Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙаҡбаев Мөхәмәтйән Абдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев битенән йүнәлтелде)
Мөхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаев
Тыуған көнө

22 декабрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Йылайыр кантоны, Һаҡмар Наҙарғол ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы)

Вафат булған көнө

6 июнь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (92 йәш)

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР, Рәсәй флагы

Наградалары һәм премиялары

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Ҡаҙаҡбаев Мөхәмәтйән Абдулла улы (22 декабрь 1924 йыл — 6 июнь 2017 йыл) — халыҡ йырсыһы, йыраусы, сәсән. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт традицион башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе. Халыҡ-ара һәм төрлө республика конкурстары еңеүсеһе һәм лауреаты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Мөхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаев 1924 йылдың 22 декабрендә Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантонының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының) Һаҡмар Наҙарғол (Һаҡмар Бүреһе) ауылында тыуған. Әсәһе Шәмсибаһар Аҡһыйыр ауылының указлы муллаһы Сәйетгәрәй Бәхтеғәни улы Ғәлиәкбәровтың һәм уның абыстайы Шәмсикамалдың берҙән-бер ҡыҙы була.

Ата-әсәһенең ризалығы менән Мөхәммәтйән ағай бер йәше тулыр-тулмаҫтан ҡартатайы тәрбиәһендә үҫә, асылда, ҡаңбабалар тәрбиәһе ала. 1931 йылда Абдулла Ҡаҙаҡбаевтың ғаиләһен Себергә һөргөнгә ебәрәләр. Өлкән улы Мөхәммәтйән ҡартатаһында йәшәүе арҡаһында ғына тороп ҡала.

Себерҙә ике ҡыҙҙары мәрхүм булғас, сирле улдары Мөхәммәтханды алып, ата-әсәһе Себерҙән ҡасып ҡайталар. Әммә уны һаҡлап алып ҡала алмайҙар.

Аҙаҡ килеп алырбыҙ тип ҡалдырған ҡыҙҙары Раузаны ла юғалталар. Абдулла Ҡаҙаҡбаевты Беломорканал ҡаҙырға алып китәләр.

Унан ҡайтҡас та, эҙәрләү туҡтамай. Сәйәси сәбәп табып, 1937 йылда Абдулла Ҡаҙаҡбаевты һәм уның ҡайныһы Сәйетгәрәй Ғәлиәкбәровты ла ҡулға алалар.

Сәйетгәрәй Ғәлиәкбәров 1938 йылда Өфө төрмәһендә үлеп ҡала. Ә Абдулла Ҡаҙаҡбаев тамам йонсоп, ауырып ҡайтып 1941 йылдың март айында вафат була.

Әсәһе Шәмсибаһар ҙа, һөргөндән ҡайтҡас, башынан үткәндәрен «Йософ менән Зөләйха» көйөнә бәйет итеп сығара[1].

Сәйетгәрәй Ғәлиәкбәров шиғриәткә, халыҡ йырҙарына мөкиббән ғашиҡ кеше була. Халыҡ ижадын, йырҙарҙың легендаларын белә, оҫта йырлай. Йылайыр төрмәһендә осрашҡанда, ул «Бер нәмәгә үкенәм: Мөхәммәтйәнде уҡыта алманым», тип илаған кейәүен ҡосаҡлап. Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаев үҙе, ҡартатайым белгәндең 5 кенә процентын алып ҡалдым, ти.

Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1949—1984 йылдарҙа Хәйбулла районының «Һаҡмар» колхозында эшләй. Тыуған ауылында шофер булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

2017 йылдың 6 июнендә вафат була[2]. Туған ауылы Һаҡмар-Наҙарғолда ерләнә[3].

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борондан атай-олатайҙарҙан ҡала килгән рухи ҡиммәттәребеҙҙе ҡәҙерләп һаҡлаусы ла, шул ҡиммәтле мәғлүмәттәрҙе беҙгә килтереп еткереүсе лә ул, Мөхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаев. Башҡорт традицион башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе.

Бик күп йырҙарҙың уникаль, һирәк варианттарын, башҡорт музыкаль фольклорының бик таралмаған өлгөләрен беҙгә килтереп еткереүсе.

Аҡмулла, Бабич, Туҡай шиғырҙарын, көнсығыш шиғриәте классиктары әҫәрҙәрен, боронғо монәжәттәрҙе, бәйеттәрҙе көйләп уҡыу, башҡарыу оҫталығын һаҡлап алып ҡалыусы.

Аҡмулла шиғырҙарын тотош яттан белә. Аҡмулла шиғырҙарын да, мөнәжәттәрҙе лә көйгә һалып һамаҡлай. Ул, шулай уҡ, йыр легендаларын күп белә. Боронғо йырҙарҙы башҡарыр алдынан легендаһын һөйләй. Был маһирлыҡ уға быуын-быуындан күсә килә.

Бик һирәк кенә ишетелгән «Мәрғиә», «Ирмәк», «Наполеон Бонапарт» тигән йырҙарҙы һәм көйҙәрҙе лә белгән йырсы-сәсән ул.

«Ирмәк» йыры халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлидигә арнап сығарылған.

Репертуарында 100-ҙән ашыу оҙон көй: «Шаһибәрәк», «Шәүрә», «Шафик» йырҙары, «Ҡаһарман кантон», «Кәмәлек», «Һыр», «Ғәзизә», «Мәғри», «Силәбе», «Муса Мортазин», «Йәнтилә ҡашҡа» марштары һәм башҡалар.

Сәйетгәрәй Ғәлиәкбәровтың 30-сы йылдарҙағы золомға приговор булып яңғыраған «Төн ҡараңғы» мөнәжәте һәм Шәмсибаһар Ҡаҙаҡбаеваның Себерҙә сығарған бәйеттәре дә Мөхәммәтйән ағай арҡаһында һаҡланып ҡала.

«Аҡылға һыя торған эш түгел был, тарихта бындай әхлаҡһыҙлыҡ, насарлыҡ ҡылынғанын ишеткәнем юҡ, киләсәккә ғибрәт булһын» тип сығарылған, «Төн ҡараңғы» тигән мөнәжәтте тетрәнмәй уҡып булмай:

                Төн ҡараңғы, дөм ҡараңғы, яҡты шәм янмаҫ микән,
                Ямғыр урынына хоҙаның рәхмәте яумаҫ микән.
                Ҡандан эшләнгән бағаналар тамам аумаҫ микән,
                Донъяның шайтандары етер, бер-бер бығауланмаҫ микән.
                Йөҙ түбән китмәҫме афәт, аҫҡа ҡапланмаҫ микән,
                Ҡанлы диңгеҙ фаяз, рахман* берлә пакланмаҫ микән.
                Бөттө өлфәт бәндәләрҙең тәндәрендә ҡан менән,
                Тапһа рәхәтлек, хозурлыҡлар таба гисъян менән.
                Иң түбән эттәр, бесәйләр уйнайлар гирфан менән,
                Сарпушалар мең зобаныйлар был көн ризуан * менән.
                Тарлана йән илә ашар йән әсеткес газ(а)* микән,
                Ил ҡоторҙо, әллә инсанлар бары ханнас микән.
                Ер менән күктең араһын ҡапланы хур, әр был көн,
                Күрмәйһеңме һәр бер инсан, ки Нөкир Мөнкир был көн.
                Һәр сәмәүи изгелекте тап-тап иҙҙе шәр был көн,
                Ер йөҙөндә бер ҡиәмәт ер был көн, мәхшәр был көн.
                Кипте ерҙәр, ҡороно күлдәр, тамсы һыу таммаҫ микән.
                Юҡ, өмөтһөҙ булмай мәле, һәр хыялым — бер өмөт,
                Мин фәҡир булһам әгәр, күңелемде йыуаталыр өмөт.

Башҡарған йырҙары, мөнәжәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Аҡмулла («Нәсихәттәр» һәм башҡа шиғырҙары)
  • Бабич («Ғазазил», «Халҡым өсөн»)
  • «Вахит»
  • «Ғәзизә»
  • «Ике лә генә егет»
  • «Ирмәк»
  • «Ишемғол»
  • «Йәнтилә ҡашҡа» маршы
  • «Кәмәлек»
  • «Ҡәһәрмән кантон»
  • «Мәҙинәкәй»
  • «Мәғри» («Мәрғиә»)
  • «Муса Мортазин» маршы
  • «Наполеон Бонапарт» маршы
  • «Силәбе»
  • «Суворов маршы»
  • «Сәхипъямал»
  • «Төн ҡараңғы» мөнәжәте
  • «Урал»
  • «Һыр»
  • «Һырдаръя»
  • «Шаһибәрәк»
  • «Шәүрә»,
  • «Шафиҡ»
  • «Ынйы»
  • «Әрме»
  • «Яҙмыш йыры»

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Вашшои» Бөтә донъя фольклор фестивалендә ҡатнашыусы ( Япония, Осака ҡалаһы, 2000).
  • «Йомабай Иҫәнбаев көндәре» Республика халыҡ сәнғәте байрамы (Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы, 1989) лауреаты,
  • «Башҡорт халыҡ йыры» Республика радиоконкурсы (Өфө ҡалаһы, 1991; Гран-при) лауреаты.
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985).

2014 йылда Өфө ҡалаһының «Ғилем» нәшриәтендә «Ер һәм йыр улы» тигән китап донъя күрә. Авторҙар Раушания Ҡаҙаҡбаева, Бүләкбикә Ҡаҙаҡбаева. Йырсы, сәсән, йыраусы Мөхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаевтың 90 йәшлек юбилейына арнала. Китапта Мөхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаевтың автобиографияһы бәйән ителә. Уның ҡатмарлы һәм фәһемле тормош юлын сағылдырған хәтирәләре тасуирлана. Ҡаҙаҡбаев Мөхәмәтйән Абдулла улының репертуарындағы халыҡ йырҙары, мөнәжәттәр, таҡмаҡтар, көнсығыш шиғриәтенән әҫәрҙәр бәйән ителә. Ил ағаһы хаҡында төрлө йылдарҙа донъя күргән мәҡәләләр, документтар, фотографиялар килтерелә. Шулай уҡ, китапта Мөхәмәтйән Абдулла улының ижады тураһында Ғәзим Шафиҡовтың, Ҡәҙим Аралбайҙың, Рәшит Шәкүрҙең, Юлай Ғәйнетдиновтың уй-фекерҙәре урын алған.

  1. Аралбаева Л. Ушел из жизни башкирский сказитель, народный певец Мухаметьян Казакбаев. «Башинформ» (6 июнь 2017). Дата обращения: 14 июнь 2017.
  2. Йыраусы-сәсән Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев вафат булды. «Юлдаш» радиоһы (6 июнь 2017). Дата обращения: 14 июнь 2017.(недоступная ссылка)