Эстәлеккә күсергә

Гельблу Яков Иосифович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гельблу Яков Иосифович
Тыуған көнө

4 сентябрь 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны

Каменец-Подольск губернаһы, Ладыжино ауылы (Украина)[1]

Вафат көнө

2007({{padleft:2007|4|0}})

Вафат урыны

Башҡорт АССР-ы, Өфө

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыРәсәй флагы

Ғилми даирәһе

лингвистика

Эшләгән урыны

Одесса немец институты, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт педагогия институты (хәҙерге М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты)

Альма-матер

Харьков сит телдәр институты,1936 (Умань,1932-1934)

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

доцент

Ғилми етәксеһе

М.Я.Калинович

Уҡыусылары

Е.И.Гутрова, Е.Д.Смирнова, А.Н.Антышев, Р.И.Виноградова,Р.З.Мурясов,А.П.Майоров

Ниндәй өлкәлә танылған

филолог

Награда һәм премиялары
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1943 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 19451-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1945
Башҡорт АССР-ы
атҡаҙанған уҡытыусыһы

Гельблу Яков Иосифович (4 сентябрь 1911 йыл — 2007 йыл) — ғалим-тел белгесе-германист, яҙыусы, крайҙы өйрәнеүсе, коллекционер-филателист. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, хәрби тәржемәсе. 1952 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, немец теле кафедраһы мөдире, 1957 йылдан Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультеты деканы, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ике I дәрәжә Ватан һуғышы(1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.

Гельблу Яков Иосифович

Украинала, Каменец-Подольск губернаһының Ладыжино ауылында 1911 йылда тыуған. Атаһы Иосиф Гельблу 1914—1916 йылдарҙа һуғышта була. Ул һуғыштан ҡайтҡас, ғаилә Винница ҡалаһына күсә. Яков Гельблуның бала сағы ошо ҡалала үтә. Мәктәптә уҡығанда уҡ ул почта маркаларын йыя башлай,һуғыш ваҡытында беренсе коллекцияһы янып юҡҡа сыҡһа ла, был шөғөлөнә ғүмер буйы тоғро ҡала[2].

Мәктәптән һуң Умань ҡалаһындағы ауыл хужалығы политехникумына агрономлыҡҡа уҡырға инә. Ул икенсе курста уҡығанда был техникум нигеҙендә сит телдәр институты ойошторола . Яков икенсе һөнәргә уҡый башлай.

1934 йылда институт Харьковҡа күсә һәм Яков Гельблу 1936 йылда ошо институтты тамамлай. Йүнәлтмә буйынса Одесса немец педагогия институтына эшкә бара. Бында башлыса Украинаның көньяғында йәшәгән немец колонистарының балалары уҡыған. Яратҡан уҡытыусыһы М.Калинович кәңәше буйынса аспирантураға уҡырға инә.

1939 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла, хәрби тәржемәсе булып хеҙмәт итә. Фин һуғышында, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Хәрби хеҙмәттәре өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Немец теленең 7 диалектында һөйләшә, идиш, украин, поляк телдәрен белә.

1947 йыға тиклем Яков Иосифович Көнсығыш Германияла хеҙмәт итә. Әсәһе Рахиль менән һеңлеһе Мирра уны Киевта көтә. Йәшәргә торлаҡтары булмай.

1952 йылда Я.Гельблу бик ауырлыҡ менән армиянан демобилизациялана. Бик күптәнге хыялына ынтыла — фән менән шөғөлләнә башларға теләй. Һеңлеһе йәшәгән Өфө ҡалаһында Тимирязев исемендәге педагогия институтында өлкән преподаватель булып эш башлай.

19 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Башҡортостан өсөн ифрат кәрәкле сит телдәр буйынса белгестәр әҙерләүгә күп көс һала. Яков Гельблу немец теле кафедраһы мөдире була. Сит телдәр факультеты студенттары өсөн «Geschriebenes Deutsch» исемле дәреслек яҙа.

1957 йылда пединститут Башҡорт дәүләт университеты итеп үҙгәртелә. Яков Гельблу сит телдәр факультеты деканы итеп тәғәйенләнә. Факультетты яҡшы әҙерлекле белгестәр менән тәъмин итеүгә тос өлөш индерә.

1967 йылда Башҡорт АССР-ы халыҡ мәғарифы министры Фатима Мостафина башланғысы менән Башҡорт дәүләт педагогия институты ойошторола. Башҡорт дәүләт университетынан бер төркөм преподаватель яңы асылған институтҡа эшкә күсергә ризалыҡ бирә.

1960—1970 йылдар башында Яков Гельблу сит телдәр факультетында немец теле кафедраһы мөдире, иң ауыр фәндәрҙән һаналған герман телдәре тарихын (история языка), лексикологияны уҡыта.

Я.Гельблу тырыш уҡыусыларҙы күрә белә, уларҙың һәләтен үҫтереүгә юл аса. Башҡортостан Республикаһының мәктәптәрендә, бөтә юғары уҡыу йорттарында оҙаҡ йылдар инде Яков Гельблуҙың элекке студенттары эшләй. Уҡытыусылары өлгөһөндә улар тырыш һәм талапсан, башҡарған эштәренә яуаплы ҡараусы уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәр.

Атаһы — Иосиф Гельблу, әсәһе — Рахиль Гельблу, ҡустыһы — Ефим, һеңлеһе — Мирра.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атаһы эвакуацияланып өлгөрмәй. Винницала йәшәгән барлыҡ еврей халҡы менән фашистар ҡулынан һәләк була.

Әсәһе Рахиль улы Ефим менән Силәбе өлкәһенә эвакуациялана. Ефим армияға алына, фронтҡа юлланған еренән барыһы менән дә бәхилләшеп хат яҙа, шунан башҡа унан хәбәр булмай.

Һеңлеһе Мирра 1951 йылда Урта Азияла элемтә техникумын тамамлай. Юлланма буйынса Өфөгә эшкә килә. Һуғыш ваҡытында Өфө Главпочтамтында Европалағы иң көслө РВ-1 Коминтерн радиоһы эшләй (тапшырыуҙар «Мәскәү һөйләй», тип башлана), тапшырыуҙар һуғыштан һуң да дауам итә. Мирра ошонда эшләй, Һуғыштан һуң ағаһы менән ғүмеренең аҙағынаса Өфөлә йәшәй.

Ҡыҙыҡһыныу өлкәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яков Гельблу- Башҡортостанда киң билдәле филателист була, 1970 йылдан башлап, оҙаҡ ваҡыт республика филателистар ойошмаһын етәкләй. Һуңынан ғүмере буйы йыйған коллекцияһын(7000 конверт) Өфөләге «Башинформсвязь» ААЙ элемтә музейына бүләк итә.

Коллекционерҙар СССР-ҙа Өфө һәм Башҡортостанға арналған конверттарҙың күбеһе Яков Гельблу юллауы буйынса сығарылғанын белә. СССР-ҙа «Башҡорттар» тигән беренсе марка 1933 йылда «СССР халыҡтары» серияһында сыға. Һүрәт менән биҙәлгән конверттар 1957 йылдан башлап сығарыла башлай. 1972 йылдан СССР-ҙағы бөтә һүрәт менән биҙәлгән (художественно-маркированные) конверттар Пермь ҡалаһындағы Гознак фабрикаһында сығарыла. Яков Гельблу Пермдәге танышы аша Пермдә сыҡҡан бөтә яңы конверттарҙы ла йыйып бара. Өфө, Башҡортостан тураһындағы темалы конверттар сығартыу ғалимдең тормош юлында ҡалдырған тағы бер матур эҙе булып тора.

Художественный маркированный конверт (ХМК) СССР (1975): Город Ишимбай. Памятник первооткрывателям башкирской нефти

Энтузиаст- коллекционер, Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүсе, Я. Г. Гельблу Советтар Союзы Геройҙары В.Артамонов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин портреттары төшкән конверттар сығартыуҙы юллай.

Яков Иосифович тырышлығы менән Башҡортостан тураһында күп кенә сюжет — Павловка ГЭС-ы, Ишембайҙағы Беренсе нефть ятҡылығын асыусыларға ҡуйылған һәйкәл, Өфөнөң 400 йыллығына арналған (1974,биш төрлө сюжет) конверт тыштарында сыға. Тик почта маркаларын сығартыуға өлгәшеп булмай.

Өфө филателисы Вяеслав Березин хәтерләүенсә,Я. И. Гельблу башланғысы менән почта Советтар Союзы Геройы, легендар совет разведчигы Рихард Зорге портреты төшөрөлгән конверт сығарта. Гельблу төрлө инстанцияларҙа йөрөп, Өфөләге бер яңы урамға Рихард Зорге исемен биреүҙе юллай. Бер аҙҙан почта Рихард Зорге портреты төшкән марка ла сығарта.

Яков Гельблу Америка индеецтарының телдәре менән ҡыҙыҡһына, уларҙың лексикаһын герман һәм төрки телдәр лексикаһы менән сағыштырып, өйрәнә башлай. Ошо эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе булып, ғалимдар араһында бәхәстәр тыуҙырған «Боронғо төркиҙәр һәм герман ырыуҙары: онотолған ғилем эҙенән (тарихи -лингвистик анализ)», «Инкалар һәм герман ырыуҙары» исемле китаптары тора[3].

  • Гельблу, Яков Иосифович. Пособие по письменной речи [Текст] : Для студентов пед. ин-тов / Я. И. Гельблу, И. П. Шишкина. — [Ленинград] : [Учпедгиз. Ленингр. отд-ние], [1961]. — 144 с.; 23 см.
  • Инки: лингво-исторический анализ, Том 1. Автор Яков Иосифович Гельблу. Издатель Башкирский гос. педагог. ин-т, 1992

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • Ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • «За боевые заслуги» миҙалы
  • Башҡортостан флателистары йәмғиәте етәксеһе Алексей Сухарев ғалим һәм филателияға ғүмер буйы тоғро ҡалған коллекционер Яков Иосифович Гельблу тураһында яҙған мәҡәләләрҙә уның тормош юлы һәм коллекционер булараҡ эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй[4].
  • 2011 йылдың 5 октябрендә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Я. И. Гельблу портреты төшөрөлгән конверттың презентацияһы үтте. Тантаналы шарттарҙа Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогия университетының немец теле кафедраһы доценты, билдәле филателист Я. И. Гельблу портреты төшөрөлгән конверттар мисәтләнде. Филателистар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған был конвертты сығарыуҙы Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы идаралығы ойошторҙо, сара педагогия университеты ректоры Р. М.Әсәҙуллин һәм филателистарҙың Башҡортостан Республика йәмғиәте ярҙамы менән үткәрелде. Конверт «Марка» нәшриәт үҙәге(Издатцентр) тарафынан һыу тамғалы (водяной знак) ҡағыҙҙа 750 мең данала сығарылған[4].
  • Писатель Яков Иосифович Гельблу — лучшие книги, фото и … — Ozon

www.ozon.ru/person/5725523/

  • Inka simi germanischen Ursprungs?: Rätsel um Ketschua (neues …

https://www.neues-deutschland.de/.../624425.raetsel-um-kets(недоступная ссылка)...

  • DF]Südamerikanische Hochkultur der Inkas germanischen … — Zeit für Dich

https://zeitfuerdich.files.wordpress.com/.../inkas-german-urs(недоступная ссылка)...