Эстәлеккә күсергә

Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе

Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе ағзалары һәм Көньяҡ Африка таможня берләшмәһе ағзалары(асығыраҡ төҫлө)
Ағза

16 Африка дәүләте

Ойошма төрө

Халыҡ-ара ойошмаһы

Рәсми телдәре

Инглиз, француз, португал

Етәкселәре
Генераль секретарь

Томас Саломао

Нигеҙләнгән
SADCC (Көньяҡ Африка үҫешен координациялау буйынса конференциялар) булараҡ

1 апрель 1980

SADC (Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе) булараҡ

17 август 1992

Бөтөрөлгән
-
 Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе Викимилектә

Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе (ингл. Southern African Development Community (SADC)) — Көньяҡ Африка илдәренең сауҙа-иҡтисади союзы, 1992 йылда Көньяҡ Африка үҫешен координациялау буйынса конференциялар (Southern African Development Coordination Conference, ҡыҫҡаса SADCC) нигеҙендә ойошторола.

Көньяҡ Африка үҫешен координациялау буйынса конференциялары субрегиондың 11 иле тарафынан 1980 йылда булдырыла. Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһенең төп маҡсаты — ағза-илдәрҙең сауҙа бәйләнештәрен либералләштереү, социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм интеграция, шулай уҡ көньяҡ Африканың 16 иле араһында сәйәсәт һәм хәүефһеҙлек өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү[1].

Хәҙерге ваҡытта берләшмәлә таможня пошлиналары ярайһы уҡ кәмегән һәм үҙ-ара сауҙа бәйләнештәрендә тариф булмаған сикләүҙәрҙе бөтөрөүҙә ярайһы уҡ алға китешкә өлгәшелгән. Ирекле сауҙа зонаһын булдырыу юлында берләшмә һиҙелерлек алға киткән.

Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе 16 илде берләштерә[2].

Ҡатнашыусы илдәрҙең майҙаны һәм халыҡ иҫәбе[3]
Илдәр Майҙаны

(км2)

Халыҡ иҫәбе Иҫкәрмәләр
Ангола Ангола 1 246 700 25,646,166
Ботсвана Ботсвана 582 000 2,024,904
Комор Утрауҙары Комор Утрауҙары[4][5] 2 235 575,660 2017 йылдың 20 авгусынан
Конго Демократик Республикаһы Конго ДР 2 344 858 78,736,153 1997 йылдың 8 сентябренән
Эсватини Эсватини 17 363 844,223
Лесото Лесото 30 355 1,741,406
Мадагаскар Мадагаскар 587 295 12,238,914 2009 йылда ағзалыҡ туҡтатылғандан һуң, 2014 йылдың 30 ғинуарында ағзалыҡ тергеҙелде[6],
Малави Малави 118 484 13,077,160
Маврикий Маврикий 1 969 1,237,000 1995 йылдың 28 авгусынан
Мозамбик Мозамбик 801 590 20,252,223
Намибия Намибия 824 268 2,104,900 1990 йылдың 21 мартынан (бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң)
Сейшель Утрауҙары Сейшель Утрауҙары 456 90,945 1997 йылдың 8 сентябренән 2004 йылдың 1 июлендә Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе ағзаһы була, һуңынан 2008 йылда йәнә ағзалыҡҡа ҡабул ителә
Көньяҡ Африка Республикаһы КАР 1,221,037 56,000,000 1994 йылдың 30 авгусынан
Танзания Танзания 947,303 44,928,923
Замбия Замбия 752,612 13,046,508
Зимбабве Зимбабве 390 757 12,973,808

Бурунди берләшмәгә ҡушылыу үтенесе менән мөрәжәғәт иткән[7].

Тарихы һәм етәкселеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Көньяҡ Африка үҫешен координациялау буйынса конференциялар логотибы (1980—1992)
Көньяҡ Африка үҫешен координациялау буйынса конференциялар флагы (1980—1992)

Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе тураһында килешеүгә 1992 йылдың авгусында Намибияның баш ҡалаһы Виндхукта ҡул ҡуйыла. Берләшмәнең нигеҙендә — субрегиондың 11 иле тарафынан 1980 йылда булдырылған Көньяҡ Африка үҫешен координациялау буйынса конференциялары (Southern African Development Coordination Conference, ҡыҫҡаса: SADCC).

Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе — Африканың иң ҙур һәм йоғонтоло төбәк-ара берекмәләренең береһе булып тора. Берләшмә ағзалары илдәрендә халыҡтың дөйөм һаны 248 миллион самаһы кеше тәшкил итә, тулайым эске продукты — 432 миллиард АҠШ доллары.

Ойошманың бюджеты — яҡынса 50 миллион АҠШ доллары. Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһенең юғары органы — дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары саммиты (ғәҙәттә, саммиттар йыл һайын үткәрелә, ләкин шулай уҡ юғары кимәлдәге сираттан тыш осрашыуҙар ҡулланыла). Ул Берләшмәнең ғәмәлдәр стратегияһы һәм тактикаһының төп мәсьәләләре буйынса ҡарарҙар концептуалы нигеҙендә ҡабул итә, уның эшсе органдары менән етәкселек итә, Башҡарма секретарҙе һәм уның урынбаҫарын тәғәйенләй. Берләшмәнең башҡа төп структуралары — Министрҙар Советы һәм Парламент форумы.

Донъя баҙарында Африка тауарҙарының конкуренцияға һәләтлелеген күтәреү маҡсатында, Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе илдәренең етәкселәре тарафынан Көньяҡ Африкала ирекле сауҙа зонаһын булдырыу тураһында килешеү төҙөлә.

Килешеү әкренләп Африка континентының көньяҡ өлөшөндә таможня ҡаршылыҡтарын бөтөрөүҙе күҙ уңында тота. Килешеүгә ярашлы, 2008 йылға ирекле сауҙа зонаһын, 2010 йылға таможня союзын ойоштороу ваҡыты билдәләнә. Ә 2015 йылда Берләшмә илдәренең дөйөм баҙары булдырылырға тейеш була.

2005 йылда Көньяҡ Африка Республикаһы Үҙәк банкы башлығы Тито Мбовени, ҡитғаның иҡтисади яҡтан иң үҫешкән иле — Көньяҡ Африка Республикаһының бизнес-берләшмәһе алдында сығыш яһап, 2016 йылға ҡарай донъяла Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһенең яңы валютаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал, тип белдерә. Быға тиклем алыҫыраҡ ваҡыт — 2021 йыл күҙалланған була.

Бөтә 15 ҡатнашыусы ил дә донъяла алдан «афро» тип йөрөтөлгән яңы валютаға күсә ала. Берҙәм валюта ҡуйғанда Европа берләшмәһенең евро төҙөү буйынса тәжрибәһен иҫәпкә аласаҡбыҙ, тип вәғәҙәләй ойоштороусылар[8]. Улар Көньяҡ Африка Республикаһының рэндын һәм Ботсвананың пулаһын валюта союзының нигеҙе итеп күрә.

Көньяҡ Африка Республикаһы һәм Ботсвана — алмазға эйә ошо ике ил, ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, берләшмәнең 90 процентҡа тиклем эске тулайым продуктын тәьмин итә (шуларҙың өстән ике өлөшө — Көньяҡ Африка Републикаһына тура килә).

Берләшмәлә шенген тибы буйынса берҙәм виза индереү мәсьәләһе ҡарала. 2005 йылдың авгусында Көньяҡ Африка Республикаһы, Мозамбик, Намибия һәм Лесото граждандарҙы ирекле йөрөтөү тураһында протоколға ҡул ҡуя.

Берләшмә территорияһында хәүефһеҙлек

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм Африка коллектив именлек системаһын булдырыу алымдарын яйға һалыу һәм ҡитғаның көньяғында хәрби-сәйәси хәлде анализлау өсөн 1996 йылдан алып Сәйәсәт, оборона һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһенең Директораты эшләй. Уның төп бурыстары — төбәктә эске һәм дәүләт-ара көрсөктө көйләү, шул иҫәптән тыныслыҡ урынлаштырыу операциялары үткәреү, стихиялы бәлә-ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү, шулай уҡ Берләшмә дәүләттәренең берлектәге хәрби күнегеүҙәрҙе әҙерләү һәм үткәреү. Йәмәғәт палатаһы рәйесе — Эсватини короле Мсвати III (2009 йылдың мартында һайлана).

Төбәктә тыныслыҡты һәм тотороҡлоҡто һаҡлау проблемаларына айырым иғтибар бирелә. 2007 йылдың авгусында Лусака ҡалаһында (Замбия) үткән Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһе саммитында берләшмәнең 11 ағза-дәүләтенән 600 кешенән торған «SADCBRIG» тыныслыҡ урынлаштырыусы бригадаһы ойошторола. Берләшмәнең тағы ла 4 ағзаһы ҡушылғандан һуң уның һанын 1 мең кешегә тиклем еткерергә ниәтләйҙәр.

Тышҡы сәйәсәт: ҡатнашыусы илдәрҙең ҡараштары һәм ҡаршылыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был субтөбәк ойошмаһында ҡатнашыусы дәүләттәрҙең тышҡы сәйәси эшмәкәрлеген яраштырыу буйынса аҙымдар яһала.

Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһенең айырым илдәре һәм Европа Берлеге араһында иҡтисади партнерлыҡ тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу мәсьәләһен ойошма эсендә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. 2007 йылда Европа Берлеге менән иҡтисади партнерлыҡ тураһында килешеүҙәргә Ботсвана, Намибия, Лесото һәм Эсватини ҡул ҡуя. Бындай килешеүҙәргә Көньяҡ Африка Республикаһы ҡаршы сыға, улар Африканың көньяғында таможня союзын ойоштороуға хәүеф тыуҙыра аласаҡ, тип иҫәпләй.

Ике йылға бер тапҡыр Европа Берлеге-Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһе һәм АҠШ-Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһе форумдары үткәрелә. Һиндостан, Ҡытай, Япония, Скандинавия илдәре Берләшмә менән хеҙмәттәшлек итеү менән ҡыҙыҡһына.

  1. Schenoni, Luis L.. «The Southern African unipolarity» (Journal of Contemporary African Studies). Проверено 2017-09-30.
  2. Member States. Southern African Development Community. Дата обращения: 31 июль 2017. Архивировано 21 май 2020 года.
  3. «Population by sex, annual rate of population increase, surface area and density». United Nations Statistics Division: 1–2. Проверено 27 January 2017.
  4. Communiqué of the 37th Summit SADC of Heads of State and Government or Tambo Building, Department of International Relations and Cooperation (DIRCO) Pretoria, South Africa. Southern African Development Community (20 август 2017). Дата обращения: 31 июль 2017. Архивировано 3 ноябрь 2018 года.
  5. The Union of Comoros becomes the 16th SADC Member State. Southern African Development Community (20 август 2017). Дата обращения: 31 июль 2017. Архивировано 14 май 2019 года.
  6. SADC Lifts Madagascar Suspension. SADC. Дата обращения: 30 ғинуар 2014. Архивировано 9 октябрь 2019 года.
  7. Nakale, Albertina Southern Africa: Comoros Admitted Into SADC (22 август 2017). Дата обращения: 31 август 2017. Архивировано 1 сентябрь 2017 года.
  8. Газета.Ru — Финансы — 20 строк. Дата обращения: 20 август 2017. Архивировано 21 август 2017 года. 2017 йыл 21 август архивланған.
  • Давидсон А. Б. Южная Африка: Становление сил протеста. 1870—1924. — М.: Наука, 1972.
  • Деловая ЮАР. Тома V—VI. Экономика и связи с Россией в 2000—08 гг. — М.: ПОЛПРЕД Справочники, 2008.
  • Райзберг Б. А., Лозовский Л. Ш., Стародубцева Е. Б. Современный экономический словарь. —5-е изд., перераб. и доп. — М.: ИНФРА-М, 2006.
  • А. М. Хазанов, История Мозамбика в Новое и Новейшее время, Юнити-Дана, Закон и право, 2006