Эстәлеккә күсергә

Буранғолов Мәжит Фазлый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мәжит Фазлый улы Буранғолов битенән йүнәлтелде)
Буранғолов Мәжит Фазлый улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1904
Тыуған урыны Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 март 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Вафат булған урыны Смоленск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы
Музыка ҡоралы Ҡурай һәм вокал[d]

Буранғолов Мәжит Фазлый улы (1904 йыл7 март 1943 йыл) — халыҡ йырсыһы, музыкант.

Мәжит Фазлый улы Буранғолов 1904 йылда Һамар губернаһының Быҙаулыҡ өйәҙе Ильяс ауылында (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районы Үрге Ильяс ауылы) тыуған.

1927 йылда Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай.

1927—1930 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Маҡар районының ауыл мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1930—1934 йылдарҙа «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре (Өфө ҡалаһы).

1934—1938 йылдарҙа Ленинградта мөхәррир-тәржемәселәр курсында уҡый. 1938 йылдан алып яңынан «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзите редакцияһында эшләй.

Башҡорт халыҡ йырҙары белгесе һәм башҡарыусыһы була. Күп кенә йырҙар, шуларҙан («Ашҡаҙар», «Бейеш», «Зөлхизә», «Ҡолой-кантон», «Сыңрау торна», «Ялан Йәркәй» һәм башҡалар), шулай уҡ ҡайһы бер «зимагор» йырҙары Мәжит Фазлый улынан яҙып алынған һәм «Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре» йыйынтығына ингән[1].

Ҡурайҙа, скрипкала, мандолинала, фортепианола уйнаған[2].

Мәжит Фазлый улы Буранғолов 1948 йылда Мәскәүҙә нәшер ителгән беренсе урыҫ-башҡорт һүҙлеген мөхәррир-төҙөүселәрҙең береһе була.

1941 йылдың 22 ноябрендә «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең журналист-тәржемәсеһе партияһыҙ Мәжит Буранғолов ҡулға алына. Хөкөм ителмәй. Реабилитация датаһы: 27 март, 1942 йыл. (БД «СССР-ҙа сәйәси террор ҡорбандары»; Башкортост Республикаһы хәтер китабы).

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Хеҙмәт урыны: 17-се гвардия уҡсылар дивизияһы. Гвардия сержанты.

1943 йылдың мартында РСФСР-ҙың Смоленск өлкәһе Бельский районы Выдра ауылы эргәһендә һуғышта алған яраларҙан вафат була[3]. Тәүге ҡәбере урыны — Выдра ауылынан 1 км төньяҡ-көнбайыштараҡ, урман, туғандар ҡәберлеге[4]

Һуңыраҡ, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Демяха хәрби зыяратына күсерелә.

  1. http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/2677-buran-olov-m-zhit-fazlyj-uly 2016 йыл 5 апрель архивланған. Башҡорт энциклопедияһы — Буранғолов Мәжит Фазлый улы
  2. Шакуров Р. З. Бурангулов Мажит Фазлыевич.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  3. https://pamyat-naroda.ru/heroes/memorial-chelovek_dopolnitelnoe_donesenie87695678/?backurl=%2Fheroes%2F%3Flast_name%3D%D0%91%D1%83%D1%80%D0%B0%D0%BD%D0%B3%D1%83%D0%BB%D0%BE%D0%B2%26first_name%3D%D0%9C%D0%B0%D0%B6%D0%B8%D1%82%26group%3Dall%26types%3Dpamyat_commander%3Anagrady_nagrad_doc%3Anagrady_uchet_kartoteka%3Anagrady_ubilein_kartoteka%3Apotery_doneseniya_o_poteryah%3Apotery_gospitali%3Apotery_utochenie_poter%3Apotery_spiski_zahoroneniy%3Apotery_voennoplen%3Apotery_iskluchenie_iz_spiskov%3Apotery_kartoteki%3Apotery_vpp%26page%3D1
  4. https://pamyat-naroda.ru/heroes/memorial-chelovek_dopolnitelnoe_donesenie87698024/?backurl=%2Fheroes%2F%3Flast_name%3D%D0%91%D1%83%D1%80%D0%B0%D0%BD%D0%B3%D1%83%D0%BB%D0%BE%D0%B2%26first_name%3D%D0%9C%D0%B0%D0%B6%D0%B8%D1%82%26group%3Dall%26types%3Dpamyat_commander%3Anagrady_nagrad_doc%3Anagrady_uchet_kartoteka%3Anagrady_ubilein_kartoteka%3Apotery_doneseniya_o_poteryah%3Apotery_gospitali%3Apotery_utochenie_poter%3Apotery_spiski_zahoroneniy%3Apotery_voennoplen%3Apotery_iskluchenie_iz_spiskov%3Apotery_kartoteki%3Apotery_vpp%26page%3D1