Эстәлеккә күсергә

Осташевская Галина Андреевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Галина Андреевна Осташевская битенән йүнәлтелде)
Осташевская Галина Андреевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 29 декабрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Волочиск[d], Проскуровский округ[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 13 июнь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (92 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө медсестра, яҙыусы, журналист
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Осташевская Галина Андреевна Викимилектә

Осташевская Галина Андреевна (29 декабрь 1925 йыл13 июнь 2018 йыл) — шәфҡәт туташы, журналист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980), СССР ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән наградланыусы берҙән-бер республика журналисы.

Галина Андреевна Осташевская 1925 йылдың (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1923 йылдың[1][2] 29 декабрендә Украинаның Хмельницкий өлкәһендә тыуған.

Туғыҙ класс һәм мәктәптәге шәфҡәт туташтары курсы белеме менән фронтҡа эләгә, разведкаға йөрөй, яу яланынан яралыларҙы алып сыға һәм уларға тәүге ярҙам күрһәтеп, медсанбатҡа оҙата.

Танк частарында Украинаны, Карпат аръяғын, Польшаны, Венгрияны, Австрияны, Германияны азат итеүҙә, Берлинды штурмлауҙа ҡатнаша[3].

Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағандан һуң, йүнәлтмә буйынса Башҡортостанға ебәрелә[3]. Хәҙерге «Китап» нәшриәтендә эшләй.

Галина Андреевна Осташевская 2018 йылдың 13 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1942)[5].
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[5][2];
  • «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы[5];
  • «Германияны еңгән өсөн»[5];
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены[5].
  • Беренсе Украина фронты командующийы Советтар Союзы Маршалы Иван Коневтың Рәхмәт хаты[3].
  • СССР ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән наградланыусы берҙән-бер республика журналисы[3].
  • «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» (1980)[6].
  • «Шла на фронт девчонка…» автобиографик китабы[7].
  • «Долгий путь к победе», 2010[8].