Түбәнге Сирбай
Түбәнге Сирбай | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мәҡсүт ауыл Советы (Күгәрсен районы) |
Халыҡ һаны |
0 кеше (2002)[1], 2 кеше (2009)[1], 1 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453345 |
Түбәнге Сирбай (рус. Нижнесюрюбаево) — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1 кеше була[3]. Почта индексы — 453345, ОКАТО коды — 80238845013.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1842 йыл | 324 | ||||
1920 йыл 26 август | 440 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 0 | ||||
2009 йыл | 2 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 1 | 1 | - | 100,0 | - |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 39 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Мәҡсүт): 16 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Түлгән): 46 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сирбай ауылы Монаш түбәһенә ҡараған. 1816—1834 йылдар араһында Үрге һәм Түбәнгегә бүленә. XVIII быуат аҙағында ауылда 180 кеше йәшәгән 25 ихата була. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса (1859), Түбәнге Сирбайҙа 58 йорт булған. 300—320 кеше йәшәгән. 1920 йылда 440 кеше була.
Ауылға нигеҙ һалыусының исеме асыҡланмаған. Шулай ҙа уның улдарының исемдәре билдәле. 1816 йылда унда Италмаҫ (1779 йыл), Күлембай, Игебай, Ысыҡбай, Бикбай, Күлғолдо, Бүләкбай Сирбаевтар йәшәгән. Халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Айғай, Ерекле, Ыҡ йылғалары буйлап күсеп йөрөйҙәр.
1842 йылда Түбәнге Сирбай ауылында 324 кешегә 576 бот яҙғы иген сәселгән[4].
Тағы һылтанма буйынса уҡығыҙСирбай ауылдары
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Түбәнге Сирбай ауылы тарихына бәйле риүәйәт[6]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Илешев Ғөбәйҙулла Шәрип улы (10.10.1927—7.08.2009), ғалим-тарихсы, партия органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре докторы (1985), профессор (1988). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
- Илешева Рәйсә Хәким ҡыҙы (27.09.1962), әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директорының уҡыу эштәре буйынса урынбаҫары. Филология фәндәре кандидаты, доцент. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 142. 2022 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ ЭКСПЕДИЦИОННЫЙ ВЕСТНИК СФ БашГУ Стерлитамак 2018. 86-сы бит(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |