Эстәлеккә күсергә

Вәлитов Заһир Суфиян улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Загир Валитов битенән йүнәлтелде)
Вәлитов Заһир Суфиян улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ноябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Вәлит ауылы, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 17 февраль 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө театр актёры
Эш урыны Башҡорт дәүләт академия драма театры
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]

Башҡортостандың халыҡ артисы
Рәсми сайт bashdram.ru/troupe/valit…

Вәлитов Заһир Суфиян улы (1 ноябрь 1940 йыл17 февраль 2019 йыл[2]) — СССР һәм Рәсәйҙең театр актёры. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981).

Заһир Суфиян улы Вәлитов 1940 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Йомағужа районы[3] Вәлит ауылында тыуған.

1960 - 1964 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының актёр бүлегендә уҡый. 1986 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлеген тамамлай.

1964—1970 йылдарҙа Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры актёры.

1970 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй.

Заһир Вәлитов оҙаҡ ауырығандан һуң 2019 йылдың 17 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булды[4].

Спектаклдәрҙәге ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡъегет («Ай тотолған төндә», Мостай Кәрим), Ильяс («Ҡыҙыл яулыҡлы тирәккәй», Сыңғыҙ Айытматовтың шул уҡ исемдәге повесы буйынса), Марат («Минең бахыр Маратым», А. Арбузов), Үмәркәй («Осош, йәки Муса Йәлилдең йәшлеге», Нәжиб Асанбаев), Әптрәй («Ҡыр ҡаҙҙары», Рафаэль Сафин), Вәли («Тапшырылмаған хаттар», Ғәҙел Ҡотой — Рифҡәт Исрафилов), Яхъя, Хасбулат («Әсәләр көтәләр улдарын», Әсғәт Мирзаһитов), Илеш («Салауат. Өндәге ете төш»), Гефест («Ташлама утты, Прометей!»), Шағир («Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!»), Хомичук («Ярлыҡау») — бөтәһе лә Мостай Кәримдеке; Сәғәҙиев («Ун өсөнсө председатель» — «Һуңғы уҙаман», Азат Абдуллин).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1976)
  • Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989)
  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2000)
  • 2020 йылдың 18 ноябрендә Өфөнөң Ғафури урамындағы 48-се йорт фасадына Заһир Вәлитов иҫтәлегенә ҡуйылған мемориаль-таҡтаташты тантаналы асыу булды[5].