Йомаҡ (Мәләүез районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Йомаҡ (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Йомаҡ
рус. Юмаково
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәләүез

Ауыл биләмәһе

Ергән

Координаталар

53°10′24″ с. ш. 55°58′17″ в. д.HGЯO

Халҡы

176[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453875

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 241 830 009

Код ОКТМО

80 641 430 141

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Йомаҡ (Рәсәй)
Йомаҡ
Йомаҡ
Йомаҡ (Мәләүез районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Йомаҡ

Йомаҡ (рус. Юмаково) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 176 кеше[2]. Почта индексы — 453875, ОКАТО коды — 80241830009.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 176 100 76 56,8 43,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (94 %)[3].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 25 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ергән): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Салауат): 8 км

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йомаҡ ауылын 1786 йылғы Өфө наместниклығы картаһында табырға мөмкин. V ревизия үткәрелгән мәлдә был ауылда 24 йортта 145 кеше теркәлгән булған, 55 йыл үткәндән һуң, йорттар һаны үҙгәрмәһә лә халыҡ һаны 40-ҡа артҡан. Ошо ауылға нигеҙ һалыусы Йомаҡтын улы 1755 йылғы Исхаҡ Йомаҡов улы Кәлимулла менән йәшәүе тарихи сығанаҡтарҙа теркәлгән.

1842 йылда ауыл халҡында 210 йылҡы, 155 һыйыр малы булған, шулай уҡ 25 һарыҡ һәм 42 умарта теркәлгән. Йомаҡтан Иҙел ағышы буйынса аҙ ғына түбәнерәк уң яҡ ярҙа Йомаҡай ауылы булған. Унда XVIII быуат һуңында 20 йорт булып 122 кеше йәшәһә, XIX быуат урталарында 26 йортта 245 кеше теркәлгән.

Ауылға нигеҙ һалыусы Йомаҡай Бейембәтов, уның улдары Байназар Йомаҡаев(1751—1829), Мырҙаш Йомаҡаев(1791—1849) йорт старшиналары булғандар. Байназарҙың улдары Гәҙелша, Заһиҙулла, Әхмәт, Мырҙаштың улы Абдулвәли ҙә Йомаҡта төпләнгәндәр.

1920 йылда үткәрелгән иҫәп алыуҙарҙа был ике ауыл бергә Йомаҡ-Йомаҡай тип күрһәтелгән, 66 йортта 297 кеше йәшәгән[4].

XX быуат аҙағынаса ауылда тулы булмаған урта мәктәп эшләй, һуңыраҡ ул башланғыс мәктәп булып ҡала. Уҡытыу башҡорт телендә алып барыла. Был мәктәпте тамамлаған балаларҙың бер өлөшө Салауат ҡалаһында уҡыуын дауам итһә, бер өлөшө күрше Ергән ауылында татарса уҡып урта белем ала.

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • башҡ. Дуҫлыҡ (тыҡрығы) — рус.  Дружбы (переулок)
  • башҡ. Ҡарамышев (урамы) — рус.  Карамышева (улица)
  • башҡ. Салават Юлаев (урамы) — рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • башҡ. Мәктәп (тыҡрығы) — рус.  Школьный (переулок)[5]

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Әсфәндийәров Ә.З. Башҡорт АССР-ы ауылдары тарихы.Өфө «Китап» нәшриәте −1990 й.
  2. Мәләүез ере: Кисә,бөгөн, иртәгә.Өфө «Китап» нәшриәте — 2000 й.