Эстәлеккә күсергә

Низаметдинов Ҡазыхан Низаметдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡазыхан Низаметдин улы Низаметдинов
Тыуған ваҡыты

10 март 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Зәйет ауылы[1]

Үлгән ваҡыты

8 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (45 йәш)

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хәрби алыш/һуғыш

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Наградалар һәм премиялар
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
II дәрәжә Изге Станислав ордены
II дәрәжә Изге Станислав ордены

Низаметдинов Ҡазыхан Низаметдин улы (10 март 1892 йыл8 декабрь 1937 йыл) — Рәсәй империяһы армияһы поручигы, 1918—1919 йылдарҙа Башҡорт армияһының полк командиры, штабс-капитан. 1921—1923 йылдарҙа Башҡорт команда курстары начальнигы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Ҡазыхан Низаметдин улы Низаметдинов 1892 йылдың 10 мартында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районы) Зәйет ауылында тыуған.

1907 йылда 2-се Сермән рус-башҡорт училищеһын, ә 1910 йылда — Сермәндә өс йыллыҡ уҡытыусылар курсын тамамлай. Артабан Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1911 йылда Һарытау ҡалаһына йәйге педагогия курстарына бара[2].

1913 йылдың октябрендә хәрби хеҙмәткә алына һәм Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә. Бында 12-се Себер уҡсылар полкының 2-се ротаһы составында хеҙмәт итә. Тиҙҙән Уҡыу командалығына ебәрелә, уны тамамлағас, кесе унтер-офицер дәрәжәһе ала.

1915 йылдың ғинуарында 12-се полк командалыҡ составы менән бергә 15-се Себер запас батальонын ойоштороу өсөн Томск ҡалаһына йүнәлтелә. Шул уҡ йылдың сентябрендә 1-се Иркутск прапорщиктар мәктәбенә уҡырға ебәрелә. Бында 1916 йылдың ғинуарына тиклем уҡый, прапорщик дәрәжәһе ала. Артабан Ачинск ҡалаһында 13-сө Себер уҡсылар запас батальоны составында кесе офицер булып хеҙмәт итә. Тиҙҙән Двинск ҡалаһына 5-се армияның дежурный генералы ҡарамағына ебәрелә, бында 5-се Себер уҡсылар дивизияһы 20-се Себер полкының 5-се ротаһына тәғәйенләнә.

Беренсе донъя һуғышында Төньяҡ фронтта күп кенә алыштарҙа ҡатнаша, күрһәткән батырлыҡтары өсөн 4-се дәрәжә Изге Анна ордены, 2-се дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнә.

1916 йылдың апрелендә дивизия уҡыу командаһының 4-се ротаһына кесе офицер итеп күсерелә, һуңынан 20-се полк 5-се ротаһының ваҡытлыса командиры була. 1916 йылдың көҙөндә Рига ҡалаһында 12-се армия штабы ҡарамағындағы офицер курстарында ҡабат уҡый. Полкына кире ҡайтҡас, 5-се батальондың ваҡытлыса командиры итеп тәғәйенләнә һәм подпоручик дәрәжәһе ала.

1917 йылдың ғинуарында 12-се армия Дөйөм ғәскәри өлгөлө уҡыу командаһы 2-се ротаһының ваҡытлыса командиры, ә бер айҙан һуң уҡыу командаһы командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә һәм поручик чинын ала.

1917 йылдың майында 12-се армия Дөйөм ғәскәри өлгөлө уҡыу командаһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Мосолман һалдаттары йыйылышында 12-се армияның Мосолман комитеты рәйесе, 12-се армия һалдаттары башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1917 йылдың сентябрендә Вальке ҡалаһында барған мосолман һалдаттарының съезында Төньяҡ фронт мосолман комитетының рәйесе итеп һайлана. Шул уҡ йылдың октябрендә Бөтә Рәсәй мосолман хәрби шураһы тарафынан Төньяҡ фронт штабы янында үҙенең комиссары итеп тәғәйенләнә.

1918 йылдың февралендә демобилизациялана. Ҡазан мосолман хәрби комиссариатында кесе адъютант булараҡ хеҙмәт итә башлай. 1918 йылдың авгусы аҙағында Һамар ҡалаһына Халыҡ армияһы штабына, ә артабан Ырымбурға Башҡорт хәрби шураһы ҡарамағына ебәрелә. Бында Ырымбур хәрби округы штабы ҡарамағындағы бүлектә Башҡорт хәрби шураһының өлкән адъютанты булып хеҙмәт итә, Ә. Ә. Вәлидов һәм А. И. Дутов араһында бәйләнеште тәьмин итә.

1918 йылдың октябрендә штабс-капитан чинына лайыҡ була. Октябрь аҙағында 5-се Башҡорт уҡсылар полкының командиры итеп тәғәйенләнә. А. И. Дутов уның етәкселегендәге полкты Аҡтүбә фронтына йүнәлтә, әммә полк, башҡа башҡорт частары менән бергә булыу ниәте менән, Ырымбурға кире әйләнеп ҡайта.

1918 йылдың декабрендә Ә. Ә. Вәлидовтың фарманына ярашлы, барлыҡ тиерлек башҡорт полктары Башҡортостан автономияһы сиктәрендә туплана. Бында 1919 йылдың ғинуарында ошо полктарҙан ике дивизиянан торған Башҡорт корпусы ойошторола. Низаметдинов 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы штабының начальнигы итеп тәғәйенләнә[2].

Башҡорт ғәскәрҙәре Ҡыҙылдар яғына күскәндән һуң, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ирекмән башҡорттарҙан ойошторолған 176-сы Башҡорт полкының полк мәктәбе начальнигы итеп тәғәйенләнә һәм уның составында Саранск ҡалаһына йүнәлә.

1919 йылдың июнь башында башҡорт полктары Украинаға ебәрелә, Низаметдинов улар составында генерал Деникиндың армияһына ҡаршы ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Июль башында Башвоенкомат Низаметдиновҡа Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы өсөн Саранскиҙа аттар запасын булдырыу эшен йөкмәтә. Тиҙҙән запас Башҡорт АССР-ы Туҡ-Соран кантоны Иҫке Ғүмәр ауылында, ә октябрҙән Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны Ермолаево ауылында туплана.

1920 йылдың майында Башвоенкоматтың кесе командирҙар составы мәктәбе начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1920 йылдың октябренән Башҡорт запас уҡсылар полкының рота командиры булып хеҙмәт итә. Декабрҙә Республика Всеобуч территориаль полк округы начальнигы итеп тәғәйенләнә[2].

1921 йылда Башвоенкомат Низаметдиновҡа Башҡорт команда курстарын булдырыуҙы йөкмәтә һәм уның начальнигы итеп тәғәйенләй. 1923 йылда был курстар Ҡазан һәм мосолман команда курстары менән берләштерелә, Низаметдинов хәрби хеҙмәттән китә. Аҡтар яғында һуғышҡан элекке башҡорт офицеры булғанға, ВКП(б) сафынан сығарыла.

1930-сы йылдар аҙағында «Башавтогужтрест» предприятиеһында юрист-консультант булып эшләй. 1937 йылдың 27 июлендә репрессиялана, 5 ай дауамында төрмәлә ултыра. 1937 йылдың 8 декабрендә атыла. 1956 йылда аҡлана[3].

  1. Хәҙерге Башҡортостандың Белорет районы.
  2. 2,0 2,1 2,2 Ярмуллин А. Ш. У истоков Башкирской республики. Биографии деятелей Башкирского нацио­нального движения (1917—1920 гг.). — Уфа: Китап, 2017. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06659-7.
  3. Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. Т. 4. Уфа, 2003. — С. 54-55.
  • Военная история башкир: энциклопедия / Гл. ред. А. 3. Асфандияров. Уфа, 2013. — С. 264—265.