Эстәлеккә күсергә

Иҫке Яҡуп (Йылайыр районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Иҫке Якуп (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Иҫке Яҡуп
Иҫке Якуп
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Йылайыр районы

Координаталар

52° с. ш. 58° в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 227 825 005

ОКТМО коды

80 627 425 121

Иҫке Яҡуп (Рәсәй)
Иҫке Яҡуп
Иҫке Яҡуп
Иҫке Яҡуп (Йылайыр районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Яҡуп

Иҫке Яҡуп (рус. Староякупово) — Башҡортостандың Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 50 кеше[1]. Почта индексы — 453694, ОКАТО коды — 80227825005.


Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 100 % тәшкил итә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 146 72 74 49,3 50,7
1959 йыл 15 ғинуар 203 93 110 45,8 54,2
1970 йыл 15 ғинуар 211 100 111 47,4 52,6
1979 йыл 17 ғинуар 152 74 78 48,7 51,3
1989 йыл 12 ғинуар 110 49 61 44,5 55,5
2002 йыл 9 октябрь 80 36 44 45,0 55,0
2010 йыл 14 октябрь 50 23 27 46,0 54,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Яҡуп ауылы Һаҡмар йылғаһының һул ярында, райондың көньяҡ-көнсығыш өлөшөнөң тау-урман зонаһының матур урынында, Крепостная (Дала) Йылайыр йылғаһының Һаҡмар йылғаһына ҡойған урынында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Йылайыр): 70 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Матрай): 16 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 112 км
  • И.Дилмөхәмәтов урамы (рус. И.Дильмухаметова (улица))
  • С.Халтурин урамы (рус. С.Халтурина (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[3]

Башҡортостандың Йылайыр районында бөгөн Яҡуп исеме менән ике ауыл билдәле: Иҫке Яҡуп һәм Яңы Яҡуп. Тәүҙә бер ауыл — Яҡуп була, икенсеһенә коллективлаштырыу йылдарында нигеҙ һалына.

Яҡуп ауылы тарихы тәүгә өйрәнелә. Район энциклопедияһында хаталы мәғлүмәт бар — ауыл Бөрйән улусы ауылы булараҡ күрһәтелгән һәм йәнәһе лә 1795 йылда Йылайыр районы теркәлгән.

Уның килеп сығыу ваҡыты һәм сәбәптәре тураһында мәғлүмәт юҡ. 1795—1834 йылдарҙағы ревизияларҙа билдәләнмәгән. X ревизия документтарында ғына (1859) һаҡланған, унда Ырымбур губернаһы Яҡуп ауылы һәм 3-сө юрттың 4-се башҡорт кантоны (Түңгәүер улусы) өйәҙе билдәләнгән[ЦРУ РБ. Ф.-138. Оп.2. Д.646. Л.2-19]. Әммә уның 1850 йылдағы IX ревизияһында иҫәпкә алыныуы тураһында күрһәтмә лә бар, шулай итеп, Яҡуп ауылы 1834—1850 йылдар арауығында барлыҡҡа килгән.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: XIX быуат картаһында ауыл Һаҡмар йылғаһының уң ярында, уға Йылайыр (Степной) йылғаһы ҡойған урында күрһәтелгән һәм ауылды ике өлөшкә бүлгән кеүек тойола [Европа Рәсәйенең махсус картаһы].

1859 йылда Яҡуп ауылы административ үҙәккә әйләнә. 1-се Ырымбур кантоны Түңгәүер Йорт ойошмаһының унынсы халыҡ иҫәбен алыуға ингән башҡорттарҙың йән башына бәйле исемлек түбәндәгеләрҙе теркәгән: "Яҡуп ауыл йәмғиәте: Яҡуп, Ғәҙел (һуңыраҡ Вәлит ауыл йәмғиәтенә ҡараған), Ишембәт, Мәҡсүт. 1863—1864 йылдарҙа Яҡуп ауыл йәмғиәте 3 ауылды берләштергән: «Яҡуп, Ишембәт, Мәҡсүт ауылдары»[ЦРУ РБ. Ф. И-2. Оп.1. Д. 15158. Л.37; Административ-территориаль бүленеш тарихы, 2003. с.374].

Көньяҡ түңгәүерҙәре ауылы Яҡупҡа 1834—1850 йылдарҙа Ейәнғолов нигеҙ һалған. X ревизияла (1859 йыл) Яҡуп Мәҡсүтов үҙенең ауылында йәшәгән, уға 82 йәш булған.

1860 йылдар башында Яҡуп ауылында 55 йорт хужалығы һәм 180 ир-ат була. Был ауыл халҡы малсылыҡ һәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән, Йәйләүгә сыҡҡан. Тулыһынса һылтанма буйынса уҡығыҙ[4].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Түңгәүер[6]
  • Ишҡәле Дилмөхәмәтов улдары менән. 1971 йыл[7]
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  3. Улицы
  4. http://urgaza.ru/library-portal/articles/210/1976/
  5. Ғәйнетдинов Ю.И. «Ҡурай һәм ҡурайсылар». — Өфө: «АльфаРеклама», 2014 й. — С. 424-се б..
  6. Аманат
  7. https://www.youtube.com/watch?v=y0nX2sCb1vY 1971г. Курай. Ишгали Дильмухаметов с сыновьями. с. Староякупово. Башкортостан