Мораҙым (исем)
Мораҙым |
Мораҙым — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мораҙым (Мораҙымйән) исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, моратына, теләгенә тура килгән тигән мәғәнәгә эйә[1]. Һуңғы осорҙа Мораҙым тигән матур исем һирәк ҡушыла.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мораҙым Абдрахманов — старшина, 700 кешенән торған баш күтәреүселәр отряды командиры, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан, Нуғай даруғаһы Ҡумрыҡ-Табын улусы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Архангел районы, Тирәкле ауылы) башҡорто.
Садиҡов Мораҙымйән Ғаян улы (1925 йыл — 1944 йылдың февралендә хәбәрһеҙ юғала) — рядовой, уҡсы, п/п 57999.
Бикбаев Мораҙым — доктор, невролог, Германиялағы Регенсбург университеты клиникаһында эшләй.
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҙеүкәй менән Мораҙым — эпос, башҡорт халҡының милли мираҫы.
«Мораҙым» — Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының ижтимағи-сәйәси гәзите
Нәфис әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Искәндәр Мораҙымов — Әхиәр Хәкимовтың «Өйөрмә» романындағы образ.
«Мораҙым» — повесть.
Топонимдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мораҙым — Мораҙым тарлауығындағы йылға
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |