Эстәлеккә күсергә

Данис (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Данис — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Данис исеме фарсы теленән аҡыл эйәһе, белемле тигәнде аңлата[1].


Тикеев Данис Солтан улы (10 ноябрь 1940 йыл — 9 сентябрь 2008 йыл) — тел белгесе, педагог. 1976—1977 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты деканы урынбаҫары, 1983 йылдан әҙерлек бүлеге мөдире, 1987 йылдан — башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2003 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башҡорт филологияһы факультеты деканы. Филология фәндәре докторы (2000), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).

Дусов Данис Әкрәм улы (рус. Дусов Данис Акрамович) (23 май 1947 йыл) — ауыл хужалығы ветераны, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

Латипов Данис Мансур улы (28 сентябрь 1990 йыл, Ишембай, БАССР, СССР) — Рәсәй боксёры, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Башҡортостан һәм «Динамо» клубы (Өфө) вәкиле. СДК «Динамо» — Чемпионат России по боксу: итоги предварительных поединков.

Әҙиәтов Данис Ғәниәт улы (1958), Ҡариҙел районы Кирҙә ауыл участка дауаханаһының баш табибы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.

Зарипов Данис Зиннур улы — Рәсәй хоккейсыһы, «Аҡ Барс» хоккей клубының капитаны. Рәсәй йыйылма командаһы составында өс тапҡыр донъя чемпионы (2008, 2009 һәм 2014). Биш тапҡыр Гагарин кубогын яулаусы (2009, 2010, 2018 йылдарҙа — «Аҡ Барс» составында, 2014 һәм 2016 йылдарҙа — «Металлург» составында).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ