Егорова Анна Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Егорова Анна Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Рәсем
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 23 сентябрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Кувшиново[d], Западная область[d], СССР
Вафат булған көнө 29 октябрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (93 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Данилов зыяраты[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, лётчик
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1945
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Егорова Анна Александровна Викимилектә

А́нна Алекса́ндровна Тимофе́ева (Его́рова) (1916 йылдың 23 сентябре — 2009 йылдың 29 октябре) — совет лётчик-штурмовигы, Советтар Союзы Геройы (1965 йылдың 6 майындағы указы, миҙалдар № 10679), капитан. Бөйөк Ватан һуғышында[2] ҡатнашҡан.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала сағы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1916 йылдың 23 сентябрендә Володово ауылында (хәҙер — Тверь өлкәһе Кувшиновский районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә 8 бала булған (тағы ла 8-е бала саҡта мәрхүм була). Атаһы — Александр Егоров (1876—1925), крәҫтиән. Аҡса етмәгәнлектән, өҫтәмә эшләргә мәжбүр була, ситкә китеп эшләү кәсебе (миҙгелле эштәр) менән шөғөлләнгән. Беренсе донъя һуғышы, Граждандар (Совет власын яҡлап) һуғышында ҡатнашҡан. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу уның һаулығын ҡаҡшатҡан, 1925 йылда 49 йәшендә вафат була, бынан һуң балаларҙы тәрбиәләү әсәһе иңенә ята.

Володово ауылындамәктәп булмағанлыҡтан, Нова ауылы тулы булмаған урта мәктәбендә 7 класс тамамлай. Һуғыш алдындағы йылдарҙа Метростройҙа эшләй, Малые Вязёмыла 26 Советтар Союзы Геройы тәрбиәләгән Метрострой аэроклубын уҡып тамамлай. 1938 йылда Осоавиахимдың Ульяновск лётчиктар мәктәбенә ебәрелә, әммә өлкән ағаһы Василийҙы ҡулға алғандан һуң, «халыҡ дошманы» туғаны тип, уҡыуынан ҡыуып сығаралар. Китте Смоленскиға килә, етен комбинатына эшкә урынлаша, аэроклубта шөғөлләнә. Херсон лётчиктар мәктәбенә йүнәлтмә ала, уны 1939 тамамлағандан һуң, Калинин аэроклубы инструкторы була.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш башланғанда Көньяҡ фронттың 130-сы айырым авиация элемтә эскадрильяһында (оаэс) лётчик була. Самолет У −2 (По-2) самолётында 236 осош (дошман тылында ҡамалған частар менән элемтә, разведка һәм уларҙы эҙләү) яһай. 1942 йылдың февралендә Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

1942 йылда штурмлау авиацияһына күсереүҙәренә өлгәшә. 805-се штурм авиация полкы (Төньяҡ-Кавказ фронты, 4-се һауа армияһы, 230-сы штурмлау авиация дивизияһы; 1-се Белоруссия фронты, 16-я һауа армияһы, 6-сы штурмлау авиация корпусы, 197-се штурмлау авиация дивизияһы) составында һуғыша, полк штурманы. Ил-2 машинаһында оса. Тамань ярымутрауы, Кесе Ерөҫтөндә һуғыша. Новороссийск эргәһендә "Зәңгәр линия"ны өҙөүҙә ҡатнашҡаны өсөн икенсе Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим ителә.

Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Полкка берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ пилот була, һуңыраҡ уҡсы Дуся Назаркина менән бергә штурмлау авиацияһында беренсе ҡатын-ҡыҙ экипажын булдырғандар. Бөйөк Ватан һуғышы барышында Анна Александровна Егорова барлығы 277 хәрби осош яһай.

Әсирлектә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1944 йылдың 22 авгусында Студзянка өҫтөндә һауа һуғышында бәреп төшөрөлә һәм ауыр яралана. Тәне янған, аңын юғалтҡан көйө әсирлеккә эләгә. Уның һауа уҡсыһы, Евдокия Алексеевна Назаркина һәләк була һәм үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә. Тимофеева бер нисә концлагерҙы үтә.1945 йылдың ғинуарында «ЗЦ» Кюстринский концлагерынан 5-се удар армияның танкистары азат итә, унда Анна айырым, даими һаҡланған карцерҙа тотолған була. Лагерҙа әсирҙәр тырышлығы менән Егорованың партбилетын һәм хәрби наградаларын һаҡлап ҡалыуға өлгәшәләр, ә ул үҙе эшкә һәләтһеҙ хәлдә недееспособный тиерлек була. Тәүҙә уға яраларын төҙәтергә 805-се штурмлау авиация полкы штурмовиктары обороналарға ярҙам итергә тейеш Студзянок янындағы магнушев плацдармында әсирлеккә эләккән санинструктор Юлия Кращенко ярҙам итә; Зоннебургта — 1941 йылдың авгусында Киев янында әсирлеккә эләккән 2-се ранглы хәрби табип Георгий Федорович Синяков та, Белград университеты профессоры Павел Трпинац та ярҙам иткән. Лагерҙан азат ителгәндән һуң,10 көн буйына 5-се удар армия 32-се уҡсылар корпусы «Смерш» контрразведка бүлегендә һорау алып, уны тикшерәләр. Анна Егорова шул көндәр тураһында үҙенең мемуарҙарында һөйләй. Һәр төн һайын уға икенсе ҡатҡа майор Фёдоровҡа һорау алыуға күтәрелергә кәрәк була, ә ул, «ҡайҙан ордендар һәм партбилет» алғаныныңды, «ни өсөн әсирлеккә бирелгәнеңде» һөйлә һәм башҡалар тип, ҡысҡырына.

Һорау алыуҙың унынсы көнөнә Анна үҙен мыҫҡыл итеүҙәрен туҡтатыуҙы талап итә. Асыҡланыуынса, уны күптән инде немецтарҙа әсирлектә бергә булған иптәштәре эҙләгән була, әммә контрразведка уны ебәрергә ашыҡмай, сөнки «шундай тамуҡта ордендарын һәм бигерәк тә партия билетын һаҡлап ҡалғаны шикле тойола». Әммә уны ебәрәләр, хатта "Смерш"та эшкә ҡалырға ла тәҡдим итәләр, ләкин ул баш тарта.

«Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл» серияһында сығарылған почта конвертында А. А. Егорова (Тимофеева) портреты. Рәсәй почтаһы, 2016 й.,  (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 284)

Һуғыштан һуң[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Осоу хеҙмәтенә рөхсәт бирмәгән медкомиссия булғандан һуң, Мәскәүҙә ҡабат Метрострой.эшенә килә 197-се штурмлау авиация дивизияһының элекке командиры Вячеслав Арсеньевич Тимофеевҡа кейәүгә сыға. Анна Егорова 1961 йылда «Литературная газета» ла сыҡҡан «Егорушка» баҫмаһының геройы була, һәм 1965 йылда, наградаға өсөнсө тапҡыр тәҡдим ителгәндән һуң, уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, был исемгә лайыҡлығы һуғыш ваҡытында уҡ дәлилләнгән булған.

Ағзаһы булған Советы буйынса РФ Президенты ҡарамағындағы.ветерандарҙың, запастағы һәм отставкалағы офицерҙарҙың йәмәғәт берләшмәләре менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү Советы ағзаһы була. 2006 йылдың майында «Милли герой» почётлы йәмәғәтселек титулына лайыҡ була һәм «Намыҫ һәм ҡыйыулыҡ өсөн» ордены («Рәсәй Милли Олимпы» бөтә рәсәй премияһы) менән бүләкләнә. «Белем» йәмғиәте[3] ағзаһы. 2009 йылдың 29 октябрендә Мәскәүҙә вафат була. Данилово зыяратында[4] ерләнгән.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ленин ордены, 2 Ҡыҙыл Байраҡ ордены, 2 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, польша Көмөш Тәреһе һәм 20-нән артыҡ миҙалдар менән бүләкләнә.

Бүләкләү ҡағыҙы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Егорова экипажы һәләк булыуын хәбәр иткәндән һуң, командование төҙөгән Бүләкләү ҡағыҙы:

Фамилияы, исеме, атаһының исеме — Егорова Анна Александровна.
Исеме һәм вазифаһы — өлкән лейтенант, 805-се штурмлау полкы штурманы.

Партиялылығы — 1943 йылдан Советтар Союзы Коммунистар партияһы|ВКП(б)]] ағзаһы.

Ҡасандан бирле Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында — 1941 йылдан.

Хәрби батырлығы һәм ҡаҙаныштары тураһында ҡыҫҡаса. По-2 һәм Ил-2 самолёттарында 277 уңышлы осош яһаны. Шәхсән юҡ иткән (танктап, орудиелар, миномёттар, автомашиналар, баржалар, йөк тейәлгән ылауҙар, дошмандың йән иҫәбенең оҙон исемлеге…).

Ҡурҡыу белмәҫ лётчик, алыш барышында ҡыйыу һәм ышаныслы оса. Һуғыш яланында үҙен егеттәрсә, батырҙарса тота. Полк штурманы булараҡ, теләһә ниндәй һауа шарттарында ла, урын-ерҙең төрлө рельефында ла бик яҡшы йүнәлеш таба ала.

Дошмандың тере көсөн һәм техникаһын юҡ итеү буйынса ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне, Ватан һуғышы фронттарында командованиеның заданиеларын яҡшы үтәгәне, үҙенә буйһонғандарға белемле етәкселек иткәне, әйҙәүсе сифатында эйәреүсе көстәрҙе юғалтмай тиҫтәләгән осош яһағаны өсөн иң юғары хөкүмәт наградаһына — Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡлы

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тимофеева (Егорова) Анна Александровна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 575. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Крол Т. Звёзды ищут людей // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
  • Тимофеев В. А. Товарищи лётчики. — М.: Военное издательство МО СССР, 1963. (воспоминания её мужа, командира 197 ШАД).
  • Валерий Денисов. Зенитки бьют по ведущему. — М.: Московский рабочий, 1974. — 136 с.
  • Henry Sakaida. Heroines of the Soviet Union 1941-45, Osprey Publishing (2003), ISBN 1-84176-598-8, 9781841765983, p. 20 (инг.)
  • Anne Noggle. A Dance With Death: Soviet Airwomen in World War II College Station, Texas A&M University Press, 1994 (инг.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #18608310 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Тимофеева (Егорова), Анна Александровна // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. А.Н. Ефимов. — Москва: Барс, 2007. — С. 603. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.
  3. Тимофеева (Егорова) Анна Александровна – биография. VIPERSON. Дата обращения: 7 сентябрь 2017.
  4. Герой Советского Союза Тимофеева (Егорова) Анна Александровна. www.warheroes.ru. Дата обращения: 7 сентябрь 2017.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Airwar-pilots