Зифа
Зифа |
Зифа — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зифа — исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә фарсы теле аша ингән, күркәм, зифа кәүҙәле мәғәнәһен еткерә. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла осрай.[1]. Исемдең икенсе варианты - Зифая[2].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы (4 июнь 1951 йыл) — театр актёры. 1979 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998)
Нагаева Зифа Вәли ҡыҙы (1 март 1956 йыл) — шағир, композитор, йырсы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2020) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2011). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2011)
Дәүләтбаева Зифа Айытбай ҡыҙы (14 август 1966 йыл), театр актёры. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1989 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2020). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Күсей ауылынан.
Усманова Зифа Ғәлимйән ҡыҙы (4 октябрь 1949 йыл), табип-терапевт. Медицина, хеҙмәт һәм кеше экологияһы ғилми-тикшерененеү институтының бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998).
Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зифа менән Заһир — Мәрйәм Бураҡаева хикәйәһе, 2019 йылдар «Шоңҡар» журналында нәшер ителгән.
Исеме Зифа икән — Таңһылыу Ғүмәрова хикәйәһе, 2020 йылда нәшер ителгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Значение редкого мусульманского имени Зифа
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит
- ↑ Значение редкого мусульманского имени Зифа
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |