Эстәлеккә күсергә

Бураҡаева Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева битенән йүнәлтелде)
Зөһрә Бураҡаева
Тыуған көнө:

16 сентябрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (51 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист, яҙыусы

Жанр:

публицистика, драматургия, шиғриәт, проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт, урыҫ

Премиялары:

Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2008)

Наградалары:

«Новые писатели-2015» урыҫ телле авторҙары халыҡ-ара премияһы лауреаты (Мәскәү, 2015).

Бураҡаева Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы (16 сентябрь 1973 йыл) — прозаик, тәржемәсе, публицист, драматург. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2008). Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2009). Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар Союзы ағзаһы (2016).[1][2][3][4]

Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева 1973 йылдың 16 сентябрендә Өфө ҡалаһында билдәле ғалим-геолог, журналист Диҡҡәт Бураҡаев һәм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, педагог Мәрйәм Бураҡаеваның күп балалы ғаиләһендә тыуған. Белеме — М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты, нәфис тәржемә бүлеге (Әхиәр Хәҡимов оҫтаханаһы); ВИППК ҡарамағындағы сценарий курсы, («кинодраматург» һөнәре буйынса, А. Леонтьев, М. Туманишвили оҫтаханаһы), Мәскәү. 1995—2016 йылдарҙа — «Башҡортостан» киностудияһында мөхәррир, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында әҙәби бүлеге мөдире.

Республика театрҙарында түбәндәге постановкалар: «Рух иле» (реж. А. Имаметдинов), «Их, өс егет, өс егет…» (реж. Р. Хәкимов), «Февраль. Буран» — Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында (реж. Х. Үтәшев);

инсценировкалар: Н. Носовтың повесы «Белмәҫйән мажаралары» («Приключения Незнайки») буйынса (реж. З. Сөләймәнов), Р. Гюнтекиндың «Птичка певчая» романы (реж. И. Гиләжев), уғыҙ дастаны «Китабе деде Коркут» (Ҡорҡуттың һуңғы йыры) буйынса (реж. З. Сөләймәнов) (ТЮРКСОЙ Халыҡ-ара премияһы һәм VIII Халыҡ-ара «Мең тын алыш — бер тауыш» («Тысяча дыханий — один голос») төрөк телле театрҙары фестивале дипломанты, Төркиә, Конья ҡалаһы, 1916);

пьесалар авторы «Маймыл Бьянка мажаралары» («Приключения обезьянки Бьянки») балалар пьесаһы, пьеса буйынса спектакль ҡуйылған (реж. Р. Хәкимов). Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында башҡорт телен өйрәнеү буйынса «Ете мөғжизәле теләк» спектакль-квест ҡуйылды (2017).

Күп кенә документаль фильмдар сценарийҙары авторы: «Урал менән Шүлгән мажаралары» анимация сериалы (реж. А. Байрамғолова), «Рәхмәт» комедияһы (Т. Бураҡаева менән авторҙаш, режиссеры — А. Райбаев), «Минең йондоҙом» йәштәр мелодрамаһы (реж. Т. Бураҡаева); «Карусель», «Япраҡ», «Урман һуҡмағы», «Аҡ ҡарҙар яуғанда» ҡыҫҡа метражлы фильмдар, «Өйҙәштәр» комедия сериалы (реж. Р. Пожидаев;документаль фильмдар: «Заһир Исмәғилев», «Тауҙарға артылғанда» (шағир-фронтовик Хәниф Кәримдең 100 йыллығына)[5] [6], , «Гөлли Мөбәрәкова хаҡында» («Сказка о маленькой Гюлли»), «Ер кешеһе» (Ейәнсура районы Ибрай ауылында йәшәүсе Хөсәйен Ҡолмөхәмәтов тураһында)[7].

Рәми Ғариповтың «Киләсәккә юл ярам», «Пилот яҙмалары», «Уҡыу океаны» уҡыусы көндәлектәрен ҡулъяҙманан нәшергә әҙерләүсе, мөхәррире, баш һүҙ авторы.

«Тамыр» балалар телеканалы төшөргән «Бирешмә!» үҫмерҙәр өсөн телесериалдың сценарийы авторҙашы. Башҡортостан юлдаш телевиденияһының «Я учу башкирский» проектының авторы, йыр һүҙҙәре авторы. Йөҙҙән ашыу концерт, театралштырылған тамаша, республика байрамдарының, сараларҙың сценарий авторы.

Республика матбуғатында, шиғриәт йыйынтыҡтарында, «Халыҡтар дуҫлығы», «Крещатик» (Германия) әҙәби журналдарында Айҙар Хөсәйенов менән берлектә башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәренең тәржемәләре[8], З.Бураҡаеваның хикәйәләре, публицистика әҫәрәҙәре, шиғырҙары донъя күрә [9] [10].

Билдәле тәржемәсе Айҙар Хөсәйенов Зөһрә Бураҡаева тураһында шулай тип яҙа: [11]:

Тәржемәсе ике мөхиттә йәшәгән амфибия кеүек, авторҙы аңлай белергә, үҙенекен күрһәтергә түгел, ә автор әйтергә теләгәнде хөрмәт менән әйтеп бирергә, тапшырырға тейеш . Зөһрә быны бик һәйбәт, еренә еткереп башҡара .

2018 йылда "Рәсәй мәҙәниәте (2012-2018)" федераль программаһы сиктәрендә Айгиз Баймөхәмәтовтың «Урам балалары» тигән китабы ( «Дети улицы») Зөһрә Бураҡаева тәржемәһендә баҫылып сыҡты.

  • «Хыялый япраҡ» (Очарованный листик) хикәйәләр йыйынтығы («Китап», 2005);
  • «Донъя әҙәбиәте ҡиммәттәре башҡорт телендә» серияһы өсөн донъя халыҡтары әкиәттәренең тәржемәләре (Һерберт Уэллс «Донъялар һуғышы», Проспер Мерименың ике новеллаһы; «Әңгер-кәңгер, кәңгерләк» инглиз лимериктары, «Аҡһылыу менән ете кәрләкәй», «Бөркөт менән сүллек», «Ҡыҙыл кәләпүш», «Аҡҡош-ҡаҙҙар» әкиәттәр Г. Ғиззәтуллина менән берлектә, «Инеш», 2010)[12];;
  • «Донъя әҙәбиәте ҡиммәттәре башҡорт телендә» серияһы өсөн дәрестән тыш уҡыу өсөн донъя балалар әҙәбиәтенең тәржемәләре («Инеш», 2010—2013 йылдар).

Зөһрә Бураҡаеваның шиғырҙарына яҙылған йырҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Уяу бул, башҡортом» (У. Иҙелбаев көйө), «Мы вместе — Башкортостан» (У. Иҙелбаев көйө), «Рәхмәт» комедияһынан: «Рәхмәт һиңә» (Ғ. Юламанов көйө), «Ышанмаһаң әкиәткә, ышанма» (У. Иҙелбаев көйө), «Минең йондоҙом» йәштәр фильмынан: «Минең йондоҙом» (И. Абдуллин көйө), «Артур һәм Нэнси» спектакленән (реж. З. Сөләймәнов): «Король йыры», «Осраштыҡ» (И. Абдуллин көйө), «Маугли», «Рух иле», «Ете мөғжизәле теләк» спектакленә йырҙар (У. Иҙелбаев көйө), «Өйҙәштәр» сериалы өсөн «Рок үлде» йыры (Р. Пожидаев көйө), «Бирешмә!» телесериалында «Селпәрәмә», «Бирешмә» (Айҙар Хәмзин көйө) йырҙары яңғырай[13].

Урыҫ телендә яҙылған шиғырҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Проснуться на твоем плече… (2016)
  • Старшая (2016)
  • Сквозь серость моросящего дождя… (2016)
  • Вино (2015)
  • Покорение столицы (2014)
  • Одноклассник (2014)
  • Аквариум любви (2014)
  • Весна (2014)
  • Улетаю (2014)
  • Долгое настоящее (2014)
  • Части (2014)
  • Товарный состав (2014)
  • Глаза волка (2014)
  • Дикий зверь (2014)[14]

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1
  2. Буракаева Зухра. Мама. От переводчика и благодарной дочери 2018 йыл 4 май архивланған., Журнал «Бельские просторы»
  3. Члены Гильдии продюсеров и организаторов кинопроцесса Союза кинематографистов России(недоступная ссылка)
  4. Жизнь как компромисс: писательница Зухра Буракаева о хулиганстве, подвигах и Мике Джаггере. Надежда ВАЛИТОВА. Интернет-издание ProUfu.ru. 17 Августа 2015.
  5. Рождён для песни.О Ханифе Кариме
  6. Алексей Клёнов.Ирония судьбы,или С новым годом!
  7. YouTube сайтында Видео Кинодраматург Зухра Буракаева
  8. Айдар Хусаинов о переводчике Зухре Буракаевой
  9. Змей.Рассказы З.Буракаевой
  10. .Красивая.З.Буракаева
  11. Айдар Хусаинов о переводчике Зухре Буракаевой
  12. Сказки народов мира (недоступная ссылка)
  13. Бирешмә
  14. Стихи.ру. Произведения.
  15. Новые писатели 2015 2020 йыл 13 март архивланған.
  • YouTube сайтында Видео Кинодраматург Зухра Буракаева
  • YouTube сайтында Видео Урал-батыр (2013).Моя звезда (2010). Рахмат (2007)