Эстәлеккә күсергә

Альбрехт Дюрер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дюрер Альбрехт битенән йүнәлтелде)
Дюрер бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Дюрер (мәғәнәләр).
Альбрехт Дюрер
нем. Albrecht Dürer

Автопортрет в одежде, отделанной мехом, 1500, Старая пинакотека, Мюнхен
Тыуған:

21 май 1471({{padleft:1471|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны:

Нюрнберг, Священная Римская империя

Үлгән:

6 апрель 1528({{padleft:1528|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (56 йәш)

Үлгән урыны:

Нюрнберг, Священная Римская империя

Ил:

 Бавария[d]

Жанр:

живопись, портрет, гравировка, графика, ксилография

Стиль:

Высший Ренессанс

Имза:

Викимилектә эштәре

А́льбрехт Дю́рер (нем. Albrecht Dürer, Ҡалып:IPA-de[1][2][3]; 21 май, 1471, Нюрнберг — 6 апрель,1528, Нюрнберг) — немец рәссамы, гравёры һәм графика оҫтаһы, Көнбайыш Европаның Яңырыу дәүере ( Ренессанс) иң бөйөк рәссамдарының береһе[4]. Европала иң билдәле ксилография оҫтаһы тип танылған [5], уны ысын мәғәнәһендә сәнғәт кимәленә күтәргән[6], Төньяҡ Европа рәссамдары араһынан сыҡҡан тәүге сәнғәт теорияһы белгесе[7][8]. Немец телендә нәшер ителгән һынлы һәм биҙәү-ғәмәли сәнғәт буйынса практик ҡулланма авторы. Рәссамдарҙың һәр яҡлап та үҫеше яҡлы булған, сағыштырма антропометрияға нигеҙ һалған, бынан тыш фортификация теорияһы буйынса эшләп, хәрби инженерлыҡ эшендә лә һиҙелерлек эҙ ҡалдырған шәхес [9]. Европалағы үҙ биографияһын яҙып ҡалдырған тәүге рәссам.

Ғаиләһе. Уҡыу осоро (1478—1490)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Дюрер в возрасте 13 лет. Автопортрет, 1484

Буласаҡ рәссам 1471 йылдың 21 майында Нюрнбергта , Венгриянан килгән зәрҡән (ювелир) Альбрехт Дюрер менән Барбара Хольпер ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә ун һигеҙ бала була, ҡайһы берҙәре Кесе Дюрер әйтеүенсә,бала саҡта үлгән, ҡайһы берҙәре үҫеп еткән. 1524 йылда уларҙың өсөһө генә иҫән була — Альбрехт, Ханс һәм Эндрес[10].

Буласаҡ рәссам ғаиләлә өсөнсө бала булған. Атаһының үҙ фамилияһы Айтоши (мадьярса  Ajtósi) Айтош ауылы исеменән алынған ( венгр телендә ajtó — «ишек»)[11]). Яңы урында ул фамилияһын немец теленә Türer тип тәржемә итә; франк диалектына яраҡлашып, Dürer тип яҙыла башлай. Кесе Альбрехт Дюрерҙың хәтерендә әсәһе тормошта бик күп ауырлыҡтар күргән диндар ҡатын итеп уйылып ҡалған . Бәлки йыш бала табыуҙан йонсоптор инде, ул бик йыш ауырый. Билдәле немец нәшриәтсеһе Антон Кобергер Дюрерҙың ҡыяматлыҡ атаһы (крестный) була[12][13].

Дюрерҙар юрист һәм дипломат Иоганн Пиркгеймер өйөнөң икенсе яртыһында йәшәй. Шуға күрә ике төрлө йәмғиәт ҡатламына ҡараған ғаилә яҡындан таныш була (патриций Пиркгеймер һәм һөнәрсе Дюрер). Германиялағы ул дәүерҙәге иң уҡымышлы кешеләренең береһе, Нюрнберг гуманистары юлбашсыһы Виллибальд Пиркгеймер (Иоганн Пиркгеймер улы) менән Кесе Дюрер ғүмер буйы дуҫ була. В.Пиркгеймер һуңыраҡ рәссамды Нюрнберг гуманистары менән таныштыра [14].

1477 йылдан башлап Альбрехт латин мәктәбенә йөрөй, атаһының зәрҡән оҫтаханаһында ярҙамлаша. Тик Альбрехт һынлы сәнғәт менән шөғөлләнергә теләй. Улының үҙ эшен дауам итеүен теләһә лә, атаһы уны 15 йәшендә ул саҡта Нюрнбергтағы иң билдәле рәссам Михаэль Вольгемут оҫтаханаһына бирә. Был турала Дюрер ғүмеренең аҙағында «Ғаилә хроникаһы» [15] тип аталған автобиографияһында яҙа [K 1]. Европа сәнғәте тарихында был тәүге автобиография тип иҫәпләнә.

Рәссам Вольгемут оҫтаханаһында Дюрер һынлы сәнғәткә генә түгел, ксилографияға (ағас ҡулланып гравюра эшләү) өйрәнә. Вольгемут ул саҡта үгәй улы Вильгельм Плейденвурф менән Хартман Шеделдең «Хроникалар китабы» өсөн гравюралар эшләй, уны белгестәр XV быуаттың иң күп иллюстрациялы китабы тип атай. Был китап өсөн гравюралар эшләүҙә Вольгемуттың уҡыусылары ла ҡатнашҡан, уларҙың береһен («Үлем бейеүен») Альбрехт Дюрер [16] эшләгән тип иҫәпләйҙәр.

Диптих с портретами родителей (1490 год)
Барбара Дюрер, урождённая Хольпер, Нюрнберг, Германский национальный музей
Барбара Дюрер, урождённая Хольпер, Нюрнберг, Германский национальный музей  
Альбрехт Дюрер Старший, Флоренция, Уффици
Альбрехт Дюрер Старший, Флоренция, Уффици  
Оборотная сторона портрета Барбары Дюрер. Пейзаж с утёсом и драконом
Оборотная сторона портрета Барбары Дюрер. Пейзаж с утёсом и драконом  
Оборотная сторона портрета Альбрехта Дюрера Старшего. Свадебный герб семейств Дюреров и Хольперов
Оборотная сторона портрета Альбрехта Дюрера Старшего. Свадебный герб семейств Дюреров и Хольперов  

Тәүге сәйәхәт. Өйләнеүе (1490—1494)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
А. Дюрер. Агнеса Дюрер. Рисунок пером. 1494

Дюрерҙың уҡыуы 1490 йылда ул саҡтағы йола буйынса сәйәхәт менән тамамлана (нем. Wanderjahre)[K 2], өйрәнсек ғәҙәттә сәйәхәт ваҡытында башҡа яҡтарҙағы оҫталарҙың эш алымдарын өйрәнергә тейеш. Дюрер өйрәнсек сәйәхәтендә 1494 йылға тиклем була. Уның Германия, Швейцария ҡалаларында һәм (ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә) Нидерландта булғаны билдәле, рәссам һынлы сәнғәт һәм материал эшкәртеү буйынса оҫталығын камиллаштыра[12].

1492 йылда Дюрер Эльзаста туҡтала. Дюрер бында баҡыр өҫтөндә гравюра буйынса иң шәп оҫта Мартин Шонгауэрҙы күреп өлгөрмәй, ул 1491 йылдың 2 февралендә вафат була. Дюрер уның туғаны Людвиг Шонгауэрҙан бығаса зәрҡәндәр эше тип иҫәпләнгән баҡыр өҫтөндә гравюра эшләү серҙәрен өйрәнә. 1494 йыл баштарына тиклем китап баҫыу үҙәге тип иҫәпләнгән Базелгә, Мартин Шонгауэрҙың дүртенсе туғаны Георг [17] янына барып урынлаша. Ошо осорҙа Базелдә бығаса бында күрелмәгән стилдәге һүрәттәр менән биҙәлгән китаптар сыға башлай. Сәнғәт тарихы белгестәре уны «Бергман типографияһы оҫтаһы» тип йөрөтә. 1492 йылда сыҡҡан «Изге Иероним хаттары» китабы өсөн эшләнгән, артында Дюрер исеме ҡуйылған гравюра таҡтаһы табылғас, был эштәр уның эше тип атала башлай[18]. Дюрер Базелдә бәлки Себастьян Бранттың «Иҫәрҙәр карабы» китабы өсөн ағастан гравюра эшләүҙә лә ҡатнашҡандыр (1494 йылда тәүге баҫма сыға, китаптағы 75 гравюра Дюрерҙыҡы тип иҫәпләнә)[13]. Базелдә Дюрер Теренций комедиялары (эшләнеп бөтмәй, 139 таҡтаның 13 генә әҙер була), «Турн рыцары китабы» (45 гравюра) һәм доғалыҡ китабы (20 гравюра)[19] өсөн дә гравюралар әҙерләй. (Сәнғәт белгесе Алексей Сидоров Базелдәге бөтә гравюраларҙы ла Дюрерҙыҡы тип иҫәпләргә ярамай тигән фекерҙә ).

Шунан Дюрер бер аҙ ваҡыт Страсбургта йәшәй. Бында ул «Шайтан таяғы менән автопортрет»ын яҙа (1493) һәм уны тыуған ҡалаһына ебәрә. Белгестәр быны рәссам тормошонда яңы осор башланыу билдәһе тип ҡабул итә, бәлки ул рәссамдың кәләшенә бүләге булғандыр [20].

1494 йылдың 7 июлендә Дюрер Нюрнбергкә ҡайта һәм оҙаҡламай атаһының баҡырсы, механик һәм музыкант дуҫының ҡыҙы Агнеса Фрейға өйләнә [12][21]. Дюрерҙар Нюрнбергта үҙҙәренән юғарыраҡ баҫҡыста торған ғаилә менән туғанлаша:теүәл инструменттар оҫтаханаһы хужаһы Ханс Фрей Ҡаланың Оло Советы ағзаһы, ә уның ҡатыны, Агнестың әсәһе, бөлгән дворян нәҫеленән була [22][23]. Өйләнгәс, Дюрерҙың социаль хәле яҡшыра, ул үҙ оҫтаханаһын булдырыға хоҡуҡ ала. Ләкин өйләнеү Дюрерға ғаилә бәхетен бирмәй- ир менән ҡатын бер-береһен аңламай. Уларҙың балалары ла булмай, Альбрехттың туғандары алтын оҫтаһы Эндрес (1484—1555) менән рәссам һәм гравер Ханс (1490—1538) та вариҫтар ҡалдырмай[24].

Италияға сәйәхәт(1494—1495)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Альбрехт Дюрер. Дворик замка в Инсбруке. Акварель. 1494. Вена, Альбертина

Дюрерҙың тормошон өйрәнеүселәрҙең ҡай береһе рәссам 1492-1494 йылдарҙа (М.Таузинг фекере), 1494 йылда, туйҙан һуң ике ай үткәс, Италияла булған тип яҙа. Дюрер үҙе «Ғаилә хроникаһы»нда был турала бер ни ҙә яҙмаған. Ләкин тикшеренеүселәрҙең күбеһе рәссам Италияла 1494—1495 йылдарҙа сәйәхәт иткән тип уйлай [25] (1506 йылға тиклем Дюрер унда булмаған тигән фекер ҙә бар)[26], бында ул Мантеньи, Полайоло, Лоренцо ди Креди, Джованни Беллини һәм башҡа оҫталарҙың ижады менән таныша.

1506 йылдың 7 февралендә Венециянан Виллибальд Пиркгеймерға яҙған хатында рәссам үҙенә «ун бер йыл элек» оҡшаған Италия рәссамдарының эштәре «башҡа оҡшамауы» тураһында яҙа. Нюрнберргтан юрист Кристоф Шейрль «Германияны маҡтау китабы»нда (1508) Дюрерҙың Италияға 1506 йылғы сәйәхәтен «икенсе» тип иҫкә ала [25]. Дюрерҙың эшләнгән ваҡыты күрһәтелмәгән бөтә пейзаждары ла 1494—1495 йылдарҙа төшөрөлгән тиергә була. Был һүрәттәр Көнбайыш Европа һынлы сәнғәтендә ошо жанрҙағы тәүге акварель эштәре [26]. Һуңыраҡ Дюрер был күренештәрҙе, шулай уҡ Нюрнбергтың тирә-яғында эшләнгән этюдтарҙы үҙ гравюраларында ҡуллана [27].

Үҙ аллы эш башы(1495—1505)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1495 йылда Дюрер Нюрнбергта үҙ оҫтаханаһын аса һәм ун йыл эсендә үҙенең иң әһәмиәтле гравюраларын ижад итә. Тәүге гравюраларын нәшер итеүҙә уға Антон Кобергер ярҙам итә. Нюрнбергта һөнәрселәр менән Ҡала советы етәкселек итә (башҡа ҡалаларҙа цехтар), оҫталар бында иреклерәк була [K 3]. Дюрер гравюра техникаһында иҫке ҡағиҙәләрҙән баш тартып, яңы ысулдарҙы тикшереп ҡарай, тәүге баҫҡы һүрәт (оттискылар) һатыуҙы яйға һала [29]. 1495—1496 йылдарҙа Дюрер баҡыр өҫтөндә гравюралар эшләй башлай.

Рәссам Ханс Шойфелин, Ханс фон Кульмбах һәм Ханс Бальдунг Грин кеүек оҫталар менән хеҙмәттәшлек итә, Нюрнберг нәшриәтселәре Кобергер, Гольцель, Пиндар өсөн гравюралар эшләй. 1498 йылда Кобергер «Апокалипсис»ты нәшер итә. Был китап өсөн Дюрер 15 ксилография эшләй һәм Европала билдәле оҫта булып таныла [30]. 1500 йылда Кобергер типографияһы «Страсти св. Бригитты» китабын сығара, уның өсөн Дюрер 30 гравюра эшләй, уның бер нисәһе генә тотош биткә, ә ҡалғандары биттең бер өлөшөнә генә, текст менән аралаштырылып, ҡуйыла [30].

Италияға тәүге сәйәхәтенән һуң Дюрер Пиркгеймер ярҙамы менән Нюрнберг гуманистары менән аралаша башлай. Конрад Цельтис нәшер иткән Росвитаның «Комедиялар һәм шиғырҙар йыйынтығы» (1501) һәм уның «Мөхәббәт тураһында дүрт китабы» (1502) өсөн гравюралар эшләй. Дюрер Пиркгеймерҙың бай китапханаһындағы китаптарҙы уҡып, үҙ белемен камиллаштыра, шуларҙың ун дүртен ул үҙ һүрәттәре менән биҙәй: улар араһында Лукиан, Фукидид, Теофраст, Аристофан, Аристотель хеҙмәттәре («Органон», «Этика», «Политика»), Симпликий комментарийҙары булған. Антик авторҙар эштәре менән танышыу, шул осорҙоң иң уҡымышлы кешеләре менән аралашыу рәссамға үҙ әҫәрҙәре өсөн яңы сюжеттар табырға ярҙам иткән[31].

XV быуаттың һуңғы йылдарында рәссам бер нисә портрет яҙа: атаһының, сауҙа агенты Освальд Крель (1499, Иҫке пинакотека, Мюнхен), Саксония курфюрсты Фридрих III (1494/97) портреттары һәм автопортрет(1498, Прадо, Мадрид). 1494/5 менән 1505 йылдар араһында (Италияға ике сәйәхәте араһында) ижад ителгән эштәре араһында Фридрих III өсөн яҙылған «Аҡыл эйәләренең табыныуы» («Поклонение волхвов») иң әһәмиәтлеһе тип иҫәпләнә[32][33]. Бынан алда Дюрер Саксония курфюрсты өсөн «Дрездендәге алтарь» («Дрезденский алтарь») һәм полиптих, ярҙамсылары менән — «Ете ҡайғы» («Семь скорбей») ( 1500 йыл тирәһе) полиптихын эшләй.

1502 йылда Өлкән Дюрер вафат була, әсәһе һәм ҡустылары Эндрес менән Ханс Альбрехт ҡулында ҡала .

Праздник венков из роз. Масло, тополевая доска (1506)

1505 йылда Дюрер Италияға китә. Дюрер ни өсөн унда киткәне билдәһеҙ, бәлки ул бер аҙ аҡса эшләп алырға ғына түгел, ә уның гравюраларының күсермәләрен эшләргә теләгән рәссам Маркантонио Раймонди менән хәл итәһе эштәре булғандыр. Дюрер Венециянан Виллибальд Пиркгеймерға ун хат яҙа[K 4]. Венецияла рәссам немец сауҙагәрҙәре һорауы буйынса « Розалар тажы байрамы» н (йәки «Тиҫбе байрамы», Прага, Милли галерея) Фондако-деи-Тедески[K 5] немец сауҙа йорто янындағы Сан-Бартоломео сиркәүе[en][34] өсөн яҙа. Венеция мәктәбе менән танышыу рәссамға бик көслө тәьҫир яһай. «Розалар тажы байрамы» насар рестврациялар арҡаһында боҙолһа ла, быны ап асыҡ күрһәтә . Дюрерҙы бығаса уңышлы гравёр тип иҫәпләгән рәссамдар был эштән һуң уны ысын рәссам тип таный (Дюрерҙың үҙ һүҙҙәре).

Был осорҙа Венециияла Яңырыу осороноң билдәле оҫталары Тициан, Джорджоне (Дюрерҙың улар менән осрашыуы тураһында мәғлүмәт юҡ), Пальма Веккио һәм башҡалар эшләй. Ләкин «һынлы сәнғәттә» (pest in gemell) иң шәбе тип немец рәссамы Джованни Беллиниҙы һанай. Уның картиналары тәрән һәм көслө колориты менән рәссамға һиҙелерлек тәьҫир яһай. Башҡа рәссамдарҙан айырмалы, Беллини Дюрер менән дуҫтарса мөғәлләмә итә [13]. Германияла ҡабул ителмәгән ҡанундар буйынса яҙылған «Мадонна һары турғай менән» һәм «Христос уҡытыусылар араһында» картиналарын Дюрер Беллини өсөн әҙерләгәндер тигән фекер бар. Дюрерҙың ижады Венецияла юғары баһалана, ҡала советы рәссам ҡалала тороп ҡалһын өсөн йылына 200 дукат аҡса тәҡдим итә [K 6].

Дюрер үҙенең университеты менән дан тотҡан Болонья ҡалаһына бара, бында ул ғалимдар менән аралашып (математик , архитекторҙар менән), перспектива серҙәрен асырға өмөт итә (яҡындағы һәм алыҫтағы әйберҙәрҙе дөрөҫ һүрәтләү). Шунан ул Падуяға Мантенья менән осрашыуға барырға уйлай [K 7], ләкин Мантенья үлеп китә, Дюрер уның менән осраша алмай ҡала[13]. Дюрер картиналарын тикшереүселәр рәссам Римға ла барғандыр ти: унда император Максимилиан килергә тейеш була. Апрелдән август айына тиклем (1506) рәссам Пиркгеймер менән хат алышмай, бәлки Дюрер был ваҡытта Тиролдә булғандыр [35].

Италиянан Дюрер 1507 йылда ҡайтып китә, Венециянан Пиркгеймерға яҙған һуңғы хаттарының береһендә ул: «Бында [Венецияла] мин — әфәнде, өйҙә иһә мин —тик паразит». Биографтар Дюрерҙың был һүҙҙәрен төрлөсә аңлата: ҡайһы берҙәре Италияла һәм тыуған Нюрнбергта рәссамға булған мөнәсәбәт тураһында яҙған тиһә, икенселәре был ғаиләләге ҡатмарлы мәнәсәбәттәр сағылышы ти[36].

Алтарь Ландауэра. 1511. Музей истории искусства. Вена

1509 йылда Дюрер Нюрнберг Оло советына саҡырылған ағза (названный) итеп һайлана [K 8], бәлки был вазифала эшләгәндә ул ҡаланың мәҙәни тормошонда һиҙелерлек урын алып торғандыр. Шул уҡ йылда ул Циссельгассе урамында йорт һатып ала (хәҙер Дюрерҙың йорт-музейы)[37].

1511йылда Дюрер Нюрнберг сауҙагәре Маттиас Ландауэр үтенесе буйынса «Поклонение Святой Троице» («Алтарь Ландауэра», Сәнғәт тарихы музейы, Вена) алтарын яҙа[38]. Алтарҙың өҫкө өлөшөндәге Ҡурҡыныс хөкөм күренешен Дюрер уйлап сығара. Ул Августиндың «О граде Божьем» трактаты нигеҙендә эшләнгән [K 9]. Германияла рәссам һөнәрсе тип иҫәпләнә, Дюрер был ғәҙәтте үҙгәртә алмай. Франкфурт сауҙагәре Геллерға яҙған хатында уның заказы буйынса эшләнгән «Вознесение Марии» картинаһының юғары сифатлы сәнғәт әҫәре булыуын, шуға күрә эштең күберәк ваҡыт талап итеүен аңлатырға тырыша. Геллер рәссамдың эше менән ҡәнәғәт ҡала, ләкин ул Дюрерға биргән хаҡ материалдарға киткәндән әҙ генә күберәк була [13][40].

Дюрер граюра сәнғәтендә юғарылыҡҡа ирешергә тырыша, сөнки был йәмғиәттә танылыу бирә һәм материаль яҡтан отошлораҡ була[34][13]. Венецияға киткәнсе үк Дюрерға төп килемде гравюралар һатыу килтерә. Уларҙы рәссамдың әсәһе һәм ҡатыны Нюрнберг, Аугсбург һәм Майндағы Франкфуртта йәрминкәләрҙә һата[K 10]. Башҡа ҡалаларға һәм илдәргә Дюрер гравюралары сауҙагәр Имгофтар һәм Тухерҙар тауарҙары менән бергә оҙатыла [K 11] [13].

1507 -1512 йылдарҙа Дюрер заказ буйынса бик күп гравюралар, дини темаларға гравюралар эшләй («Жизнь Марии»[K 12], «Большие страсти»[K 13], «Малые страсти», «Страсти на меди»). 1515—1518 йылдарҙа Дюрер яңы техникала — офортта эшләп ҡарай (алтыһы һаҡланып ҡалған)[41]. Ул ваҡытта баҡыр менән эшләү өсөн кислоталар булмағас, Дюрер офорттарҙы тимер таҡталарҙа эшләй . 1512 йылда Дюрер «ҡоро энә менән» өс гравюра эшләй, ләкин башҡаса был грвюра төрөнә кире ҡайтмай[42].

1512 йылда Дюрер Изге Рим империяһы императоры Максимилиан I заказы буйынса иллюстрациялы «Фехтование китабы»н эшләй («Das Fechtbuch»)[43], унда 35 биттә көрәш алымдарына 120 һүрәт һәм фехтование алымдарына 80 һүрәт бағышлана. Рәссам үҙе лә фехтование өйрәнгән һәм уның алымдарын белгән була [44].

1518 йылда Дюрер Аугсбургта рейхстагта Нюрнберг вәкиле булып килә, бында ул Максимилиан I, Альбрехт фон Бранденбургтың графика стилендәге портретын, Якоб Фуггер һәм башҡа билдәле кешеләрҙең портреттарын майлы буяуҙар менән яҙа .

Дюрер һәм император Максимилиан I

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
А. Дюрер. Портрет Максимилиана I

1512 йылдан алып Изге Рим империяһының императоры Максимилиан I рәссамдың төп яҡлаусыһына әйләнә. Был ваҡытта инде танылған гравюра оҫтаһы Дюрер императорҙың заказы буйынса «Триумф аркаһы[en]»н эшләүҙә ҡатнаша ( монументаль ксилография (3,5×3 м), 192 таҡтанан эшләнгән баҫҡы һүрәт (оттиск) [37]. Был проектты тормошҡа ашырыуҙа Пиркгеймер, Иоганн Стабий (идея һәм символика), һарай рәссамы Йорг Кёльдерер, гравёр Иероним Андреа[45] ҡатнаша. «Триумф аркаһы» менән бергә Маркс Трайтцзаурвайн (Marx Treitzsaurwein) «Триумф процессияһы» гравюраһы проектын эшләй, уның өсөн ксилографияны Дюрер, Альбрехт Альтдорфер һәм Ганс Шпрингинклее (Hans Springinklee) [K 14] әҙерләй .

1513 йылда бер нисә иң яҡшы немец рәссамы менән бергә «Император Максимилиан доғалығы»нан биш китаптың береһенә һүрәттәр эшләй. Максимилиан ваҡытында Дюрерға эшләгән эше өсөн бирерлек аҡса таба алмай, уны ҡала һалымдарынан азат итергә теләй, ләкин Нюрнберг советы быға ҡаршы сыға. Максимилиан Дюрерға уның ағаста һәм баҡырҙа эшләнгән гравюраларының күсермәләрен эшләүҙән һаҡлаусы грамота (Freibrief) бирә. 1515 йылда Дюрераҙың үтенесе буйынса император уға йылына 100 гульден пенсия билдәләй, ул Нюрнбергтың император ҡаҙнаһына түләгән аҡса иҫәбенән бирелә [13].

1517 йылда (Германияла Реформация башланғас) Дюрер Нюрнберг реформаторҙарына ҡушыла, уларҙы Августин ордены викарийы Иоганн Штаупитц һәм уның фекерҙәше {Венцеслав Линк(Wenzeslaus Linck) [13] етәкләй (сиркәү реформаһын башлаған Мартин Лютер ҙа Августин ордены монахы була). Мартин Лютер әҫәрҙәрен Дюрер 1518 йыл тирәһендә уҡыған булырға тейеш, үҙе яҙыуынса улар рәссамға «бик ныҡ ярҙам итә» (der mir aus großen engsten geholfen hat)[46]. Рәссам Реформация эшмәкәрҙәренән Ульрих Цвингли, Андреас Карлштадт, Филипп Меланхтон, Николас Кратцер[de] менән яҡшы мөнәсәбәттә була. Дюрер вафат булғандан һуң Пиркгеймер дуҫын «яҡшы лютеран ине» тип иҫкә ала[13][K 15]. 1518 йыл башында Дюрер Лютерға үҙ гравюраларын ебәрә, рәссам уның портретын яҙырға теләй, тик уларға осрашырға яҙмай. 1521 йылда Вормстағы рейхстагтан һуң Лютер ҡулға алынған тигән ялған хәбәр таралғас, Дюрер «Нидерландҡа сәйәхәт көндәлеге»ндә: «Йә Хоҙай, әгәр Лютер үлһә, кем беҙгә бынан һуң изге Инжилде шулай аңлайышлы итеп төшөндөрөр?»- тип яҙа.

Дини һәм сәйәси боролоштар рәссамдың яҡын кешеләрен дә урап үтмәй. 1525 башында уның өс уҡыусыһын аллаһыҙлыҡта ғәйепләп, Нюрнбергтан ҡыуалар, Дюрер менән эшләгән иң яҡшы ағас һырсыһы Иероним Андреа[en] Германиялағы Крәҫтиәндәр күтәрелеше ваҡытында боласылар менән бәйләнеш тотҡаны өсөн төрмәгә ултыртыла. Был ваҡиғаларҙы Дюрер нисек үткәреп ебәргәне билдәһеҙ ҡала[13][47].

Дюрерҙың һуңғы эштәрендә ҡайһы бер тикшеренеүселәр протестантизмға теләктәшлек күрә. «Тайная вечеря» (1523) гравюраһында композицияға Евхаристия туҫтағын индереү каликстиндарға ихтирам белдереү (Чехияла уртасыл ҡарашлы гуситтар- «чашники») булыуы ла мөмкин[48], ләкин былай аңлатыу шикле күренә [49]. Дюрер төрлө «мөғжизә эшләүсе» һүрәттәрҙе изге тип иҫәпләүгә ҡаршы сыҡҡан «иконаларҙы инҡар итеүселәр» яҡлы була, ләкин « Пиркгеймерға арнау»ҙа («Руководство к измерению…» трактатында) ул сиркәүҙәрҙән һүрәттәрҙе алырға кәрәк тип яҙмай[13]. «Святой Филипп» гравюраһын 1523 йылда эшләп бөтһә лә, ул тик 1526 йылда ғына нәшер ителә, Дюрер изгеләрҙе һүрәтләү менән бәйле шикләнеүҙәр кисергәндер, Дюрер иконаларҙы инҡар итмәһә лә,бәлки ул диндә сәнғәттең ролен ҡайтанан ҡарағандыр [50].

Нидерландҡа сәйәхәт (1520—1521)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1520 йылда бөтә Европаға даны таралған рәссам Нидерландҡа сәйәхәт ҡыла. Император Максимилиан үлгәндән һуң Дюрер яҡлаусыһы билдәләгән пенсияһыҙ ҡала: Нюрнберг Советы яңы императорҙан рөхсәтһеҙ рәссамға аҡса биреүҙән баш тарта. Нидерландта яңы императорҙы тәхеткә ултырыу тантанаһы ваҡытында Дюрер Карл V менән осрашырға ниәтләй.

Дюрерҙың «Нидерландҡа сәйәхәт көндәлеге» килем һәм сығымдар китабы итеп яҙылған, ләкин ул был сәйәхәт тураһында тулы мәғлүмәт бирә. Рәссам осраған бер ҡыҙыҡлы нимә тураһында яҙа, сәнғәт әҫәрҙәрен, халыҡтың йола һәм ғәҙәтттәрен тасуирлай, был осорҙа танышҡан кешеләрҙең исемдәрен теркәй. Дюрер Нидерланд рәссамдарынан: Хуберт һәм Ян ван Эйк (Гент алтары), Рогир ван дер Вейден, Хуго ван дер Гус, Дирк Баутс, Мемлинг эштәре менән таныша.

Сәйәхәт 12 июндә башлана, Дюрерҙар Бамберг, Франкфурт, Кёльн , Антверпен һәм башҡа ҡалаларҙа була. Рәссам график портреттар яҙа, бындағы оҫталар менән осраша , император Карлды ҡаршылау өсөн триумф аркаһын әҙерләүҙә ҡатнаша. Нидерландта билдәле рәссам Дюрерҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алалар. Антверпен магистраты рәссамды үҙҙәрендә ҡалдырыу өсөн [K 16] уға йылына 300 гульден, өй, ярҙам һәм уның бөтә һалымдарын да түләргә тәҡдим итә. Дюрер Ниделандта аристократтар, сит дәүләттәр илселәре, ғалимдар, шул иҫәптән Эразм Роттердамский[K 17] менән арлаша[13].

1520 йылдың 4 октябрендә Карл V Дюрерға йылына 100 гульден пенсия тәғәйенләй . «Көндәлек»тә башҡаса Дюрер бер ни яҙмай . 1521 йылдың 12 июлендә Дюрерҙар Нюрнбергҡа ҡайтып китә. Юлда эшләгән һүрәттәренә ҡарғанда, рәссам Рейн һәм Майн йылғалары буйлап ҡайтҡандыр[13].

Ғүмеренең һуңғы йылдары (1521—1528)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Могила Дюрера на кладбище Иоанна в Нюрнберге

Ғүмеренең аҙағында Дюрер майлы буяуҙар менән картиналар яҙа , уның ижадында Нидерланд сәнғәтенең йоғонтоһо һиҙелә. Был йылдарҙа яҙылған «Дүрт апостол» диптихын рәссам 1526 йылда Ҡала советына бүләк итә. Дюрер ижадын өйрәнеүселәр был диптихтың мәғәнәһен төрлөсә аңлата. Кемдер каллиграф Иоганн Нейдёрфер (Johann Neudörffer der Ältere)[K 18] кеүек ( Дюрер ҡушыуы буйынса картинала Библиянан Лютер тәржемәһендә немецса өҙөктәр яҙа) «Дүрт апостол»да дүрт темперамент[13], ә кемдер— Германияны дер һелкеткән Реформация менән бәйле дини айырмалыҡ, крәҫтиәндәр һуғышын, «гуманистик утопия менән ысынбарлыҡ» араһындағы айырманы күрә[52].

Нидерландта Дюрер ниндәйҙер сир эләктерә (бәлки малярия булғандыр), был сир уны ғүмеренең аҙағынаса йонсота[53]. Сирҙең симптомдарын (шул иҫәптән талаҡ ҙурайыуы) ул үҙенең дауалаусы табибына яҙа. Дюрер үҙен талағына төртөп күрһәтеп һүрәткә төшөрә, был һүрәткә өҫтәп: «Һары тап буяған ерем һәм бармағым менән күрһәтеп торған урын ауырта»-тип яҙа.

Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем Дюрер үҙенең пропорциялар тураһында теоретик трактын әҙерләй. Альбрехт Дюрер 1528 йылдың 6 апрелендә тыуған ҡалаһы Нюрнбергта вафат була[51].

Иоахим Камерарий әйтеүенсә Дюрерҙың тышҡы ҡиәфәте уның « бөйөк рухы»на тап килеп торған. Ул кеше менән матур итеп һөйләшә белгән, телмәре « йомшаҡ һәм тапҡыр» була. Уны белгән кешеләр барыһы ла « бик яҡшы кеше ине» ти, ул һәр саҡ изгелеккә ынтыла, шул уҡ ваҡытта ул бер ҡасан да ҡараңғы сырайлы, тәккәбер булмай . Ул тормошто ярата, « олоғайғас та үҙ йәшенә ҡарата музыка һәм гимнастиканан кинәнес ала»[54].

  1. Сохранилось также ещё одно произведение Дюрера автобиографического характера — «Памятная книжка» в виде четырёх записей (1502, 1503, 1507—1509 и 1514) на одном листе (Гравюрный кабинет, Берлин).
  2. Перед отъездом Дюрер написал портреты отца и матери.
  3. Цеха в Нюрнберге были запрещены после восстания 1349 года. Сенат создал объединения ремесленников, не имевших автономии, но которым было разрешено, кроме прочего, внедрять новые технологии[28].
  4. Пиркгеймер одолжил художнику деньги на эту поездку.
  5. Его здание сгорело в 1505 году и в то время восстанавливалось.
  6. Об этом пишет Дюрер в своём послании (1524) Нюрнбергскому Совету.
  7. Тот был болен, но дал знать немецкому художнику, что хочет увидеться с ним.
  8. Выше Большого совета был так называемый Малый Совет, состоявший из старейшин.
  9. В 1585 йылда Рудольф II картинаны һатып ала, ә рамы Нюрнбергта ҡала [39].
  10. Особенно важным для Дюрера было поддержание своего реноме во Франкфурте, на ярмарки в этом городе съезжались книгоиздатели со всей Германии[13].
  11. Имгофы — нюрнбергские купцы и банкиры. Дюрер был связан дружескими узами с представителями этой семьи. Имгофы вели финансовые дела художника.
  12. Семнадцать гравюр на дереве — 1503—1505 и две — 1510 год. В 1511 году вышли отдельным изданием в виде книги.
  13. Двенадцать гравюр на дереве, из них семь были выполнены в 1497—1500 годах, остальные пять — в 1510.В 1511 году вышли отдельным изданием в виде книги.
  14. «Триумфальная процессия» осталась незавершённой. Дюрер сделал для него изображение колесницы.
  15. Письмо Пиркгеймера архитектору Иоганну Черте[de].
  16. Из письма Дюрера (1524) Нюрнбергскому Совету.
  17. Эразм и художник обменялись подарками: Дюрер получил плащ «испанского покроя» и три картины, в свою очередь он передал Эразму экземпляр «Страстей на меди». Спустя несколько лет (1526) Дюрер, по желанию Эразма, выгравировал его портрет — это была последняя работа художника в жанре портрета[51]. Бында Дюрер Эразм Роттердамский менән осраша, 1526 йылда бөйөк гуманистың портретының гравюраһын эшләй, был рәссам ижад иткән һуңғы портрет була[51]. Дюрер был портреты эшләргә бик ашыҡмай, бәлки ул Эразмдың реформацияға ҡарашы үҙгәреү сәбәпле унан күңеле ҡайтҡандыр.
  18. Автор первой известной биографии Дюрера.
  1. Albrecht - Deutsch-Übersetzung - Langenscheidt Französisch-Deutsch Wörterbuch (нем.). Langenscheidt. Архивировано 21 октябрь 2018 года.
  2. Duden | Dürer | Rechtschreibung, Bedeutung, Definition (нем.). Duden. Архивировано 30 май 2011 года.
  3. Müller, Peter O. (1993) Substantiv-Derivation in Den Schriften Albrecht Dürers, Walter de Gruyter. ISBN 3-11-012815-2.
  4. Britannica Educational Publishing. Albrecht Dürer // One hundred most influential painters and sculptors of the Renaissance. — The Rosen Publishing Group, 2009. — 376 с. — ISBN 9781615300433.
  5. Российский гуманитарный энциклопедический словарь. Ксилография(недоступная ссылка)Ҡалып:Мёртвая ссылка
  6. Немецкая гравюра на дереве эпохи Альбрехта Дюрера. — М.: Советский художник, 1988. — С. 7.
  7. Головин В. Дюрер и немецкое Возрождение // М. Брион. Дюрер. — М.: Молодая гвардия, 2006. — С. 9. — (Жизнь замечательных людей).
  8. Матвиевская, 1987, с. 9
  9. Дюрер, Альбрехт // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  10. Albrecht Dürers Umwelt. Festschrift zum 500. Geburtstag Albrecht Dürers am 21. Mai 1971. — Nürnberg: M. Edelmann, 1971. — S. 54.
  11. Albrecht Dürers Umwelt. Festschrift zum 500. Geburtstag Albrecht Dürers am 21. Mai 1971. — Nürnberg: M. Edelmann, 1971. — S. 38.
  12. 12,0 12,1 12,2 Бартрум, 2010, с. 6
  13. 13,00 13,01 13,02 13,03 13,04 13,05 13,06 13,07 13,08 13,09 13,10 13,11 13,12 13,13 13,14 13,15 Дюрер А. Литературное наследие Дюрера // Трактаты. Дневники. Письма / Перевод Нессельштраус Ц.. — М.: Искусство, 1957. — Т. 1.
  14. Матвиевская, 1987, с. 46, 54
  15. Бартрум, 2010, с. 5
  16. Немировский, 1986, с. 97—98
  17. Матвиевская, 1987, с. 48
  18. Немировский, 1986, с. 98
  19. Королёва, 2007, с. 16
  20. Giulia Bartrum, «Albrecht Dürer and his Legacy», British Museum Press, 2002, ISBN 0-7141-2633-0
  21. Albrecht Dürer on NNDB (ингл.). Архивировано 13 ноябрь 2004 года.
  22. Матвиевская, 1987, с. 49
  23. Королёва, 2007, с. 18
  24. Rebel E. Albrecht Dürer, Maler und Humanist. — C. Bertelsmann, 1996. — S. 457.
  25. 25,0 25,1 Матвиевская, 1987, с. 50
  26. 26,0 26,1 Бенуа, 2002, с. 307
  27. Бартрум, 2010, с. 27
  28. Матвиевская, 1987, с. 30
  29. Бартрум, 2010, с. 6—7
  30. 30,0 30,1 Немировский, 1986, с. 99
  31. Матвиевская, 1987, с. 54—55
  32. Wölfflin H. Die Kunst Albrecht Dürers. — München: F Bruckmann, 1905. — S. 154-55.
  33. Dürer / Costantino Porcu (ed). — Milan: Rizzoli, 2004. — P. 112.
  34. 34,0 34,1 Бартрум, 2010, с. 7
  35. Матвиевская, 1987, с. 60
  36. Матвиевская, 1987, с. 61
  37. 37,0 37,1 Бартрум, 2010, с. 8
  38. Дзуффи, 2002, с. 106—107
  39. Дзуффи, 2002, с. 106
  40. Королёва, 2007, с. 82
  41. Бартрум, 2010, с. 80
  42. Виппер Б. Статьи об искусстве / Вступит. статья Г. Н. Ливановой. — М.: Искусство, 1970. — С. 107. — 591 с.
  43. Ruger. Альбрехт Дюрер. Фехтбух. (3 апрель 2011). Архивировано 11 декабрь 2016 года.
  44. Роман Максимов. Немецкая школа фехтования. (2011).
  45. Бартрум, 2010, с. 76
  46. Rupprich H. Durer: Schrifilicher Nachlass, 3 vols. — Berlin: Deutscher Verein fur Kunstvvissenschaft, 1956-69. — S. 221.
  47. Либман М. Дюрер и его эпоха. Живопись и графика Германии конца XV и первой половины XVI века. К 500-летию со дня рождения Альбрехта Дюрера 1471-1971. — М.: Искусство, 1972. — С. 79—80.
  48. The Complete Engravings, Etchings and Drypoints of Albrecht Durer / Strauss, Walter L. (Ed.). — Dover Publications, 1973. — ISBN 0-486-22851-7.
  49. Hotchkiss Price, David. Albrecht Dürer’s Renaissance: Humanism, Reformation and the Art of Faith. — Michigan, 2003.
  50. Harbison, Craig Dürer and the Reformation: The Problem of the Re-dating of the St. Philip Engraving // The Art Bulletin. — 1976. — Vol. 58. — № 3. — P. 368—373.
  51. 51,0 51,1 51,2 Бартрум, 2010, с. 11
  52. Дзуффи, 2002, с. 105
  53. Бартрум, 2010, с. 92
  54. Матвиевская, 1987, с. 62—63
На русском языке
На других языках
  • Anzelewsky F. Albrecht Dürer. Das malerische Werk. — 2. — Берлин, 1991.
  • Bartrum G. Albrecht Dürer and his Legacy. — British Museum Press, 2002. — ISBN 0-7141-2633-0.
  • Charles V. Dürer. — Нью-Йорк: Parkstone International, 2011. — ISBN 978-1-78042-170-4.
  • Giesen J. Durers Proportionsstudien in Rahmen der allgemeinen Proportionsentwicklung. — Бонн, 1930.
  • Неidrich Е. Dürer und die Reformation. — Leipzig, 1909.
  • The Early Dürer. Ausstellungskataloge des Germanisches Nationalmuseums, Nürnberg / Ed. by Daniel Hess and Thomas Eser. — Thames & Hudson, Limited, 2012. — 603 p. — ISBN 9780500970379.
  • Keller L. Johann von Staupitz und das Waldensertum. — Лейпциг: Historisches Taschenbuch, 1885.
  • Lippmann F. Zeichnungen von A. Dürer. — Берлин, 1887—1905.
  • Panofsky E. Durers Kunsttheorie, vornehmlich in ihrem Verhaltnis zu der Kunsttheorie der Italiener. — Берлин, 1915.
  • Panofsky E. The Life and Art of Albrecht Dürer. — 2. — Princeton, 1945. — ISBN 0-6910-0303-3.
  • Thausing M.[de]. Dürer, Geschiehte seines Lebens und seiner Kunst. — 2. — Лейпциг, 1884.

Ҡалып:Дюрер Ҡалып:Искусство книгопечатания

Ҡалып:Хорошая статья