Ҡадиров Рафаэль Рәшит улы
Ҡадиров Рафаэль Рәшит улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 2 сентябрь 1957[1] (67 йәш) |
Тыуған урыны | Туғай, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Ҡадиров Рафаэль Рәшит улы (2 сентябрь 1957 йыл) — рәссам, график (офорт, уникаль графика, акварель, пастель). 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997) — Ишембай ҡалаһынан яҡташы Камил Ғөбәйҙуллин менән берлектә 1995—1997 йылдарҙа ижад иткән «Юрматы ере» полиптихы өсөн. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (2009). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәсамы (2020) [2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рафаэль Рәшит улы Ҡадиров 1957 йылдың 2 сентябрендә Ғафури районы Туғай ауылында тыуған. Өфөлә Республика сәнғәт мәктәбен (1974), Башҡорт дәүләт педагогия институтының сәнғәт-графика бүлеген (1979) тамамлай. 1979 йылдан алып Ишембай ҡалаһында йәшәй.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1985 йылдан алып — республика, бөтә Рәсәй һәм бөтә Союз, шул иҫәптән махсус (график), зона, төбәк, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы. 15-тән ашыу шәхси, шул иҫәптән 3 сит ил күргәҙмәләре үтте.
«Март» ижади төркөмө ағзаһы (1989—1993). 1996 йылдан — «Рәсәй рәссамдары союзы» Рәсәй ижади йәмғиәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы региональ бүлеге (АЮ при РО ВТОО «СХР» РБ) ағзаһы.
Әҫәрҙәренең һаҡланған урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]60-тан ашыу әҫәре 15 Рәсәй Дәүләт музейҙарында һәм картина галереяларында һаҡлана:
- М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы (Өфө) [1] 2015 йыл 6 ғинуар архивланған.;
- Татарстан республикаһының дәүләт һынлы сәнғәт музейы(Ҡазан) [2];
- Милли мәҙәниәт үҙәгенең «Ҡазан» милли мәҙәниәт музейы (МНК НКЦ) (Ҡазан);
- Новосибирск дәүләт художество музейы (Новосибирск);
- Башҡортостан Республикаһанаң Мәҙәниәт министрлығы һәм халыҡ кәсебе «Урал» халыҡ ижады галереяһы (Өфө);
- «Academia» сәнғәт академияһы (Өфө, УГАЭС);
- «Сәнғәт» галереяһы (Өфө);
- Ишембай картиналар галереяһы (Ишембай);
- Ишембай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы (Ишембай);
- Салауат картиналар галереяһы (Салауат);
- «Янгантау» курорт ҡаласығы (Салауат районы, «Янғантау» шифаханаһы).
150-гә яҡын әҫәр — Башҡортостандың төрлө учреждениеларында һәм 100-ҙән ашыуы — сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа: Испания, Франция, АҠШ, Австрия, Германия, Израиль, Канада, Италияла һ.б. илдәрҙә һаҡлана.
Уның ҡулы менән ҡаланың һәм райондың символикаһы эшләнгән — Ишембай районы гербы, Ишембай районының флагы [3], шулай уҡ Яруллин Сыңғыҙхан Әсхәт улы менән берлектә — Ишембай ҡалаһының гербы һәм флагы.
Ишембай картина галереяһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, уның директоры.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Тарих сәнғәттә» (История в искусстве) күргәҙмә-конкурсының «Живопись» номинацияһы дипломанты (1999);
- Иң яҡшы әҫәр өсөн премия дипломанты (2000);
- Иң яҡшы әҫәр өсөн — Гран-при (2000);
- Рәсәй художество академияһы дипломанты (2005);
- «Урал 2008» Х Төбәк сәнғәт күргәҙмәһенең алтын миҙалы (2008);
- Рәсәй Федерацияһының рәссамдар союзы секретариатының «Традиции, духовность, мастерство» көмөш миҙалы (2009).
- Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (2009).
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2020) [3].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Багуманов А. И., Фаизова Ф. А. Лауреаты премии имени Салавата Юлаева. — Уфа: Китап, 1999. — 272 с. — С. 261—264.
- КАДЫРОВ Рафаэль Рашитович // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 279-280. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- Кадыров Р. Живопись, графика: альбом. Уфа, 2008
- Никулочкин, Д. В. «Наука и жизнь» обрела вторую жизнь // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2016. — № 35 (24 август). — С. 2. — ISSN 2220-8348.
- Никулочкин, Д. В. Пограничник с собакой: служба продолжается // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2018. — № 21 (23 май). — С. 3. — ISSN 2220-8348.
- Никулочкин, Д. В. Хранители истории Ишимбая : чч. III, IV // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2018. — № 17 (25 апрель). — С. 2. — ISSN 2220-8348.
- Никулочкин, Д. В. Хранители истории Ишимбая : ч. V // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2018. — № 18 (2 май). — С. 2. — ISSN 2220-8348.
- Никулочкин, Д. В. Хранители истории Ишимбая : чч. VIII, IX // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2018. — № 23 (6 июнь). — С. 2. — ISSN 2220-8348.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- фото 2016 йыл 4 март архивланған.
- фото(недоступная ссылка)
- биография
- биография 2008 йыл 27 ғинуар архивланған.
- Экспозиция 2017 йыл 3 ноябрь архивланған., Рафаэль Ҡадировтың биографияһы 2017 йыл 14 сентябрь архивланған.
- Сәнғәт галереяһындағы шәхси бүлеге.
- [4] 2008 йыл 7 ғинуар архивланған.
- http://tanjand.livejournal.com/750387.html
- Рафаэль Ҡадировтың картиналары 2017 йыл 3 ноябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 26.08.2020 № 529 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 29 август 2020.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 26.08.2020 № 529 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 29 август 2020.