Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы
Һәҙиә Дәүләтшина | |
Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы) Хәсән ауылы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Бөрө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы-прозаик |
Ижад йылдары: |
1926—1952 |
Йүнәлеше: |
проза |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Һылыуҡай — пионерка», 1926 |
Премиялары: | |
Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы (5 март (иҫке ст. 21 февраль) 1905 йыл — 5 декабрь 1954 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан совет яҙыусыларының 1‑се съезы (Өфө, 1934), 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967, үлгәндән һуң). Сәйәси золом ҡорбаны.
Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе тип баһаланырҙай аҫыл әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, Мөхәммәтша Буранғолов һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора.
Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәрҙәре: «Ырғыҙ» (1942—1952 йй.), «Айбикә» (1930), «Башаҡтар тулҡыны» (1932), «Ялҡынлы йылдар», «Һырға һабағы» (1935), «Мораҙым» .
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенең (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында тыуған.
1920 йылдарҙа Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе Диңгеҙбай ауылында уҡытыусы булып эшләй.
1921 йылда Һамар татар-башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. 1924—1925 йылдарҙа Педагогия институты рабфагында уҡый.
1932 йылда Редакторҙар әҙерләү буйынса Мәскәү институтында белем ала.
1934 йылда 1-се СССР яҙыусыларҙың съезында делегат булып ҡатнаша.
1935 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инеп, уның ике курсын бик яҡшы билдәләр менән тамамлай.
1936 йылда Минск ҡалаһында үткән яҙыусыларҙың 3-сө Пленумында ҡатнаша. Өфө ҡалаһы Ленин район Советына депутат, Советтарҙың ғәҙәттән тыш X Бөтә Башҡортостан съезына делегат итеп һайлана.
1937 йылдың 20 ноябрендә Ватанға хыянат итеүсенең ғаилә ағзаһы булараҡ ҡулға алына һәм НКВД-ның Айырым кәңәшмәһе тарафынан 5 йылға иркенән мәхрүм ителә.
1937—1942 йылдарҙа Мордовиялағы Темников лагерҙарында ултыра.
1954 йылдың 5 декабрендә — Бөрө ҡалаһында үпкә ауырыуынан вафат була.
1967 йылда Һәҙиә Дәүләтшинаға «Ырғыҙ» романы өсөн (үлгәндән һуң) Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде [1]
Әҙип тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһында Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы булдырылған. Уға төрлө йылдарҙа яҙыусылар Гөлфиә Иҙелбаева , Кәтибә Кинйәбулатова, Факил Мырҙаҡаев, Сафуан Әлибаев[3](недоступная ссылка), Әсхәл Әхмәтҡужин[4] һәм Гүзәл Ситдиҡова лайыҡ булды
- 2017 йылғы премия лауреаты Гүзәл Ситдиҡова премия аҡсаһына Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы менән берлектә республика кимәлендә үҫмерҙәр өсөн "Һәҙиә" тип аталған күләмле сәсмә әҫәрҙәр конкурсы иғлан итте. Конкурс һөҙөмтәләре 2018 йылдың мартында иғлан ителде [2]
- Оло Черниговка район үҙәгендә Һамар өлкәһенең атаҡлы яҙыусылары Рәшит Ниғмәти, Ғөбәй Дәүләтшин, Һәҙиә Дәүләтшинаға бағышлап мемориаль таҡта ҡуйылған
- Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында 1980 йылдан алып яҙыусының музейы эшләй
- Башҡорт дәүләт университетының Бөрө ҡалаһындағы филиалында Һәҙиә Дәүләтшинаның бюсы (скульпторы Ғүмәр Мөхәмәтшин) ҡуйылған
- Яҙыусының тыуған районында шулай уҡ уға бағышлап иҫтәлекле таш урынлаштырылған
- Сибайҙа Һәҙиә Дәүләтшинаның бюсы ҡуйылған
- Өфөлә уның исемендәге бульвар, Бөрө ҡалаһында һәм Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында урам бар.
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Бөрө ҡалаһындағы Һәҙиә Дәүләтшина бюсына БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев сәскә һала. 2018, март
-
Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған районында уға бағышланған иҫтәлекле таш.
-
Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған йорто нигеҙендә.
-
Һәҙиә апайҙың яҡын туғаны менән осрашыу. Һамар өлкәһе.
-
Оло Черниговка район үҙәгендә Һамар өлкәһенең атаҡлы яҙыусылары Рәшит Ниғмәти, Ғөбәй Дәүләтшин, Һәҙиә Дәүләтшинаға, мәғариф министры Фатима Мостафинаға бағышлап ҡуйылған мемориаль таҡтаташ
-
Оло Черниговка район үҙәгендә ҡуйылған мемориаль таҡтаташҡа Башҡортостан делегацияһы сәскә һала. 30.05.2015
-
Һамар өлкәһенең һабантуйында Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған стенд янында
-
Бөрө. "Һәҙиә" конкурсы еңеүселәре яҙыусы бюсы янында. 27.03.2018
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады. 1905-1954 [төҙ. Г. Н. Ҡасҡынова]. - Өфө : Китап, 2010. - 157 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Гөлнур Ҡасҡынова. Ырғыҙ буйҙарында.[5]
- В Большой Черниговке прошел областной башкирский праздник Йыйын http://www.samddn.ru/novosti/novosti/v-bolshoy-chernigovke-proshel-oblastnoy-bashkirskiy-prazdnik-yyyyn/
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫма. — Өфө, 2005.
- Башҡортостан: Краткая энциклопедия. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 1996.
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [6] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 108-109 с. ISBN 5-295-02294-3. Дом, где жила Хадия Давлетшина. Кирова улица, 5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- башҡа сығанаҡтар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы — Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы 2020 йыл 14 февраль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2020)
- Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған "Бәхетнамә" тапшырыуы. БСТ, 2019 йыл. Светлана Әбсәләмова сәхифәһенән
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 21 февралдә тыуғандар
- 1905 йылда тыуғандар
- Һамар губернаһында тыуғандар
- Оло Чернигов районында тыуғандар
- 5 декабрҙә вафат булғандар
- 1954 йылда вафат булғандар
- Бөрөлә вафат булғандар
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Башҡорт яҙыусылары
- Һамар өлкәһе башҡорттары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Һәҙиә Дәүләтшина
- Һамар башҡорттары
- Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары