Илфат
Илфат |
Илфат — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илфат исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, дуҫлыҡ, берҙәмлек тигән мәғәнәгә эйә[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әмиров Илфат Өлфәт улы (27.02.1990), көрәшсе (единоборство) көрәшсеһе. Ҡатнаш яңғыҙ ҡара-ҡаршы тороу көрәше, комплекслы ҡара-ҡаршы тороу көрәше һәм тулы контактлы карате буйынса Рәсәй чемпионы. Мәскәүҙә «EVOLVE GYM» ҡара-ҡаршы тороу көрәше һәм кроссфит клубына нигеҙ һалыусы һәм клуб хужаһы.
Закиров Илфат Индулис улы (9 февраль 1970 йыл — 14 март 2000 йыл) — Рәсәй Федерацияһы Геройы, өлкән лейтенант, Чечен Республикаһында барған хәрби хәрәкәттә «Кречет» (Шоңҡар) махсус тәғәйенләнешле бүлектең штурм төркөмө командиры була. 2000 йылдың 14 мартында, Чечен Республикаһы Урус-Мартан районы Комсомольское ауылында һәләк була. Ижевск ҡалаһында ерләнгән.
Ғәлләмов Илфат Ваис улы (1955 йыл), тарихсы-архивсы, дәүләт эшмәкәре. 1986—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығының начальник урынбаҫары, 2013—2019 йылдарҙа — начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе кавалеры, Балаҡатай районының почётлы гражданы.
Ғөбәйҙуллин Илфат Рим улы (3 август 1963 йыл — 2020 йыл) — Ҡатай төбәгенән сыҡҡан ғалим, медицина фәндәре кандидаты. 1985 йылда Ижевск медицина институтының стоматология факультетын тамамлай. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының кеше анатомияһы кафедраһында, 2020 йылдан терапия стоматологияһы кафедраһында доцент вазифаһында хеҙмәт итә. Илфат Рим улы 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт, 3 уҡыу әсбабы авторы. 10 йылдан артыҡ стоматология факультеты студенттарының производство практикаһына етәкселек итә.
Ҡотлобулатов Илфат Лотфулла улы (23 октябрь 1966 йыл) — Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре.
Йомағолов Илфат Ғәбделәхәт улы (30 июнь 1962 йыл — 22 сентябрь 2018 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
Мерәҫов Илфат — Сулпан (балалар театры) артисы, халыҡ йырҙарын башҡарыусы.
Атаһының исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғарифуллин Илдар Илфат улы (27 май 1963 йыл) — спортсы, саңғы икебәйгеһе буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1984). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |