Эстәлеккә күсергә

Ғиләжев Мөфтәдин Мәғәүи улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мөфтәдин Мәғәүи улы Ғиләжев битенән йүнәлтелде)
Ғиләжев Мөфтәдин Мәғәүи улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР[1]
 Рәсәй
Тыуған ваҡыттағы исеме Ғиләжев Мөфтәдин Мәғәүи улы
Тыуған көнө 1 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1]
Тыуған урыны Түбәнге Аташ ауылы, Семилетка ауыл Советы (Дүртөйлө районы), Дүртөйлө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 22 апрель 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[2] (82 йәш)
Вафат булған урыны Дүртөйлө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй[2]
Һөнәр төрө мәҙәниәт хеҙмәткәре, баянсы, композитор
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институты[1]
Музыка ҡоралы баян[d][1]

Ғиләжев Мөфтәдин Мәғәүи улы (1 июль 1938 йыл — 22 апрель 2021 йыл) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, үҙешмәкәр композитор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Кишинёв, 1987).

Мөфтәдин Мәғәүи улы Ғиләжев 1938 йылдың 1 июлендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Түбәнге Аташ ауылында тыуған. 1964 йылда Мәскәү халыҡ сәнғәт университетын тамамлай. 1958 йылдан алып — Кушнаренко, 1966 йылдан башлап — Саҡмағош, 1975 йылдан Илеш район мәҙәниәт йорттарының баянсы-аккомпаниаторы, 1976—1999 йылдарҙа Дүртөйлө ҡалаһы Мәҙәниәт һәм техника һарайының художество етәксеһе. 1960 йылдарҙа йырҙар яҙа башлай. Биш йыр китабы донъя күрә.

Үҙешмәкәр композитор 2021 йылдың 22 апрелендә Дүртөйлө ҡалаһында вафат булды[3].

400-ҙән ашыу йыр, романс авторы. Вил Ҡазыханов һүҙҙәренә «Сарманай», Риф Мифтахов һүҙҙәренә «Һағындыра тыуған яҡ», Роберт Миңнуллин һүҙҙәренә «Әрем еҫе, әрем тәме», үҙенең һүҙҙәренә «Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем», «Минең ҡәҙерлеләрем» һәм башҡа йырҙары халыҡ араһында киң популярлыҡ яулаған.

Мөфтәдин Ғиләжев илебеҙҙең бик күп төбәктәрендә сығыш яһай. Мәскәүҙә Съездар һарайында, СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә, Колонналар залында, Ленинград, Ульяновск, Кишинёв, Нижневартовск, Мурманск, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙа сығыш яһай. Ике тапҡыр киножурналға төшә.

Үҙешмәкәр композиторҙың йырҙарын танылған йырсылар Илфаҡ Смаҡов, Зәки Мәхмүтов, Фән Вәлиәхмәтов, Зөһрә Сәхәбиева, Фәнүнә Сиражетдинова, Асия Смаҡова, Салауат Фәтхетдинов, Рөстәм Асаевтар башҡара[4].

  • Сарманай: йырҙар. Өфө, 1993.
  • Күңелем моңдары: иҫтәлектәр, йырҙар, шиғырҙар. Өфө, 2007.
  • Әл дә дуслар бар әле: җырлар. Уфа, 1993.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2022 йылдың июль башында ижадсының тыуған ауылында уның музейы асылды[5].
  • Мифтахов Р. Ф. Йөрәктә ҡанатланған йырҙар.//Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999.
  • Салимов А. С. Композитор Муфтадин Гилязев.//На земле Дюртюлинской. М., 1994.