Эстәлеккә күсергә

Каледин Сергей Львович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Каледин Сергей Львович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 10 февраль 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (56 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө еңел атлет
Уҡыу йорто Урал дәүләт физик культура университеты
Спорт төрө Еңел атлетика

Сергей Львович Каледин (10 февраль 1968 йыл) — Рәсәй еңел атлеты, оҙон дистанцияларға йүгереү һәм марафон буйынса белгес. 1991—2013 йылдарҙа профессиональ кимәлдә сығыш яһай, шоссела бер нисә эре халыҡ-ара старттар еңеүсеһе һәм призёры, Европа чемпионатында ҡатнашыусы (Будапешт). Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998).


Сергей Львович Каледин 1968 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған.

«Спартак» ирекле спорт йәмғиәтендә тренер С. В. Донин етәкселегендә еңел атлетика менән шөғөлләнә башлай, һуңынан 1986—2009 йылдарҙа армия спорт клубы өсөн сығыш яһай (Екатеринбург), Ушков Геннадий Александровичтың тәрбиәләнеүсеһе була. 1993 йылда. Силәбе дәүләт физик культура институтын[1] тамамлай.

1991 йылда Краснодарҙағы ярыштарҙа ҡаршылыҡтар менән 3000 метрға йүгереүҙә еңеп сыға.

1996 йылда Мәскәүҙә ярым марафонда — икенсе, (1:03:30), Лион марафонында һигеҙенсе урында (2:16:19).

1997 йылда Францияла сығыш яһауын дауам итә, Ла-Гранд-Мотта ярым марафонда — икенсе (1:03:54), Сесан-Ош ярыммарафонында беренсе була (1:03:41), 11-се урынды Париж марафонында ала (2:15:55), Сент-Эгрев марафонында бөтә дәғүәселәрен уҙып китә (2:19: 51), Себер халыҡ-ара марафонында финишҡа алтынсы булып килә (2:18:30), Лион марафонында — беренсе (2:12:14), Монако марафонында — алтынсы (2: 15: 58).

1998 Йылда Париж марафонында 12-се (2:12:34) һөҙөмтә күрһәтә., Мәскәүҙә ярым марафонда иң көслө унау иҫәбенә инә (1:04:53). Уңышлы сығыштары арҡаһында Рәсәй йыйылма командаһы составына инә һәм Будапештта Европа чемпионаты — марафонында ил намыҫын яҡлау хоҡуғына эйә бул, марафон программаһында 2:22:55 ваҡыт күрһәтә, ярыштарҙың йомғаҡлау протоколында 34-се юлда тора.

1999 йылда Ла-Гранд-Моттағы ярым марафонда — икенсе (1:04:40), Сесан-Ош ярым марафонында — беренсе (1:05:17), Париж марафонында — 18-се (2:13:55), Өфө марафонында — икенсе (2:22:43), Лион марафонында (2:15:50) һәм Лозанна марафонында — бишенсе (2:17:15).

2000 йылда Нантер марафонында- етенсе (2:20:46), Юнгфрауҙың тау марафонында — беренсе, Лозанна марафонында — өсөнсө урында (2:20:13).

2001 йылда Нантер марафонында еңеү яулай (2:20:30), Юнгфрауҙың тау марафонында икенсе, Лозанна марафонында алтынсы була (2: 22:45).

2002 йылда Париж марафонында 18-се урын (2:13:47), Анси ҡалаһында ярым марафонда өсөнсө урын (1:07:20), Юнгфрау тау марафонында бишенсе урын, Монакола марафонда дүртенсе урын (2:19:57).

2003 йылда Марсель марафонында — алтынсы (2:16:22), Анси ҡалаһында марафонда — беренсе (2:23:37), Себер халыҡ-ара марафонында — өсөнсө (2:18:36), Реймс марафонында — алтынсы (2:14:19), Монаколағы марафонда — өсөнсө (2:20:18) була.

2004 йылда Бурк-ан-Бреста ярым марафонда өсөнсө (1:07:47), Цюрих марафонында — бишенсе (2:16:25) һәм Юнгфрауҙың тау марафонында, Реймс марафонында 12-се (2:24:52), Монако марафонында — дүртенсе (2:30:57) булып финишҡа килә.

2005 йылда Каннахтағы ярым марафонда — өсөнсө (1:08:21), Анси марафонында еңә (2:20:01), Монако марафонында бишенсе (2:23:26) һөҙөмтә күрһәтә.

2006 йылда Бурк-ан-Брес ярым марафонда — бишенсе 1:10:36), Анси марафонында (2:27:45) һәм Мейәс «Таҙа һыу йүгереүе» марафонында (2:25:43) бөтә дәғүәселәрен уҙып китә, Себер халыҡ-ара марафонында дүртенсе (2:18:58) һөҙөмтә күрһәтә , Юнгфрау таулы марафонда — икенсе, Гаврҙа Норманд марафонында — бишенсе (2:29:05), Монакола алтынсы (2:25:35) һөҙөмтә күрһәтә.

2007 йылда иң мөһим һөҙөмтәләр араһында — Анси ҡалаһында марафонда өсөнсө урын (2:25:36), «Таҙа һыу йүгереүе» марафонында — беренсе (2:23:00), Себер халыҡ-ара марафонында — дүртенсе (2:22:25), Юнгфрау тау марафонында алтынсы урын.

2008 йылдан АҠШ-та төрлө шоссе коммерция старттарында әүҙем сығыш яһай. Спорт карьераһын 2013 йылда тамамлай[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәйҙең халыҡ ара класлы спорт мастеры» (1998)[3].
  1. хәҙер Урал дәүләт физик культура университеты
  2. Сергей Каледин. ARRS. Дата обращения: 12 июнь 2022. Архивировано 2 июль 2022 года.
  3. Каледин Сергей Львович. Башкирская энциклопедия (10 октябрь 2019). Дата обращения: 2 июль 2022. Архивировано 2 июль 2022 года.