Эстәлеккә күсергә

Нариман

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Нариман — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки-мосолман халыҡтарында ла ҡулланыла.

Нариман башҡорт теленә фарсы теленән үҙләштерелгән, ғәйрәтле, батыр[1] тигәнде аңлата

Сабитов Нариман Ғиләжетдин улы (11 ғинуар 1925 йыл — 9 июнь 1971 йыл) — композитор, дирижер. БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961). СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1951). Ғәлимов Сәләм исемендәге (1968) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1972). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955, 1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1969) ордендары кавалеры.

Айтмөхәмәтов Нариман Зәйнулла улы (20 октябрь 1951 йыл Омск өлкәһенең Тара районы Речапов ҡасабаһы) — совет еңел атлеты. СССР-ҙың спорт мастеры (1978), еңел атлетика буйынса республика категорияһындағы судья (1987).

Айытов Нариман Абдрахман улы (28 декабрь 1925 йыл — 17 август 1999 йыл) — ғалим-социолог. 19641988 йылдарҙа Өфө авиация институтының фәнни коммунизм кафедраһы мөдире. Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), философия фәндәре докторы (1967), профессор (1970). РСФСР-ҙың (1988) һәм Башҡорт АССР-ының (1975) атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Нариман (рус. Нариманово) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл.

Нариман Наримановтың йорт-музейы (Тбилиси) (әзерб. Nəriman Nərimanovun ev-muzeyi (Tiflis)) — Әзербайжан совет дәүләт эшмәкәре Нариман Наримановтың Тбилисиҙағы музейы. Әзербайжан Республикаһы милке.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ