Эстәлеккә күсергә

Иҫәнғол (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫәнғол

Иҫәнғол — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Иҫәнғол исеме бар.

Иҫәнғол башҡорт ҡушма (иҫән+ҡол) исеме. Алланың һау-сәләмәт ҡоло тигәнде аңлата[1].

Ҡәйепов Иҫәнғол Мәмбәт улы (1773 йыл — 1848 йыл) — хәрби эшмәкәр. Майор. Дворян.

Иҫәнғол Иҫәкәев (1785 йыл — ?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Иҫәнғолов Илдар Илдус улы (20 май 1992 йыл) — хоккейсыһы, һаҡсы. «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 2017/2018 йылдар миҙгелен «Рязань» хоккейсыһы булып үткәрә. Йәштәр донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы һәм ике тапҡыр ЮХЛ чемпионы.

Иҫәнғолов Фәрит Әхмәҙулла улы (6 март 1928 йыл — 25 май 1983 йыл) — башҡорт совет яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1970), 1954 йылдан — КПСС, 1956 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Иҫәнғолова Гөлсөм Сабир ҡыҙы (10 июнь 1938 йыл) — театр актёры, Башҡортостан Республикаһының (1996) һәм Татар АССР-ының халыҡ артисы (1988).

Иҫәнғолов Афзалетдин Ғиззәтулла улы (14 сентябрь 1928 йыл — 25 май 2004 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1972) һәм СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1972).

Иҫәнғолов Вәхит Абдрахман улы (18 октябрь 1934 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты 1975), доцент (1975).

Иҫәнғол (рус. Исянгулово) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл.

Иҫәнғол станцияһы — Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы территорияһындағы ҡояш электр станцияһы, ҡеүәте — 9 мвт. 2017 йылдың 29 ноябрендә сафҡа индерелгән.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ