Шумейко Григорий Григорьевич
Шумейко Григорий Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 12 декабрь 1923 |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1 май 1977 (53 йәш) |
Вафат булған урыны | Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Лукьянов хәрби зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | офицер |
Эш урыны | Киевское высшее танковое инженерное училище[d] |
Уҡыу йорто | М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | танковые войска СССР[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Шумейко Григорий Григорьевич (12 декабрь 1923 йыл — 1 май 1977 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, полковник. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Григорий Григорьевич Шумейко 1923 йылдың 12 декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны Стәрлетамаҡ ҡалаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
Краснодар крайының Гулькевич районы Кубань ауылында урта мәктәптең һигеҙ класын тамамлай.
1941 йылдың октябрендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһысафына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдың ноябренән. Тәүҙә автомобиле водителе булып хеҙмәт итә[1]. 1944 йылда Сталинград хәрби танк училищеһын тамамлай.
1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
1-се Белорус фронты 2-се гвардия танк армияһы 9-сы гвардия танк корпусының 50-се гвардия танк бригадаһының взвод командиры, гвардия лейтенанты. Польшаны азат итеүҙә айырылып тора. 1945 йылдың 18 ғинуарында Плоцк ҡалаһы районында Г. Г. Шумейко етәкселегендә 5 танкынан торған төркөм дошман тылына разведкаға һәм Висла йылғаһы аша кисеүҙе алырға ебәрелә. Ут эсенә эләгеп, танкистар ҡулса оборонаһы тота һәм ике көн буйы һуғыша, дошмандың танкыға ҡаршы өс батареяһын юҡ итә, һуңынан ҡырылған машиналарын ҡалдырып, ҡамауҙан сыға. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 февралендәге указына ярашлы, командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менәналышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия лейтенанты Григорий Григорьевич Шумейкоға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.
Һуғыштан һуң Г. Г. Шумейко Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1945 йылда Ленинград юғары офицерҙар бронетанк мәктәбен тамамлай, 1966 йылда — М. В. Фрунзе.исемендәге Хәрби академияны. Полковник Г. Г. Шумейко Киев юғары танк инженер училищеһының факультет һәм кафедра етәксеһе була. Украинала, Киев ҡалаһында йәшәй.
Григорий Григорьевич Шумейко вафат 1977 йылдың 1 майында вафат була. Киевтың Лукьянов хәрби зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1945 йыл 27 февраль)[2][3];
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы № 5925
- Ленин ордены
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944 йыл 21 февраль)[4]
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944 йыл 27 июль)[5]
- 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены
- миҙалдар
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Краснодар крайының Кубань ауылында 22-се мәктәпкә Герой исеме бирелгән, мәктәп алдына уның бюсы ҡуйылған[6].
- Краснодар крайы Гулькевичи ҡалаһының Хәтер аллеяһында бюсы ҡуйылған[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мы их помним. 2020 йыл 28 март архивланған.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 32/55, л. 12/429, 430).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 32, л. 10, 213, 214).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 579, л. 2, 32, 33).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 5485, л. 1, 9, 10).
- ↑ МБОУ СОШ № 22 имени Героя Советского Союза Г. Г. Шумейко пос. Кубань муниципального образования Гулькевичский район
- ↑ Аллея памяти в Гулькевичском районе Краснодарского края.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шумейко Григорий Григорьевич . «Герои страны» сайты.
- Шумейко Григорий Григорьевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 12 декабрҙә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- Стәрлетамаҡта тыуғандар
- 1 майҙа вафат булғандар
- 1977 йылда вафат булғандар
- Киевта вафат булғандар
- Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн» ордены кавалерҙары
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн» ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- КПСС ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышы танкистары
- I дәрәжә «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- Полковниктар (СССР)
- Алфавит буйынса шәхестәр