Эстәлеккә күсергә

Ихтиандр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ихтиандр
Портрет
Ижад итеүсе:

Беляев Александр Романович

Әҫәрҙәр:

Кеше-амфибия (1927), Ихтиандр (1993), Диңгеҙ аждаһаһы (2008)

Беренсе телгә алынған:

Кеше-амфибия

Заты:

мужской

Ғаиләһе:

Бальтазар (атаһы), Сальватор (үгәй атаһы)

Ҡушаматы:

Диңгеҙ аждаһаһы

Ролде башҡарыусы:

Коренев Владимир Борисович

Ихтиандр (борон ғогрек телендәге ἰχθύς һүҙенән — «балыҡ» — «ир-егет, кеше») — Александр Беляевтың «Кеше-амфибия» фәнни-фантастик романы, шулай уҡ ошо роман буйынса төшөрөлгән фильмдар персонажы. Һыу аҫтында тын алыу һәм хәрәкәт итеү һәләтенә эйә кеше.

Китапҡа ярашлы, Ихтиандр — араукана ҡәбиләһенән индеец малайы[1], Аргентина хирургы Сальватор, операция яһап, йәш акуланың айғолаҡтарын күсереп ултырта. Шул арҡала Ихтиандр һыу аҫтында тын ала башлай һәм күп йылдар шунда йәшәй.

Ул оҙонса йөҙлө, һомғол буйлы, тура танаулы, йоҡа иренле һәм ҙур күҙле[2] матур егет[3]. Яурынында[4] йәки муйынында[5] тыумыштан миңе бар. Айғолаҡтарының диаметры ун сантиметрлыҡ түңәрәк тишектәрҙән ғибәрәт, улар ҡалаҡ һөйәге аҫтында урынлашҡан һәм биш нәҙек һыҙат менән ҡаплпнған[6].

Һәләттәре һәм белеме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айғолаҡтары ла, үпкәләре лә бар, һыу аҫтында тын ала[7]. Һыуҙағы тирбәлеүҙәрҙе ишетә һәм тоя ала, шуның арҡаһында хәүефтән, мәҫәлән, акула һөжүменән, ҡотола ала[8].

Үҙенең йәшәү шарттары, шулай уҡ доктор Сальватор тәрбиәһе арҡаһында Ихтиандрҙың белеме сикле[9][10]. Ул географияны, билдәле океандарҙы, диңгеҙҙәрҙе, төп йылғаларҙы яҡшы белә, астрономия, навигация, физика, ботаника, зоология буйынса ҡайһы бер белемдәргә эйә; расалар, халыҡтар тарихын аңлай[8]. Шул уҡ ваҡытта сәйәсәт һәм иҡтисад тураһында биш йәшлек бала кимәлендә лә белмәй[8]. Шулай уҡ ул йыл, ай йәки аҙна көнөн белмәй[9], шуға күрә уны эшкә яраҡһыҙ тип табалар[9]. Испан һәм инглиз телдәрен белә[8]. Яһалма һулыш эшләй белә[11]. Дельфинды ҡулға эйәләштерә[7].

Характеристикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ихтиандр характеры буйынса оялсан[12]. Аҡылһыҙ түгел, тапҡыр[10]. Ҙур бала булһа ла[9], ул ғәҙел[13]. Атеист[13].

Ихтиандр күп ваҡытын океанда үткәргәнлектән, доктор Сальватор уға махсус ҡорамалдар бирә: һығылмалы һәм ныҡлы матдәләрҙән торған тәңкәле костюм, ул тын алыуҙы тотҡарламай һәм акула йәки үткер бысаҡтан ышаныслы һаҡлай[6]. Махсус быялалы күҙлек, уларҙың һынылыу күрһәткесе икегә тигеҙ[6]. Ихтиандр һыу аҫтында яҡшы күрә[8]. Йәшел резинанан эшләнгән бирсәткәләре ярылы. Аяҡ бармаҡтары оҙонораҡ, шуға латәлмәрйен һымаҡ[14] шәп йөҙә[15]. Ихтиандрҙың ҡоралы — бысаҡ, уны кәрәк саҡта ҡуллана[16].

Беляевтың дуҫтары һәм таныштары әйтеүенсә, ул әҫәрҙәренең дауамын яҙырға яратмай: «…роман яҙылғас, геройҙар мине бүтән ҡыҙыҡһындырмай…». Әммә Ихтиандр уның яратҡан геройы була. Беляев Ихтиандр тураһында үҙенең дуҫтарына һәм таныштарына хикәйәнең дауамын һөйләй, әммә романдың дауамы сыҡмай[17]. Һуңыраҡ яҙыусы Александр Климай «Ихтиандр» һәм «Морской дьявол» тигән ике роман яҙа, Улар кеше-амфибияның артабанғы мажаралары тураһында[18].

  • 1961 — Кеше-амфибия (Человек-амфибия)
  • 2004 — Диңгеҙ Иблисе, «Кеше-амфибия» романы мотивтары буйынса сериал
  • 2015 Кеше-амфибия, Сергей Бодровтың фильм
  • 2015 — Атлантиданың һуңғы кешеһе , Александр Атанесяндың Кеше-амфибия һәм Атлантиданан һуңғы кешеһе (Последнего человека из Атлантиды) сюжеттарын берләштергән йәнһүрәте.[19][20]. Ихтиандр-атланттар принцы, ул катаклизмды кисергән һәм Атлантиданы юҡ иткән.
  • 2017 — <a href="https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A4%D0%BE%D1%80%D0%BC%D0%B0_%D0%B2%D0%BE%D0%B4%D1%8B" rel="mw:ExtLink" title="Форма воды" class="cx-link" data-linkid="92">Форма воды</a>
  • Донецк водолаз клубы герой Беляев хөрмәтенә аталған. СССР-ҙа тәүге Ихтиандр-66 һыу аҫты йортон төҙөү буйынса проект клубтың ҡаҙанышы булып тора.
  • Daphnella ichthyandri[21] — Ихтиандр хөрмәтенә аталған диңгеҙ ҡусҡары.
  • Chlorophthalmus ichthyandri[22] — Ихтиандр хөрмәтенә аталған диңгеҙ балығы.
  • Ихтиандр термины акванавттың синоним булараҡ ҡулланыла.

Төрлө мифологияларҙа кеше-амфибия образы кешенең һыу аҫтында һәм ҡоро ерҙә берҙәй иркен һәм хәрәкәт итеү мөмкинлеге тураһындағы хыялын сағылдыра. Һыу һәр ваҡыт кеше өсөн инеү мөмкин булмаған һәм серле урын булып тора. Һуңғы осор мифологияһында һыу менән ҡара һәм кире көстәр бәйле. Улар батып үлгәндәр, диңгеҙ ендәре һәм һыу эйәһе тураһында мифтарҙа сағылыш таба.

Һыуҙың тәрәнлеге шулай уҡ билдәһеҙлектән аңһыҙ ҡурҡыу тыуҙыра, ул бер үк ваҡытта диңгеҙ төбө байлыҡтар, хазиналар булыуы менән ылыҡтырған, әммә шайтан, ен һәм аждаһалары булыуы менән ҡурҡытҡан да.

Донъяның төрлө мифологияларында ярым кеше-ярымбалыҡ йәки ярым ҡош-кеше рәүешендә һыу киңлектәрендә йәшәүселәр:

  • Шәһәрезада әкиәттәрендә һәм ғәрәп мифологияһында «Диңгеҙ халҡы».
  • Славян һәм көнбайыш Европа мифологияһында һыуһылыуҙар (һыу инәләре).
  • Боронғо грек мифологияһында тритондар һәм сиреналар .
  • Шелки — кельт мифологияһында тюлень-кешеләр.
  1. Александр Беляев. «Человек-амфибия». — Глава «Слуга Ихтиандра».
  2. Александр Беляев. «Человек-амфибия». — Глава «Слуга Ихтиандра».
  3. Александр Беляев. «Человек-амфибия». — Глава «Человек-амфибия».
  4. Александр Беляев. «Человек-амфибия». — Глава «Нетерпение Зуриты».
  5. Александр Беляев. «Человек-амфибия». — Глава «Полный ход».
  6. 6,0 6,1 6,2 Александр Беляев. «Человек-амфибия». — Глава «Гениальный безумец»..
  7. 7,0 7,1 Александр Беляев. «Человек-амфибия». — Глава «День Ихтиандра».
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Александр Беляев. «Человек-амфибия». — Глава «Слуга Ихтиандра».
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 Александр Беляев. «Человек-амфибия». — Глава «В тюрьме.».
  10. 10,0 10,1 Александр Беляев. «Человек-амфибия». — Глава «Нетерпение Зуриты».
  11. Александр Беляев. «Человек-амфибия». — Глава «Девушка и смуглый».
  12. Александр Беляев. «Человек-амфибия». — Глава «Маленькая месть».
  13. 13,0 13,1 Александр Беляев. «Человек-амфибия». — Глава «Новый друг».
  14. Беляев А. День Ихтиандра // Человек-амфибия. Человек, нашедший свое лицо. — СПб.: Азбука, Азбука-Аттикус, 2018. — С. 63. — (Азбука-классика). — 3000 экз. — ISBN 978-5-389-12591-9.
  15. Александр Беляев. «Человек-амфибия». — Глава «Слуга Ихтиандра».
  16. Александр Беляев. «Человек-амфибия». — Глава «Бой со спрутами».
  17. C/c в 8 томах, том 8, Александр Беляев, стр. 497—516
  18. «Ихтиандр» и «Морской дьявол» 2014 йыл 5 май архивланған. Александра Климая
  19. Последний человек Атлантиды. Дата обращения: 18 май 2014. Архивировано 18 май 2014 года.
  20. Интервью с Александром Атанесяном. Дата обращения: 18 май 2014. Архивировано 18 май 2014 года.
  21. Daphnella ichthyandri Sysoev & Ivanov, 1985. Дата обращения: 18 май 2014. Архивировано 18 май 2014 года.
  22. Chlorophthalmus ichthyandri Kotlyar & Parin, 1986. Дата обращения: 18 май 2014. Архивировано 18 май 2014 года.