Ниғмәт (исем)
Ниғмәт | |
Ниғмәт | |
Яҙыу | Кирил алфавиты |
---|
Ниғмәт — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Ниғмәт исеме бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ниғмәт исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Башҡортса байлыҡ, мөлкәт, бәхет тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шоңҡаров Ниғмәт Динәхмәт улы (1 ғинуар 1931 йыл — 4 март 1994 йыл) — башҡорт фольклорсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Хисмәтуллин Ниғмәт Гәрәй улы (1914 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ветеринар хеҙмәткәре, гвардия старшинаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).
Бикмәтов Ниғмәт Ишмырҙа улы (1918 йыл — 1983 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия капитаны, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәшит Ниғмәти (тулы исеме Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин, 27 ғинуар 1909 йыл — 13 октябрь 1959 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1959). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944), ике «Почёт Билдәһе» (1949, 1955) ордендары кавалеры.
Атаһының исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйетов Сәхи Ниғмәт улы (25 ғинуар 1907 йыл — 9 июль 1986 йыл) — башҡорт актёры, режиссёр. БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1966). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1947).
Иҫәнгилдин Ғәни Ниғмәт улы (1914 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, разведчик, рядовой.
Ниғмәтуллин Сафый Ниғмәт улы (рус. Нигматул(л)ин Сафий, Сафы, Сафа (16 декабрь 1913 йыл — 19?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 313 кавалерия полкының миномётсылар взводы командиры. Лейтенант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ниғмәт һүҙенең мәғәнәләре: 1. Мул тормошто тәшкил иткән байлыҡ. Ниғмәт йыйыу. 2. Тәмле-татлы ашамлыҡ. Ожмах ниғмәттәре. 3. Бәхет. Ғаилә — илаһи ниғмәт. Ҡәҙер кисе — оло ниғмәт ул.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |