Эстәлеккә күсергә

Магомаев Мөслим Мөхәммәт оғлы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Магомаев Мөслим Мөхәммәт оғлы
әзерб. Müslüm Məhəmməd oğlu Maqomayev
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Әзербайжан
 СССР
 Рәсәй[1]
Тыуған көнө 17 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Баҡы, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР[2]
Вафат булған көнө 25 октябрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[4][3] (66 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Баҡының арҙаҡлылары ерләнгән аллея[d]
Атаһы Магомет Муслимович Магомаев[d]
Әсәһе Магомаева Айшәт Әхмәт ҡыҙы
Хәләл ефете Синявская, Тамара Ильинична[d]
Һөнәр төрө опера йырсыһы, композитор, кинокомпозитор, мемуарист
Уҡыу йорто Бакинская музыкальная академия[d]
Бакинское музыкальное училище имени Асафа Зейналлы[d]
Ҡатнашыусы В гостях у Дмитрия Гордона[d]
Йырсы тауышы баритон[d]
Музыка ҡоралы фортепиано һәм вокал[d]
Жанр поп-музыка[d], Опера һәм оперная поп-музыка[d]
Нәшер итеүсе ЛитРес[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт magomaev.info
 Магомаев Мөслим Мөхәммәт оғлы Викимилектә

Магомаев Мөслим Мөхәммәт оғлы (әзерб. Müslüm Məhəmməd oğlu Maqomayev; 17 август 1942 йыл — 25 октябрь 2008 йыл) — совет, Әзербайжан, Рәсәй эстрада һәм опера йырсыһы (баритон), актёр, композитор[5][6][7][8]. СССР-ҙың халыҡ артисы (1973)[9].

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөслим Магомаев 1942 йылдың 17 авгусында Баҡы ҡалаһында тыуған. Уның атаһы — Магомаев Мөхәммәт театр рәссамы, Еңеүгә тиклем 15 көн ҡалғас, фронтта һәләк була[10] әсәһе — Айшет Магомаева (сәхнә псевдонимы — Кинжалова), драматик актриса, Сталин стипендиаткаһы.

Атаһы яғынан олатаһы — Абдулмөслим Магомаев, әзербайжан композиторы, Әзербайжан дәүләт филармонияһы уның исемен йөрөтә, әзербайжан классик музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып тора. Әсәһе Айшет Ахмедовнаның сығышы тураһында Мөслим Магомаев былай тип яҙған: ул Майкоп ҡалаһында тыуған, уның атаһы милләте буйынса төрөк, ә әсәһе яртылаш адыгей, яртылаш рус[11]. Атаһының килеп сығышы тураһында һөйләгәндә, уның әсәһе татар (уның өләсәһе Бәҙеғолъямал Али һәм Хәнәфи Тереғоловтарҙың бер туған һеңлеһе булған) булғанын әйткән, ә уның атаһы яғынан ата-бабаларының сығышы буйынса кем булыуы билдәһеҙ[11][12]. Документтарҙа Магомаев Мөхәммәт — милләте буйынса әзербайжан[13].Мөслим Магомаев үҙен һәр саҡ әзербайжан[12][14], ә гражданлығы тураһында: «Әзербайжан — минең атайым, Рәсәй — минең әсәйем»[14].тигән.

Тол ҡалған әсәһе театр карьераһын һайлай, Вышний Волочёкка, һуңынан Мурманскиға күсеп киткән, Мурманск өлкә драмтеатрында эшләй, яңынан кейәүгә сыға. Мөслимдең әсәһе буйынса ҡустыһы Юрий һәм һеңлеһе Татьяна бар[15].

Һуғыштан һуң Мөслим бабаһы Магомаев Джамаледдин Мөслим оғлы ғаиләһендә тәрбиәләнә. Мөслим Баҡы консерваторияһы эргәһендәге музыкаль мәктәптә (хәҙер Бөлбөл оғлы исемендәге урта махсус музыкаль мәктәп[16]) фортепиано һәм композиция класы буйынса уҡый. Талантлы уҡыусыны консерватория профессоры виолончелист Владимир Цезаревич Аншелевич күреп ҡала, һәм уға дәрестәр бирә башлай. Аншелевич уның тауышын ҡуймай, ә нисек итеп тауышты шымартырға филировать кәрәклеген күрһәтә. Профессор-виолончелист биргән һабаҡтар һуңынан, Магомаев "Севиль цирюльнигы"нда Фигаро партияһы өҫтөндә эшләй башлағас, кәрәк була[17]. Мәктәптә вокаль бүлеге булмағанлыҡтын, Мөслим 1956 йылда Асаф Зейналлы исемендәге Баҡы музыкаль училищеһына уҡырға инә. Преподавателе Александр Акимович Милованов, концертмейстеры оҙаҡ йылдар буйына Тамара Исидоровна Кретинген була. (1959 йылда) уҡыуын тамамлай.

Магомаев үҙе хәтерләүенсә, мәктәптә ул пионерҙан сығарыла һәм Бөтә Союз Ленин коммунистик йәштәр союзына, йәғни комсомолға инмәй[18][19].

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уның тәүге сығышы Баҡыла, баҡы моряктары Мәҙәниәт йортонда була, ун биш йәшлек Мөслим унда ғаиләһенә әйтмәй, ҡасып бара. Тауышын юғалтыу ҡурҡынысы янауы мөмкин тип, ғаиләлә Мөслимдең иртә сығыштары менән ризалашмай. Әммә Мөслим үҙе тауышы формалашҡан тип иҫәпләй һәм тауыш юғалыу хәүефе янамай тип ҡарар итә.

1961 йылда Магомаев Баҡы хәрби округының профессиональ Йыр һәм бейеү ансамбле составында тәү тапҡыр сығыш яһай. 1962 йылда Магомаев «Бухенвальд набат» йырын башҡарғаны өсөн Хельсинкиҙа үткән VIII Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты исемен яулай.

1963 йылдың 26 мартында Дәүләт Кремль һарайында (Кремль съездар һарайы) үткән әзербайжан сәнғәте фестиваленең йомғаҡлау концертында сығыш яһағандан һуң, уның исеме бөтә Союзға билдәле була.

Мөслим Магомаевтың тәүге яңғыҙ башҡарыу сольный концерты 1963 йылдың 10 ноябрендә Чайковский исемендәге Концерт залында үтә.

1963 йылда Магомаев М. Ф. Ахундов исемендәге Әзербайжан дәүләт академия опера һәм балет театрының солисы була, концерт эстрадаһында ла эшләүен дауам итә.

1964—1965 йылдарҙа ул «Ла Скала» (Италия) милан театрында стажировка үтә.

1960-сы йылдарҙа Советтар Союзының иң ҙур ҡалаларында «Һағыш» һәм «Севиль цирюльнигы» опера спектаклдәрендә (партнёрҙар араһында — Мария Биешу) уйнай. Үҙен опера спектаклдәре менән сикләмәү маҡсатында, Ҙур театр труппаһына күсеү тәҡдимен ҡабул итмәй.

1966 һәм 1969 йылдарҙа Мөслим Магомаевтың гастролдәре Париждың танылған «Олимпия» театры концерт залында ҙур уңыш менән үтә. «Олимпия» директоры Брюно Кокатрикс Магомаевҡа, уны халыҡ-ара масштабта йондоҙ яһау вәғәҙәһе менән, бер йылға контракт тәҡдим иткән. Йырсы бындай мөмкинлекте етди ҡулланырға уйлаһа ла, СССР Мәҙәниәт министрлығы, Магомаев хөкүмәт концерттарында сығыш яһарға тейеш тигән һылтау менән, был тәҡдимде кире ҡаға[14]. 1960-сы йылдар аҙағында, Ростов филармонияһының аҡсаға ҡытлыҡ кисергәнен һәм Дон казактары йыр-бейеү ансамбленең Мәскәүгә гастролгә барыу өсөн йүнле костюмдары булмағанлығын белеп ҡалған Магомаев Дондағы Ростовтың урындағы 45 мең кеше һыйҙырышлы шығырым тулы стадионында сығыш яһап, ярҙам итергә ризалаша. Магомаевтың сығыш яһауы беренсе бүлектә генә планлаштырыла, әммә ул сәхнәлә ике сәғәттән артыҡ йырлай. Был сығышы өсөн уға, ул саҡтағы закон буйынса беренсе бүлектә сығыш яһау өсөн 202 һум түләү урынына, 606 СССР һумын түләйҙәр. Администраторҙар был ставка законға ҡаршы килмәй һәм уны Мәҙәниәт министрлығы раҫлаған, тип ышандырһа ла, улай булып сыҡмай. Йырсыға был сығышы Социалистик милекте урлауға ҡаршы көрәш бүлеге линияһы буйынса енәйәт эше асырлыҡ сәбәп тип табыла[20].

Мөслим Магомаевтың 70 йәшен билдәләгәндә сығарылған әзербайжан почта маркаһы, 2012 йыл

Был хаҡта «Олимпия»һында сығыш яһаған Магомаевҡа хәбәр иткәндән һуң, эмигрант даирәләре уға ҡайтмай тороп ҡалыуҙы тәҡдим итә, әммә Магомаев СССР-ға ҡайтыуҙы хуп күргән, сөнки Тыуған илдән йыраҡта тормошон күҙ алдына килтерә алмай һәм эмиграцияның СССР-ҙағы туғандарын (беренсе сиратта — бабаһын) ҡыйын хәлдә ҡалдырасағын аңлаған.

Был эште тикшереү, аҡса алған өсөн рәсми ҡағыҙға ҡул ҡуйһа ла, Магомаевтың ғәйепһеҙ икәнен билдәләй, шуға ҡарамаҫтан, СССР Мәҙәниәт министрлығы Магомаевҡа Әзербайжан биләмәләренән сығып гастролгә йөрөү мөмкинлеген тыя. Магомаев ирекле ваҡытын файҙаланып, бөтә имтихандарын биреп, Баҡы музыкаль академияһы Шөвҡәт Һәсән ҡызы Мәммәдованың йыр класын 1968 йылда тамамлай. СССР Дәүләт хәүефһеҙлеге комитеты рәйесе Андропов Юрий Владимирович мәҙәниәт министры Фурцева Екатерина Алексеевнаға шәхсән шылтыратып, Магомаевтың КГБ линияһы буйынса барыһы ла таҙа булыуын хәбәр итеп, КГБ юбилейы уңайынан уның концертта сығыш яһауын тәьмин итеүҙе талап иткәндән һуң ғына Магомаевты ғәйепләү туҡтатыла[14].

1969 йылда Сопот халыҡ-ара йыр фестивалендә Магомаев I премия ала, ә Канныла 1969 һәм 1970 йылдарҙа Грамяҙыу һәм музыкаль баҫмалар фестивалендә (MIDEM) күп миллионлы грампластинкалары өсөн — «Алтын диск» менән бүләкләнә[9].

1973 йылда, 31 йәшендә, Магомаев СССР халыҡ артисы, унан алда, 1971 йылдың 29 апрелендә, Әзербайжан халыҡ артисы исемен ала[21].

1974 йылда Магомаев Японияла абруйлы Токио музыкаль фестивалендә (Tokyo musik festival) СССР-ҙы кәүҙәләндерә.

1975 йылдан 1989 йылға саҡлы Магомаев үҙе булдырған һәм СССР буйлап күп гастролдәр ойошторған Әзербайжан дәүләт эстрада-симфоник оркестрының художество етәксеһе була.

Мөслим Магомаев Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө офицерҙары менән. Көнбайыш Берлин. Тиргартен, 1983 йыл
Тышҡы аудиофайлдар
Поёт Муслим Магомаев
(из архива «Эха Москвы»)
Песни в исполнении Муслима Магомаева

1960-сы һәм 1970-се йылдарҙа Магомаев СССР-ҙа сикһеҙ популярлыҡҡа өлгәшә: күп меңллек стадиондар, бөтә Советтар Союзы буйлап бөтмәҫ гастролдәр, телевидениела йыш сығыштар. Уның йырҙары яҙылған пластинкалар күп тираж менән сығарыла[22]. Хәҙерге көнгә тиклем ул постсовет биләмәләрендә йәшәгән төрлө быуын кешеләренең табынған йырсыһы булып ҡала.

Сит илдәрҙә (Франция, Болгария, Көнсығыш Германия, Польша, Финляндия, Канада, Иран һ. б.) гастролдәр менән йөрөй.

Магомаевтың концерт репертуарында 600-ҙән ашыу әҫәр (ариялар, романстар, йырҙар) була. Мөслим Магомаев — 20-нән артыҡ йыр, спектаклдең, мюзикл һәм кинофильмдың музыкаль авторы. Ул шулай уҡ донъя опера һәм эстрада сәхнәһе йондоҙҙарының тормошо, ижады, шул иҫәптән — АҠШ йырсыһы Марио Ланц тураһында (уның хаҡында китап та яҙған) телетапшырыуҙар циклы авторы һәм алып барыусыһы ла була.

1997 йылда билдәле астроном 1974 SP1 коды менән Магомаев исемен бер астероидҡа биргән — 4980 Magomaev (астероидтар (4901—5000) исемлегенән).[23]

Һуңғы йылдарын концерттарҙа сығыш яһауҙан баш тартып, Мәскәүҙә йәшәй. Һынлы һүрәт сәнғәте менән шөғөлләнә,персональ сайты аша үҙен хөрмәтләүселәр менән хат яҙыша. Тауышы менән бәйле бер проблема булмаһа ла, сығыш яһамауы хаҡында Магомаев былай тигән: «Һәр тауышҡа, һәр талантҡа Алла айырым бер ваҡыт биргән, һәм уны аша атлап сығыу кәрәкмәй»[24]. Күп йылдар Һейдәр Әлирза оғлы Әлиев менән дуҫ булғанлыҡтан, 2003 йылда уның вафаты уңайынан йырсы тәрән ҡайғы кисерә, үҙенә бикләнә һәм һирәк йырлай. Ғүмеренең һуңғы йылдарында йөрәк сиренән яфалана, йәш сағынан үпкәһе лә борсоған була, шуға ҡарамаҫтан, Тамара Синявская әйтеүе буйынса, йырсы ҡайһы саҡта көнөнә өсәр ҡап сигарет тартҡан[15].

Мөслим Магомаев Бөтә Рәсәй Әзербайжан Конгресы етәкселегенә ингән[25].

Сергей Есенин шиғырына 2007 йылдың мартында яҙылған «Һау бул, Баҡы» йыры Мөслим Магомаевтың һуңғы йырҙарының береһе була.

Мөслим Магомаев 2008 йылдың 25 октябрендә 67-се йәшендә Мәскәүҙә йөрәк ишемияһы сиренән тормош иптәше Тамара Ильинична Синявская ҡулында йән бирә. Артистың вафаты уңайынан Рәсәйҙең, Әзербайжандың, Украинаның, Белоруссияның дәүләт әһелдәре, Мөслим Магомаевты белгән һәм уның менән бергә эшләгән бик күп мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ғаиләһе, туғандарының ҡайғыһын уртаҡлаша. 2008 йылдың 28 октябрендә Чайковский исемендәге мәскәү концерт залында йырсы менән хушлашыу үткәрелә, шул уҡ көндө мәрхүмдең кәүҙәһен махсус авиарейс Әзербайжандың баш ҡалаһына илтә. 2008 йылдың 29 октябрендә Баҡыла М. Магомаев исемендәге Әзербайжан дәүләт филармонияһында хушлашыу церемонияһы үткәрелә, шунан һуң Мөслим Магомаев Баҡының Почётлы ерләү Аллеяһында үҙенең олатаһы — билдәле совет композиторы, дирижёр Абдулмөслим Мөхәммәт оғлы Магомаев эргәһенә ерләнә.[24][26][27] Магомаев менән хушлашырға меңәрләгән кеше килә. Мәрхүмдең табутын үҙе яҙған һәм башҡарған «Әзербайжан» йыры аҫтында алып сығалар. Мәтам процессияһында ил президенты Әлиев Илһам Һейдәр оғлы, йырсының тол ҡалған ҡатыны Тамара Ильинична Синявская, АҠШ-тан ҡайтҡан ҡыҙы Марина ҡатнашты[28][29].

Файл:Магомаев могила.jpg
Почётлы ерләнеү аллеяһындағы ҡәберлегендә Мөслим Магомаев һәйкәле. Баҡы ҡалаһы
Файл:Baku 20170507 133432.jpg
Баҡыла мемориаль таҡта

2009 йылдың 22 октябрендә Баҡылағы Почётлы ерләнеү аллеяһындаға ҡәберлегендә Мөслим Магомаев һәйкәлен асыу тантанаһы ойошторолдо. Һәйкәл авторы — Әзербайжандың халыҡ рәссамы, Әзербайжан Дәүләт Художество Академияһы ректоры Омар Эльдаров. Һәйкәлдә артист буйы менән һынландырылған, ә уны эшләү өсөн аҡ мәрмәр Баҡыға Уралдан килтерелгән[30].

2009 йылдың 25 октябрендә Красногорскиҙағы Крокус Сити территорияһында Мөслим Магомаев исемендәге «Crocus City Hall» концерт залы асыла. 2010 йылдың октябрендә Мәскәүҙә беренсе Мөслим Магомаев исемендәге Халыҡ-ара вокалистар конкурсы үтә[31].

2011 йылдың 6 июлендә Баҡыла йырсы йәшәп киткән Фикрәт Әмиров урамындағы 1-се йортта мемориаль таҡта ҡуйылды, ә Баҡының бер мәктәбенә Мөслим Магомаев исеме бирелә[32]. Баҡының бер урамы Мөслим Магомаев исемен йөрөтә.

2011 йылдың 15 сентябрендә Мәскәүҙә Мөслим Магомаев һәйкәлен асыу

Мәскәү ҡала советының монументаль сәнғәт буйынса комиссияһы Рәсәй Федерацияһының Мәскәүҙәге Әзербайжан Республикаһы илселеге бинаһына ҡаршы һәм Магомаев йәшәгән йорт эргәһендә, Леонтьев скверында Мөслим Магомаев һәйкәлен ҡуйыу ҡарарын ҡабул итә. Һәйкәлде «Crocus Group (Крокус-Интернешнл)» ЯАЙ иҫәбенә төҙөтөп, артабан уны ҡалаға бүләк итеү планлаштырыла[33]. 3 февраля 2010 года в Москве состоялась торжественная церемония открытия закладного камня на месте будущего памятника[34][35]. Һәйкәл авторҙары скульптор Рукавишников Александр Иулианович һәм архитектор Игорь Воскресенский[36]. 2011 йылдың 15 сентябрендә Мөслим Магомаев һәйкәле тантаналы рәүештә асыла[37].

Мәскәүҙең үҙәгендә, Леонтьевский һәм Вознесенский тыҡрыҡтары араһында, Елисеевский тыҡрығында урынлашҡан скверға Мөслим Магомаев исеме бирелә[38].

2014 йылдың 18 декабрендә Баҡыла Мөслим Магомаев исемен йөрөткән карапты ҡулланыуға тапшырыу церемонияһы үтә. Церемонияла Әзербайжан президенты Илһам Әлиев, уның ҡатыны Меһрибан Әлиева һәм Мөслим Магомаевтың ҡатыны Тамара Синявская ҡатнашҡан[39].

Ата-әсәһе: Мөхәммәт Магомаев (1916—1945), Айшет Магомаева (1921—2003).

Баҡы музыкаль училищеһы буйынса курсташы әзербайжан ҡыҙы Офелия (1940 йылда тыуған) менән[40] тәүге никахынан (1960—1963) Магомаевтың ҡыҙы — Марина бар[41]. Офелияның атаһы ғалим-химик булған һәм Фәндәр Академияһында эшләгән. Хәҙерге ваҡытта Марина ғаиләһе — ире Александр Козловский һәм улы Аллен менән Америка Ҡушма штаттарында йәшәй.

Ҡатыны Синявская Тамара Ильинична, йырсы, СССР-ҙың халыҡ артисы, уларҙың мөхәббәте Баҡыла 1972 йылдың көҙәндә башлана, улар Мәскәүҙә 1974 йылдың 23 ноябрендә өйләнешәләр[15], уларҙың мөнәсәбәттәрендә Таир Сәләхов ҙур роль уйнай.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Рәсәй Президенты Владимир Путин Мөслим Магомаевҡа Почёт ордены тапшыра. 2002 йылдың 26 декабре
  • Әзербайжан ССР-ының атҡаҙанған артисы (1964)
  • Әзербайжан ССР-ының халыҡ артисы (1971 йылдың 29 апреле)[21]
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1973 йылдың 17 декабре) — за большие достижения в развитии советского музыкального искусства[42]
  • Чечен-Ингуш АССР-ының атҡаҙанған артисы[43]
  • Почёт ордены (2002 йылдың 17 авгусы) — музыкаль сәнғәт үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн[44]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (1980 йылдың 14 ноябре) — за большую работу по подготовке и проведению Игр XXII Олимпиада Уйындарын әҙерләүҙә һәм уҙғарыуҙа ҙур эш башҡарған өсөн[45]
  • «Бойондороҡһоҙлоҡ» ордены (Әзербайжан), 2002 йылдың 17 авгусы) — әзербайжан мәҙәниәте үҫешендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн[46]
  • «Дан» ордены (Әзербайжан, 1997)
  • «Поляк мәҙәниәте алдында ҡаҙаныштары өсөн» күкрәк билдәһе
  • III дәрәжә «Шахтёр даны» күкрәк билдәһе
  • «Данко йөрәге» ордены («Халыҡ-ара рухи берлек үҙәге» һәм «Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларының йәмәғәт ойошмалары советы»), рәсәй мәҙәниәте үҫешендә күренекле ҡаҙаныштары өсөн
  • М. В. Ломоносов ордены (Хәүефһеҙлек, оборона һәм хоҡуҡ тәртибе академияһы, 2004)
  • Бөйөк Пётр исемендәге милли премия (2005) — Рәсәй мәҙәниәте үҫешенә шәхси күренекле өлөшө өсөн
  • «Овация» Рәсәй милли премияһы («Легенда» номинацияһында) (2008).

Әзербайжан ССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайланған.

СССР опера театрҙарындағы ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Фигароның туйы» операһы. Вольфганг Амадей Моцарт
  • «Тылсымлы флейта». Вольфганг Амадей Моцарт
  • «Риголетто». Джузеппе Верди
  • «Севилья цирюльнигы» операһы. Джоаккино Россини
  • «Отелло» операһы. Джузеппе Верди
  • «Һағыш» операһы. Джакомо Пуччини
  • «Паяцы» операһы. Руджеро Леонкавалло
  • «Фауст» операһы. Шарль Франсуа Гуно
  • «Евгений Онегин» операһы. П. И. Чайковский
  • «Кенәз Игорь» операһы. А. П. Бородин
  • «Алеко» операһы. С. В. Рахманинов
  • «Кёроглы» операһы. Узеир Абдул-Гусейн оғлы Ғәджибеков
  • «Исмаил шаһ» операһы. Магомаев Мөслим Мөхәммәтович (өлкәне) А. М. М. Магомаева
  • «Вэтэн». Ҡара Әбүлфаз оғлы Ҡараев һәм Д. Ғәджиев.

Эстрада репертуары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

М. Мағомаев музыкаһына йырҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Азербайджан» (Н. Хазри)
  • «Баллада о маленьком человеке» (Р. Рождественский)
  • «Вечный огонь» (А. Дмоховский)
  • «Грусть» (В. Авдеев)
  • «Далёкая-близкая» (А. Горохов)
  • «Дорога разлуки» (А.Дмоховский)
  • «Если в мире есть любовь» (Р. Рождественский)
  • «Если в мире есть любовь» (Р. Рождественский) с В. Толкуновой
  • «Жизнь моя — моя Отчизна» (Р. Рождественский)
  • «Жила-была» (Э.Пашнев)
  • «Земля — родина любви» (Н. Добронравов)
  • «Колокола рассвета» (Р. Рождественский)
  • «Колыбельная падающих звёзд» (А. Дмоховский)
  • «Маскарад» (И. Шаферан)
  • «Мы для песни рождены» (Р. Рождественский)
  • «Песня джигита» (А. Дмоховский)
  • «Последний аккорд» (Г. Козловский)
  • «Приснившаяся песенка» (Р. Рождественский)
  • «Приходят рассветы» (Р. Рождественский)
  • «Принцесса снежная» (Г. Козловский)
  • «Прощай, Баку» (С. Есенин)
  • «Рапсодия любви» (А. Горохов)
  • «Ревнивый Кавказ» (А. Горохов)
  • «Синяя вечность» (Г. Козловский)
  • «Соловьиный час» (А. Горохов)
  • «Старый мотив» (А. Дмоховский)
  • «Торжественная песня» (Р. Рождественский)
  • «Тревога рыбачки» (А. Горохов)
  • «У того окна» (Р. Гамзатов)
  • «Хиросима» (Р. Рождественский)
  • «Шахерезада» (А. Горохов)
  • «Элегия» (Н. Добронравов)

Винил пластинкалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Было издано более 45 пластинок с песнями Магомаева[49]. Информации о точных тиражах этих изданий нет.

(аудио)
(аудио)
Лучший город Земли
noicon
noicon
Фрагмент песни «Лучший город Земли», исп. Муслим Магомаев
Помощь по воспроизведению
  • Рәхмәтлемен һиңә, Мелодия, 1995 й.
  • Операларҙан, мюзиклдарҙан ариялар (Неаполь йырҙары), Мелодия, 1996 й.
  • Мөхәббәт — минең йырым (Хыялдар иле), 2001 й.
  • А. Бабаджанян һәм Р. Рождественский тураһында хәтирәләр (Серияһын «Һүнмәҫ йондоҙҙар»), Park Records, 2002 й.
  • Мөслим Мағомаев (Һайланма), Bomba Music, 2002 й.
  • Операларҙан ариялар, Park Records, 2002 й.
  • Италия йырҙары, Park Records, 2002 й.
  • Чайковский залында концерт, 1963 й. (Рәшид Бейбутов фонды, Әзербайжан), 2002 й.
  • XX быуат рәсәй Бөйөк башҡарыусылары (Мөслим Мағомаев), Moroz Records , 2002 й.
  • Ҡатын-ҡыҙға һөйөү менән, Park Records, 2003 .
  • Спектакль, Мюзикл, Кинофильм, Park Records, 2003 г.
  • Мөхәббәт Рапсодия, Park Records, 2004 г.
  • Мөслим Мағомаев. Импровизация, Park Records, 2004 г.
  • Мөслим Мағомаев. Концерт, концерт, концерт., Park Records, 2005 й.[50]
  • Мөслим Мағомаев. Ария П И. С. и. чайковский Рахманинов. Фортепиано Партия — Борис Абрамович. Park Records, 2006 й.[50]
  • 1962 — «Осенний концерт» (фильм-концерт)
  • 1963 — «Голубой огонёк-1963» (фильм-концерт) (исполняет «Песню о любви»)
  • 1963 — «До новых встреч, Муслим!» (музыкальный фильм)
  • 1964 — «Голубой огонёк-1964» (музыкальный фильм)
  • 1964 — «Когда песня не кончается» — певец (исполняет песню «Наша песня не кончается»)
  • 1965 — «В первый час» (исполняет песни «Будь со мной» и «Солнцем опьяненный»)
  • 1966 — «Сказки русского леса» (исполняет песни «Stasera pago io», а также «Песня птиц» с Л. Мондрус)
  • 1967 — «Я люблю тебя, жизнь!..» (короткометражный) — певец
  • 1969 — «Москва в нотах» (исполняет песни «Вдоль по Питерской», «Чёртово колесо»)
  • 1969 — «Похищение» — артист Муслим Магомаев, камео
  • 1970 — «Бушует „Маргарита“» (исполняет песню «Возвращение романса»)
  • 1970 — «Ритмы Апшерона» (фильм-концерт) (исполняет песню «Вечный огонь»)
  • 1971 — «Концертная программа» (фильм-концерт)
  • 1971 — «Поёт Муслим Магомаев» (фильм-концерт)
  • 1976 — «Мелодия. Песни Александры Пахмутовой» (короткометражный) (исполняет песню «Мелодия»)
  • 1979 — «Прерванная серенада» — артист
  • 1982 — «Низами» — Низами
  • 2002 — «Муслим Магомаев».

Участие в фильмах

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1977 — «Композитор Муслим Магомаев» (документальный)
  • 1981 — «Поющая земля»
  • 1979 — «Баллада о спорте» (документальный)
  • 1984 — «Страницы жизни Александры Пахмутовой» (документальный) (исполняет песню «Ты ко мне никогда не вернёшься»)
  • 1989 — «Песня сердца» (документальный)
  • 1996 — «Рашид Бейбутов, 20 лет назад».
  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #122638840 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Магомаев Муслим Магометович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. 3,0 3,1 Muslim Magomayev // International Music Score Library Project — 2006.
  4. http://english.pravda.ru/russia/history/25-10-2008/106621-Muslim_Magomayev-0
  5. В Баку пройдет мероприятие памяти великого Муслима Магомаева 2014 йыл 10 октябрь архивланған.
  6. В Баку почтили память Муслима Магомаева
  7. 70 лет со дня рождения Муслима Магомаева. Дата обращения: 7 октябрь 2014. Архивировано 11 октябрь 2014 года. 2014 йыл 11 октябрь архивланған.
  8. Муслим Магомаев — биография — актёры — знаменитости в кино — Кино-Театр.ру
  9. 9,0 9,1 Музыкальная энциклопедия. Гл. ред. Ю. В. Келдыш. Т. 3. Корто — Октоль. 1104 стб. с илл. М.: Советская энциклопедия, 1976
  10. Подвиг сержанта Магомаева
  11. 11,0 11,1 Муслим МАГОМАЕВ «Любовь моя — мелодия»  (рус.), magomaev.info (1999).
  12. 12,0 12,1 Дмитрий ГОРДОН. Муслим МАГОМАЕВ: «Много раз мы с Тамарой собирались расстаться, но Алиев — мудрейший дядька! — сказал: «Смотри! Если сделал одну ошибку, когда женился, не совершай вторую, поспешив развестись»  (рус.), Газета «Бульвар Гордона» № 44 (184) (28 октября 2008). 2012 йыл 31 ғинуар архивланған.
  13. см. наградные листы Магомаева: [1], [2]
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 Магомаев вернулся в Кремль по приказу Андропова. Российская Газета, Пятница, 16 августа 2002 г., № 153 (3021).
  15. 15,0 15,1 15,2 Муслим МАГОМАЕВ: «Меня любили главные люди страны».
  16. Baki Musiqi Academiyasi ::: Departments 2014 йыл 21 август архивланған..
  17. «Кто есть кто в современной культуре». Эксклюзивные биографии. — Выпуск 1—2. — М.: МК-Периодика, 2006—2007, на сайте Муслима Магомаева
  18. Магомаев расскажет всю правду о первой любви. «Комсомольская правда» (16 август 2007). Дата обращения: 30 сентябрь 2018. 2018 йыл 21 июнь архивланған.
  19. Ирина Тумаркина Муслим Магомаев: «В пору моей холостяцкой жизни Гейдар Алиев часто говорил мне: „Тебе давно пора жениться. Ведешь себя плохо“» // «События и люди» : еженедельник. — 2008. — № 34.
  20. После концерта в Ростове на Муслима Магомаева завели дело // KP.RU.
  21. 21,0 21,1 Respublikanın incəsənət xadimlərindən bir qrupuna Azərbaycan SSR Fəxri adlarının verilməsi haqqında Azərbaycan SSR Ali Soveti Rəyasət Heyətinin 29 aprel 1971-ci il tarixli Fərmanı — anl.az.
  22. 50 культовых пластинок фирмы «Мелодия» // Серебряный дождь. 2014.
  23. Lutz D. Schmadel Dictionary of Minor Planet Names — ISBN 3-540-00238-3.
  24. 24,0 24,1 Скончался Муслим Магомаев
  25. Президент России. Всероссийский азербайджанский конгресс 2009 йыл 13 ғинуар архивланған..
  26. 28 октябрҙә Чайковский исемендәге залда Магомаев менән хушлашыу.
  27. Газета. Ru: Прощание с Муслимом Магомаевым началось в Баку.
  28. Ъ — Муслим Магомаев вернулся в Баку.
  29. Первый канал. Лента новостей. В Баку простились с певцом Муслимом Магомаевым 2009 йыл 16 ғинуар архивланған..
  30. Day.Az. В Баку установлен памятник Муслиму Магомаеву
  31. Издательский Дом «Новый Взгляд» " Молодые продолжат дело:
  32. 1News.Az. Состоялось торжественное открытие барельефа Муслима Магомаева
  33. «РИА Новости». Памятник Магомаеву установят в Москве
  34. «РИА Новости». Открытие закладного камня памятника Магомаеву состоялось в Москве
  35. Издательский Дом «Новый Взгляд». Помним. Любим…
  36. ВЕСТИ-МОСКВА. В Москве состоялось открытие закладного камня в основание будущего памятника Муслиму Магомаеву 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  37. На открытие памятника Магомаеву пришли две тысячи москвичей, Metro, Metro International (15-9-2011). 15 сентябрь 2011 тикшерелгән. 2012 йыл 14 ғинуар архивланған.
  38. В Москве появятся сквер Муслима Магомаева и улица Юрия Никулина. RuNews24.ru (16 ғинуар 2018).
  39. Ильхам Алиев принял участие в церемонии сдачи в эксплуатацию корабля, носящего имя всемирно прославленного певца Муслима Магомаева // Официальный интернет сайт Президента Азербайджанской Республики.
  40. «Пора рассказать правду»: дочь Муслима Магомаева прервала молчание
  41. Муслим, которого любили все  (рус.), Известия (1 ноябрь 2008).
  42. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 17 декабря 1973 года № 5204—VIII «О присвоении почетного звания народного артиста СССР Магомаеву М. М.»
  43. В Грозном появится улица Магомаева // KP.RU — Ставрополь
  44. Указ Президента РФ от 17 августа 2002 г № 906
  45. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 14 ноября 1980 года № 3301-X «О награждении орденами и медалями СССР работников, наиболее отличившихся при подготовке и проведении Игр XXII Олимпиады»
  46. Указ Президента Азербайджанской Республики от 17 августа 2002 № 754 2009 йыл 12 ғинуар архивланған.
  47. YouTube сайтында Советский видеоклип «Лучший город Земли», 1988
  48. YouTube — Муслим Магомаев Вокализ
  49. Обложки грампластинок с записями Магомаева доступны на сайте magomaev.info
  50. 50,0 50,1 Персональный сайт Муслима Магомаева