Миңлеғәли (исем)
Миңлеғәли (исем) һәм Миңлеғәле (исем) мәҡәләләрен берләштерергә! |
Миңлеғәли — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Миңлеғәли исеме бар.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миңлеғәли, Миңлеғәле, [баш., ғәр.] Миңле (бәхетле) + ғәле; бөйөк, юғары, билдәһе булған, бөйөк кеше тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәҙерғолов Миңлеғәли Хөсәйен улы (7 октябрь 1953 йыл) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010). 2003 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2013).
Ғөбәйҙуллин Миңлеғәли Хәбибулла улы (28 октябрь 1923 йыл — 8 март 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында, кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплап, батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт взводы командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Камалов Миңлеғәли Хажиғали улы (9 март 1928 йыл — 8 апрель 1998 йыл) — ғалим-табип, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. 1960—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау министры һәм 6—12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Медицина фәндәре кандидаты (1959). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1980), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1970) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1961, 1966) ордены кавалеры.
Мөҙәрисов Миңлеғәли Закир улы (23 февраль 1947 йыл — 24 март 2015 йыл) — СССР биатлонсыһы, биатлон буйынса СССР һәм Рәсәй тренеры. 1995—2003 йылдарҙа Рәсәй Йәйге биатлон һәм ғәмәли күпбәйге федерацияһының тренерҙар советы рәйесе. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1989) һәм Бөтә Союз категориялы судья (1983), биатлон буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1971). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006).
Яппаров Миңлеғәли Ғәлим улы (1907 йыл — 21 ноябрь 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец, артиллерист.
Абдуллин Миңлеғәли Абдулла улы (1906) — 348-се Ҡыҙыл Байраҡ һәм 2-се дәрәжә Кутузов орденлы Бобруйск уҡсылар дивизияһының 1174-се уҡсылар полкы яугиры. Ефрейтор.
Назыров Миңлеғәли Әхмәт улы (1923 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, элемтәсе, штаб дивизияһы разведчигы.
Аҡҡулов Миңлеғәли Ҡотләхмәт улы (рус. Аккулов Минигалей Кутлахметович; 1906 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 101-се айырым ат-артиллерия паркының ездовойы. Гвардия ҡыҙылармеецы. «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин музейы — музей. Советтар Союзы Геройы Ғөбәйҙуллин Миңлеғәли Хәбибулла улы хөрмәтенә Башҡортостандың Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында 1965 йылда асылған. 1991—2006 йылдарҙа Милли музей филиалы, 2010 йылдан алып Үҙәк мәҙәниәт һарайы (Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы) составындағы муниципаль музей. Экспозицияһы 1982 йылда асыла. Музейҙың дөйөм майҙаны — 118 кв. м.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |