Миңлеғәле (исем)
Миңлеғәле (исем) һәм Миңлеғәли (исем) мәҡәләләрен берләштерергә! |
Миңлеғәле (Миңлеғәли) — башҡорт һәм ғәрәп халҡынан таралған ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миңлеғәле (Миңлеғәли) — миңле һәм ғәли (ғәле) һүҙҙәренән яһалған ир балаларға ҡушылған мосолмандар исеме[1]. Мәғәнәһне — бәхетле, бөйөк кеше.
Баланың тәнендәге айырым билдәләренә,үҙенсәлектәренә ҡарап исемләү ҙә борондан килә.Шул йолаларҙың береһе: тәндә миң булыуға ҡарап,ошо һүҙҙе исемгә ҡушыуҙа сағыла[2]. |
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов(15 (27) август 1899 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың февраленә тиклем уның командиры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020, үлгәндән һуң).
Миңлеғәле Миңләхмәт улы Яҡупов (26 октябрь 1932 йыл — 20 февраль 2010 йыл) — башҡорт журналисы. 1959—1979 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
Миңлеғәли Нәҙерғолов (7 октябрь 1953 йыл) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010). 2003 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2013).
Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин (28 октябрь 1923 йыл — 8 март 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында, кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплап, батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт взводы командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң)
Миңлеғәли Закир улы Мөҙәрисов (23 февраль 1947 йыл — 24 март 2015 йыл) — СССР биатлонсыһы, биатлон буйынса СССР һәм Рәсәй тренеры. 1995—2003 йылдарҙа Рәсәй Йәйге биатлон һәм ғәмәли күпбәйге федерацияһының тренерҙар советы рәйесе. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1989) һәм бөтә Союз категориялы судья (1983), биатлон буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1971). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 59сы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 59-сы.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |