Эстәлеккә күсергә

Илнур

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Илнур

Илнур — башҡорт һәм татар халҡында киң таралған ир-ат исеме.

Илнур исеме башҡорт теленә ғәрәп теле аша килгән — неологизм, башҡортса, ғәрәпсә — ил нуры тигәнде аңлата[1].

Лоҡманов Илнур Флүр улы (7 май 1983 йыл) — драма артисы, йырсы, 1996 йылдан Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018)

Әбдрәшитов Илнур Риза улыАрыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры директоры.

Рамазанов Илнур (1994 йылдың 10 ноябре, Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылы) — тележурналист, йырсы. «Яҙғы тамсы» Республика конкурсында 1 урын, «Ирәндек моңдары-2004» төбәк-ара конкурстарында ҡатнаша. 2014 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында үткән «Европаға тәҙрә» Халыҡ-ара конкурсы дипломанты. «Йәшлек-шоу» эстрада фестивалендә «Йыл асышы» номинацияһы еңеүсеһе (2015). «Юлдаш» радиоһы продюсерҙары менән контракт төҙөй. Илнур башҡарған йырҙар милли хит–парадтың алдынғы урындарын биләне. 2016 йыл — «Йыл йырсыһы» номинацияһы еңеүсеһе. 2017 йыл — «Алтын» премияһында «Иң яҡшы башҡарыусы» номинацияһы еңеүсеһе. 2018 йылдың 17 ноябре — «Иҙел» фестиваль-конкурсының «Башҡорт эстрада йыры» номинацияһында 1-се дәрәжә лауреаты. 2018 йыл — «Бер миҙгел» тип аталған тәүге клибы донъя күрә. Башҡортостандың БСТ, «Ҡурай», «Туған тел» каналдары һәм Татарстан, Ҡаҙағстан Республикалары тамашасылары уның йырҙарын яратып тыңлай.

Шәйҙуллин ИлнурБашҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһындағы Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А. В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусын тамамлаусы, универсаль алыш буйынса Рәсәй Беренселеге бронза призёры (2005).

Әхмәтшин Илнур — Белорет ҡалаһы егете, Гала-концертта тарихи башҡорт йыры «Артылыш»ты («Перевал») башҡарып, «Юлдаш йыры — 2020» республика конкурсы лауреаты булды.

Хәйруллин Илнур Зирәк улы — Салауат Юлаев тураһында әҫәрҙәрҙе эстон теленә тәржемә итә, Хәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙының улы. «Ағиҙел» башҡорт йәмғиәте булышлығы менән 2014 йылда башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың һуңғы төйәге булған Эстония республикаһында Эстонияның аҙ һанлы милләттәре берләшмәһе, Палдиски ҡалаһының ҡала хакимиәте һәм «Урал» мәрхәмәтлек фонды ярҙамында Салауат Юлаев. Эстония хәтерләй китабы донъя күрә.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ