Ҡаҙнабаев Заһиҙулла Мортаза улы
Ҡаҙнабаев Заһиҙулла Мортаза улы | |||
Тыуған ваҡыты | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Балапан ауылы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы | ||
Үлгән ваҡыты | |||
Вафат урыны | |||
Хеҙмәт иткән урыны | |||
Ғәскәр төрө |
кавалерия | ||
Хеҙмәт итеү йылдары | |||
Хәрби алыш/һуғыш | |||
Наградалар һәм премиялар |
|
Заһиҙулла Мортаза улы Ҡаҙнабаев (1897—1937) — хәрби эшмәкәр.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заһиҙулла (Заһит) Мортаза улы Ҡаҙнабаев 1897 йылдың октябрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 2-се Түңгәүер улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы) Балапан ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт[1].
1918 йылдан Башҡорт армияһының 1-се кавалерия полкында хеҙмәт итә. 1919 йылдың йәйендә Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы менән Украинала Деникинға ҡаршы һуғыштарҙа, ә шул уҡ йылдың көҙөндә Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө составында Петроградты обороналауҙа ҡатнаша[2].
1920 йылдың апреленән Башҡорт кавалерия бригадаһы составында совет-поляк һуғышы фронтына китә. Бында 27-се Башҡорт кавалерия полкының Шәмсетдин Ғафаров етәкләгән 4-се эскадронында взвод командиры була. 1920 йылдың 6 июнендә Пиняево ауылы янындағы алыш барышында үҙенең взводының яугирҙары менән флангынан һөжүм итеп, контрһөжүмгә күскән поляктарҙы, пулеметтарын ташлап, ҡасырға мәжбүр итә. Был алышта күрһәткән батырлығы өсөн ул, 1921 йылдың 17 февралендә, Республика Реввоенсоветының 57-се һанлы указына ярашлы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[3].
Демобилизацияланып, тыуған яғына ҡайтҡас, 1922−1924 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны Үрге Сәлим ауыл советының рәйесе була. 1925—1927 йылдарҙа Сибай мәғдәнлегендә өлкән милиционер булып хеҙмәт итә. 1930 йылдан Баймаҡ районы Советы рәйесе вазифаһын башҡара.
1932—1933 йылдарҙа Ленинградта милиция курстарында уҡығандан һуң Ейәнсура районының милиция начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1934 йылдан Баймаҡ районында милиция начальнигы, ДОСААФ рәйесе һ.б. яуаплы вазифаларҙы үтәй[4].
1942 йылдың 5 мартында репрессиялана, буржуаз-милләтселектә ғәйепләнеп ҡулға алына, 10 йылға төрмәгә ябыла. 1943 йылдың 27 майында Свердловск өлкәһендә төрмәлә вафат була. 1960 йылдың 12 февралендә аҡлана[1].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Казнабаев Загид Муртазич . Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан.
- ↑ Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары, 2011, с. 47
- ↑ Башҡорт армияһы тарихынан, 2012, с. 209
- ↑ Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары, 2011, с. 48
- ↑ Улицы г.Сибая // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 280 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.
- Ярмуллин А. Ш. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары. — Өфө, 2011. — 280 с.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 1897 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Йылайыр районында тыуғандар
- 27 ноябрҙә вафат булғандар
- 1937 йылда вафат булғандар
- Свердловск өлкәһендә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- СССР-ҙа репрессияланғандар
- СССР-ҙа аҡланғандар
- СССР-ҙа атылғандар
- Башҡорт АССР-ының дәүләт эшмәкәрҙәре
- Үлгәндән һуң аҡланғандар
- Совет-поляк һуғышында ҡатнашыусылар
- Башҡортостандағы Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар