Лушев Пётр Георгиевич
Лушев Пётр Георгиевич | |
рус. Пётр Георгиевич Лушев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 18 октябрь 1923[1] |
Тыуған урыны | Побоище[d], Емецкий уезд[d], Архангельская губерния[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 23 март 1997 (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто |
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d] Военная академия бронетанковых войск[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | генерал армии[d] |
Командалыҡ иткән | 44-я учебная танковая дивизия[d], 4-я гвардейская танковая дивизия[d], Приволжский военный округ[d], Среднеазиатский военный округ[d] һәм Группа советских войск в Германии[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | Совет Армияһы |
Ойошма ағзаһы | КПСС Үҙәк комитеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Лушев Пётр Георгиевич (18 октябрь 1923 йыл — 23 март 1997 йыл) — совет хәрби етәксеһе, армия генералы, Советтар Союзы Геройы (1983).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Петр Георгиевич Лушев Архангельск губернаһы (хәҙерге Архангельск өлкәһе) Емцы өйәҙе Побоище ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бер нисә йылдан ғаилә Архангельск тирәһендәге Ленин исемендәге урман заводы ҡасабаһына (3-сө ЛДК) күсә; Архангельскиҙа 95-се һанлы урта мәктәпте тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та 1941 йыджың авгусында Ҡыҙыл Армияға алына. Кесе лейтенанттар курсын тамамлай. Ғәмәлдәге армияла- 1942 йылдың июненән. Волхов һәм Ленинград фронттарында һуғыша. 19-сы гвардия уҡсылар дивизияһы 61-се гвардия батальоны 1-се уҡсылар полкының взвод командиры[2], 1944 йылдан — уҡсылар ротаһы командиры, 1945 йылда — батальондың өлкән адъютанты (хәҙерге армияла батальон штабы начальнигы вазифаһына тап килә).
1942 йылғы Синявин һөжүм операцияһында ҡатнаша (1942 йылдың июлендә — башы, 30.8.1942 йылдың 30 авгусында мина ярсығы менән һул янбашы яралана, икеһе лә еңел яра), Ленинград — Новгород, Балтик буйы операцияларында, Курляндия төркөмөн ҡамауҙа ҡатнаша. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[2]. 1943 йылдың октябрь айында Украинала Лушевтың атаһы — ҡыҙылармеец Лушев Егор Федорович (1895—1943) — һәләк була[3][4].
Һуғыштан һуңғы осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыштан һуң 1947 йылда офицерҙар составын камиллаштырыу курсын тамамлай. Танк батальоны штабы начальнигы, танк батальоны командиры булып хеҙмәт итә. 1951 йылдан — ВКП(б) ағзаһы. 1954 йылда И. В. Сталин исемендәге Хәрби бронетанк ғәскәрҙәре академияһын тамамлай. 1954 йылдан — танк полкы командиры, танк дивизияһы командиры урынбаҫары була.
1966 йылда Генераль штабы хәрби академияһын тамамлай. 1966 йылдың июленән — 44-се күнегеү танк дивизияһы командиры. 1968 йылдың май айынан — Мәскәү хәрби округында 4-се Кантемир гвардия танк дивизияһы командиры. 1969 йылдың июненән Германиялағы Совет ғәскәрҙәре төркөмө нөң дөйөм ғәскәри армияһы командующийының беренсе урынбаҫары була, 1971 йылдың ноябренән — ГСВГ составындағы 1-сеҠыҙыл Байраҡ гвардия танк армияһы командующийы (штабы Дрезденда, ГДР). 1973 йылда К. Е. Ворошилов исемендәге СССР Ҡораллы көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы ҡарамағындағы Юғары академия курсын тамамлай.
Юғары команда вазифаларында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1973 йылдың 30 июленән алып — Германияла Совет ғәскәрҙәре төркөмө баш командующийының беренсе урынбаҫары, 1975 йылдың июненән — Волга буйы хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы, генерал-полковник (1976 февраль). 1977 йылдың ноябренән — Урта Азия хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы. 1980 йылдың ноябренән — Мәскәү хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы. Хәрби дәрәжәләр «Армия генералы» хәрби дәрәжәһе 1981 йылдың 2 ноябрендге СССР Юғары Советы Президиумы указына ярашлы тәғәйенәлән. 1985 йылдың июленән Германияла Совет ғәскәрҙәре төркөмөнөң баш командующийы..
1986 йылдың июнь айынан СССР Оборона министрының беренсе урынбаҫары. 1989 йылдың 24 ғинуарынан Варшава килешеүенең Берләштерелгән Ҡораллы көстәрҙең һуңғы баш командующийы.1991 йылдың 26 апреленән СССР Оборона министрлығы ҡарамағындағы Генераль инспекторҙар төркөмө хәрби инспектор-советнигы.
СССР Юғары советының 10-сы һәм 11 саҡырылыштары депутаты (1979—1989).1989 — 1991 йылдарҙа — СССР халыҡ депутаты 1981—1990 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы.
Отставкала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1992 йылдың ғинуарынан — отставкала. Мәскәү ҡалаһында йәшәгән. 1997 йылдың 23 мартында вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән.
Архангельск ҡалаһындағы 95-се мәктәптә уның иҫтәлегенә 2005 йылда мемориаль таҡтаташ асыла.
Хәрби дәрәжәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Танк ғәскәрҙәре генерал-майоры (25.10.1967)
- Танк ғәскәрҙәре генерал-лейтенанты (2.11.1972[5])
- генерал-полковник (19.02.1976)
- армия генералы (2.11.1981)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1983 йылдың 17 октябрендәге указ).
- Ике Ленин ордены (икенсеһе −17.10.1983)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены.
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985).
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (беренсеһе — 18.10.1944[2])
- Ордены, «СССР ҡораллы көстәрендә ватанға хеҙмәте өсөн» 3-сө дәрәжә.
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы(1943).
- СССР миҙалдары.
- Рәсәй федерацияһы миҙалдары.
- Сит дәүләттәр наградалары.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Pjotr G. Luschew // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Наградной лист на сайте Подвиг народа.
- ↑ Овсянкин Е. И. Генерал армии Пётр Лушев / Е. И. Овсянкин // Овсянкин Е. И. Завод на Северной Двине / Е. И. Овсянкин. — Архангельск, 2001. — С. 122—125.
- ↑ Согласно донесению о безвозвратных потерях, умер в эвакогоспитале 60-й армии между 20 и 25 октября 1943 года. По данным документов, выложенных в ОБД «Память народа», похоронен в городе Носовка Черниговской области.
- ↑ Калашников К. А., Додонов И. Ю. Высший командный состав Вооружённых сил СССР в послевоенный период. Справочные материалы (1945—1975 гг.). Том 3. Командный состав танковых войск. Усть-Каменогорск: «Медиа-Альянс», 2017. — ISBN 978-601-7887-15-5. — С. 648.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 898. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Военная энциклопедия в 8 томах. М.:Издательство Министерства обороны Российской Федерации, 1994—2004. — Т.5.
- Калашников К. А., Додонов И. Ю. Высший командный состав Вооружённых сил СССР в послевоенный период. Справочные материалы (1945—1975 гг.). Том 1. Усть-Каменогорск: «Медиа-Альянс», 2013. — ISBN 978-601-7378-16-5. — С.159—160.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лушев Пётр Георгиевич . «Герои страны» сайты.
- Могила П. Г. Лушева.
- 18 октябрҙә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 23 мартта вафат булғандар
- 1997 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Генераль штабтың Хәрби академияһын тамамлаусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн» ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «За отличие в охране государственной границы СССР» миҙалы менән наградланғандар
- «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Ветеран Вооружённых Сил СССР» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн» ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- КПСС-тың XXV съезы делегаттары
- КПСС-тың XXVII съезы делегаттары
- КПСС-тың XXVI съезы делегаттары
- 11-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 10-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Бөйөк Ватан һуғышында рота командирҙары
- СССР танкистары
- I дәрәжә «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр