Недогонов Алексей Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Недогонов Алексей Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 19 октябрь (1 ноябрь) 1914 или 1 ноябрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1]
Тыуған урыны Шахты[d], Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 13 март 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[2][1] (33 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР[2]
Үлем сәбәбе авария[d]
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө шағир
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Сәнғәт йүнәлеше социалистик реализм[d]
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр шиғыр[d] һәм повествовательная поэзия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Венаны алған өсөн» миҙалы «Будапештты алған өсөн» миҙалы "Праганы азат иткән өсөн" миҙалы

Алексей Иванович Недогонов ( 19141948 ) — рус совет шағиры. Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1948 - үлгәндән һуң ). 1942 йылдан КПСС (б) ағзаһы.

Алексей Иванович Недогонов 1914 йылдың 19 октябрендә (1 ноябрь) Александровск- Грушевский ҡалаһында (хәҙерге Ростов өлкәһе Шахты ҡалаһы) тимерсе ғаиләһендә тыуған.

15 йәшенән хеҙмәт юлын башлай: балта оҫтаһы, беркетеүсе, ремонтсы, шахтала ҡаҙып инеүсе машинала эшләй. Ете йыллыҡ мәктәптә, тау сәнәғәте училищеһында уҡый. 1932 йылда Мәскәүгә килгәс, ул эшселәр факультетына уҡырға инә, һуңынан 1935 —1939 йылдарҙа А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый

Беренсе тапҡыр ул 1934 йылда - ҙур тиражлы "Вперед" завод гәзитендә баҫтыра башлай. Недогоновтың системалы әҙәби хеҙмәте 1938 йылда башлана. Уның шиғырҙары «Комсомольская правда», «Новый мир», «Знамя», «Звезда», «Смена», «Огонек» журналдарында баҫылып сыға.

Ваганьков зыяратында Недогонов ҡәбере

1939 —1940 йылдарҙағы Совет-Фин һуғышында ҡатнаша (241-се пехота полкы); Выборг янында ҡулы ҡаты яралана. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, капитан дәрәжәһендә «За нашу победу» ( Көнбайыш фронттың 1-се һаҡсылары армияһы ) гәзитенең, 1943 йылдың октябренән - «Советский воин» ( 3-сө Украин фронты ) гәзитенең хәрби корреспонденты. Ике һуғыш ваҡытында яугир шағир һәм журналист булып үтә, Финляндия, Польша, Румыния, Болгария, Югославия, Венгрия, Австрия, Чехословакияла була

1946 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Йәш шағирҙең тормошы 1948 йылдың 13 мартында фажиғәле тамамлана. Уны трамвай бәрҙереп китә һәм ул йәрәхәттәрҙән үлә. Уны Ваганьков зыяратында ерләйҙәр (17-се участка) [3] .

Ул уҡыған Шахты ҡалаһының 23-сө мәктәбе шағир хөрмәтенә аталған.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алексей Недогонов яҡты, оригинал тауышлы, ләкин уңышһыҙ яҙмышлы шағир ине: иҫән сағында, ысынлап та, уның ижады тейешенсә баһаланмай, һәм үҙ әҫәрҙәренең тулы йыйынтығын күрмәй. Шағирҙың берҙән-бер шиғыр китабы - "Простые люди" (әҫәрҙәре 1948) үлеменән һуң донъя күрә. «Флаг над сельсоветом» шиғырында автор фронттан ҡайтҡан быуын яҙмышы тураһында һөйләй.

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Флаг над сельсоветом: Поэма. — М.: Правда, 1947 (типогр. им. Сталина). — 39 с. (Библиотека "Огонёк" № 15)
  • Избранное. — М.: Советский писатель, 1949 (тип. № 3 Упр. изд-в и полиграфии Исполкома Ленгорсовета). — 228 с.; 1 л. портр. (Библиотека избранных произведений советской литературы: 1917-1947)
  • Флаг над сельсоветом: Поэма. — М.: Гослитиздат, 1951. — 96 с.
  • Стихи и поэмы. — М.: Воениздат, 1957. — 256 с.; портр.
  • Стихи [1937-1947 гг.]. — М.: Правда, 1959. — 32 с. (Б-ка "Огонек" № 40)
  • Избранная лирика. — М.: Молодая гвардия, 1967. — 32 с. — 142 00 экз. («Библиотечка избранной лирики»)
  • Дорога моей земли: Стихи.; [Сост. и авт. предисл. К. Поздняев]; Худож. Б. Диодоров. — М.: Современник, 1975. — 240 с.: ил.; + грампластинка. (Б-ка поэзии "Россия")
  • Ёлка: Стихи. Для мл. шк. возраста; Рис. М. Петрова. — М.: Малыш, 1979. — 16 с.: цв. ил.

Бүләктәре һәм премиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (әҫәрҙәре 1948 - үлгәндән һуң ) -«Флаг над сельсоветом» (1947) шиғыры өсөн.
  • Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены (8.8.1945)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (9.4.1944)
  • “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңеү өсөн. " миҙалы
  • "Будапештты яулап алған өсөн" миҙалы
  • "Венаны яулап алған өсөн" миҙалы
  • "Праганы азат иткән өсөн" миҙалы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 НЕДОГОНОВ Алексей Иванович // Русская литература XX века. Прозаики, поэты, драматурги (урыҫ) / под ред. Н. Н. Скатов — 2005. — С. 617—619. — ISBN 5-94848-262-6
  2. 2,0 2,1 Недогонов Алексей Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Могилы ушедших поэтов

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]