Эстәлеккә күсергә

Иҙелбай (исем)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Иҙелбай — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Иҙелбай исеме бар.

Иҙелбай иҙел һәм бай һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән башҡорт ир-аты исеме[1].

Иҙелбаев Нәжип Сафа улы, Нәжип Иҙелбай (12 март 1912 йыл — 1 октябрь 1991 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир, драматург, тәржемәсе. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Иҙелбаев Мирас Хәмзә улы (9 декабрь 1945 йыл) — ғалим-башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы. 1977 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1987 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы (2001), профессор (2014). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1995). Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты (2006). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).

Иҙелбаев Урал Мирас улы (15 декабрь 1972 йыл) — композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000).

Иҙелбаев Ғабдулла Сәфәрғәле улы (1893 йыл — 7 март 1918 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡортостан автономияһының тәүге ғәскәренә етәкселек иткән башҡорт офицерҙарының береһе.

Иҙелбай (рус. Идельбаево) — Рәсәй Федерацияһының Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһы ҡала округындағы ауыл. Ҡороған йылғаһы буйында урынлашҡан.

1-се Иҙелбай (икенсе исеме Баҙраҡ 1-се; рус. 1-е Идельбаево) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл. Таймый ауыл Советына ҡарай.

2-се Иҙелбай (икенсе атамаһы Баҙраҡ; рус. 2-е Идельбаево) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл. Таймый ауыл Советына инә.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ