Лотфулла (исем)
Лотфулла |
Лотфулла — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лотфулла исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән: Алланың рәхимлеһе, мәрхәмәтлеһе, изгелекле, алланың һөйөклөһө мәғәнәһенә эйә[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбделғәзизов Лотфулла Кәлимулла улы (12 июнь 1866 йыл — 30 октябрь 1913 йыл) — уҡытыусы-мәғрифәтсе. 1895—1902 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Сермән ауылындағы урыҫ-башҡорт училищеһы мөдире. Тырышлыҡ өсөн көмөш миҙалы менән бүләкләнеүсе (1900). Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһының почётлы гражданы (1906).
Ҡарамышев Лотфулла Ғибәҙулла улы (22 октябрь 1917 йыл — 27 март 1985 йыл) — СССР-ҙың партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдағы совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
Сәфиуллин Лотфулла Әғәҙулла улы (рус. Сафиуллин Лутфулла Агадуллович 1907 йыл — 22 июль 1942 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. гвардия сержанты.
Лотфулла Фәттәхов, Лотфулла Әбделмән улы Фәттәхов — татар рәссамы, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғат эшмәкәре; СССР-ҙың, Татарстандың Ғ. Тукай исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәйех Лотфулла мәсете (фарс. مسجد شیخ لطف الله / Masjede Šeykh Lotfollâh) — Исфахандың иң ҙур мәсете, Наҡшә Джахан майҙаны (шулай уҡ Имам майҙаны тип атала), Исфахан ҡалаһы үҙәгенең көнсығышында уранлашҡан, ул — Иранда һәм донъяла иң ҙур мәсеттәрҙең береһе. Ул фарсы архитектураһының, атап әйткәндә, исфахан мәктәбенең сағыу өлгөләренең береһе булып тора. Наҡшә Джахан майҙаны һәм уның биләмәләрендә урынлашҡан архитектура ҡомартҡылары составындығы Ирандағы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттарының береһе һанала.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 57 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |