Лоҡманов Хәлил Хәмит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лоҡманов Хәлил Хәмит улы
рус. Хали́л Хами́тович Лукма́нов
Зат ир-ат
Тыуған көнө 29 ғинуар 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Силәбе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 10 ғинуар 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (58 йәш)
Вафат булған урыны Һатҡы, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө боксёр
Уҡыу йорто Урал дәүләт физик культура университеты
Спорт төрө Бокс

Лоҡманов Хәлил Хәмит улы (29 ғинуар 1959 йыл — 10 ғинуар 2018 йыл) — СССР боксёры, СССР һәм Рәсәйҙең бокс буйынса тренеры. Ҙур халыҡ-ара турнирҙар, бөтә Союз һәм бөтә Рәсәй беренселектәре призеры, СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лоҡманов Хәлил Хәмит улы 1959 йылдың 29 ғинуарында Силәбе ҡалаһында тыуған. Иртә йәштән бокс менән әүҙем шөғөлләнә башлай, 1977 йылдан тренер Е. Л. Удачин етәкселегендә Силәбе металлургия заводы ҡарамағындағы спорт клубында әҙерлек үтә.

1975 йылда Ҡазанда юниорҙар араһында СССР чемпионатында еңеү яулай. 1976 йылда Ригала ошо ҡаҙаныштын ҡабатлай һәм Ташкентта бөтә Союз йәштәр уйындарында еңеү яулай. СССР спорт мастеры нормативын үтәй. 1978 йылда Липецк ҡалаһында СССР беренселегендә еңә, артабан Дублинда уҙған юниорҙар араһында Европа чемпионатында еңеү яулай һәм Берлинда халыҡ-ара туранирҙа бронза миҙалына эйә була. Был ваҡытта уға СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры дәрәжәһе бирелә.

1979 йылдан өлкәндәр кимәлендә СССР милли йыйылмаһы составында сығыш яһай. Алма-Атала халыҡ-ара турнирҙа бронза миҙалын яулай. Мәскәүҙә һәм Берлинда уҙған халыҡ-ара турнирҙарҙа ҡатнаша. Иваново ҡалаһында уҙған РСФСР беренселегендә икенсе урын яулай.

1980 йылда Дондағы Ростовта СССР чемпионатында ҡатнаша. 1982 йылда Болгарияла «Странджа» халыҡ-ара турнирында уңышлы сығыш яһай. 1982 йылда Донецкиҙа СССР чемпионатында бронза миҙалын яулай[1].

1981 йылда Силәбе дәүләт физик культура институтын тамамлай.

Спорт карьераһы тамамлағандан һуң тренер эшмәкәрлеген менән шөғөлләнә. 1984 йылдан Силәбе Махсуслашҡан олимпия резервы балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбендә тренер-уҡытыусы булып эшләй. Һуңыраҡ Силәбе өлкәһе Төбәк бокс буйынс олимпия әҙерләү уҡыу үҙәге уҡытыусыһы була, Силәбе өлкәһенең бокс буйынса йыйылма командаһының тренерлыҡ составына инә. 2002—2008 йылдарҙа — бокс буйынса Рәсәй йыйылма командаһының тренерлыҡ составы ағзаһы.

Күп кенә һәләтле спортсылар әҙерләй, улар араһында Рәсәй чемпиондары, донъя чемпионаттары призерҙары (Сергей Ғәликәев һәм башҡалар) бар[2]. Тренер эшмәкәрлегендә юғары ҡаҙаныштары өсөн 200З йылда Хәлил Лоҡманов Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры исеменә лайыҡ була[3].

Судья булараҡ бокс буйынса күп кенә ярыштарҙа ҡатнаша. АИБА халыҡ-ара категориялы судья.

2018 йылдың 10 ғинуарында Һатҡы ҡалаһында юниорҙар араһында Урал федераль округының беренселеге барышында вафат булған[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. По материалам базы данных amateur-boxing.strefa.pl
  2. Поздравляем с днем рождения Халила Хамитовича Лукманова! Федерация олимпийского бокса (10 май 2012). Дата обращения: 24 июль 2017. 2018 йыл 13 ғинуар архивланған.
  3. Челябинская школа бокса. Лукманов, Халил Хамитович. WORLDBOXING.USSR. Дата обращения: 24 июль 2017. 2020 йыл 23 октябрь архивланған.
  4. Известный тренер Халил Лукманов умер во время первенства по боксу в Сатке. Московский комсомолец (11 ғинуар 2018). Дата обращения: 11 ғинуар 2018.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]