Моталов башҡорт композиторҙары операларының тәүге постановкаларына — Заһир Исмәғилевтең «Салауат Юлаев», «Ағиҙел тулҡындары» операларына, «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһына, Рәүеф Мортазиндың «Дауыл», Хөсәйен Әхмәтовтың «Замандаштар» (2-се редакция) операларына, Шамил Ҡолбарисовтың «Бер ҡабынһа ғишыҡ уты» опереттаһына, Заимов Халиҡ Шакир улы менән А. Г. Чугаевтың «Ай тотолған төндә», «Ҡара йөҙҙәр», Л.Степанов — Заһир Исмәғилевтең «Сыңрау торна» (3-сө редакция) балеттарына дирижёрлыҡ итә.
Ғ. Х. Моталов ССР Союзының Симфоник оркестры менән сығыш яһай, Бөтә Рәсәй драма, музыкаль һәм балалар театрҙары смотрының Республика премьера спектаклдәре конкурсы, В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған музыкаль театрҙар фестивале дипломанты була.
Өҫтәлмә мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғаиләһе: ике тапҡыр өйләнә, беренсе ҡатынынан (Вәлиҙә) ике балаһы бар; икенсе ҡатыны — Инна Евгеньевна Русакова, Урал консерваторияһын тамамлаған, уларҙың өс балаһы тыуа. Алты ейәне бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1963);
- «Почёт Билдәһе» ордены (1967);
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969);
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1980).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәйруллин Р. Тылсымлы таяҡ оҫтаhы //Ағиҙел, 1968, № 3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Галимова Г. Л. Муталов Гайнетдин Хайретдинович. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 418. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- Моталов Ғәйнетдин Хәйретдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Жиленко Н. Большой вальс Гайнетдина Муталова // Ватандаш : журнал.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Хәйбулла районында тыуғандар
- 18 декабрҙә тыуғандар
- 1929 йылда тыуғандар
- 21 июндә вафат булғандар
- 2011 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артистары
- Алфавит буйынса музыканттар
- Алфавит буйынса дирижёрҙар
- Башҡортостан дирижёрҙары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
- Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары