Овьедо (ҡала)
Овьедо (исп. Oviedo, астура. Uviéu, лат. Ovetus) — Испаниялағы ҡала, Астурия автономиялы берләшмәһенең административ үҙәге, уның муниципалитеты Овьедо (комарки) районы составында тора. Эре сәнәғәт һәм сауҙа ҡалаһы. VIII—IX быуаттың роман стиленә тиклемге ысын архитектура ҡурсаулығы булараҡ билдәле.
Донъяла Овьедо исемендәге бер нисә ҡала бар, һәм улар барыһы ла Америка ҡитғаһында урынлашҡан. Мексиканың, Парагвайҙың, Доминика Республикаһының һәм Флориданың үҙ Овьедо ҡалаһы бар.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Овьедо ҡалаһына Оветум тауында изге Винсент монастырын төҙөгән монахтар 761 йылда нигеҙ һала, ул тигеҙлек уртаһында торған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан һәм емеш-еләк баҡсалары менән уратып алынған.
Маврҙар Испанияны баҫып алғандан һуң Альфонсо II үҙ ғаиләһен Овьедоға күсереп алып килә, һәм Овьедо ҡалаһы Испания христиандарының баш ҡалаһына һәм ғибәҙәт ҡылыу үҙәгенә әйләнә. Овьедо Астурий короллеге һәм Реконкиста үҙәгенең баш ҡалаһы була. 1608 йылдың 21 сентябрендә Овьедола университет асыла.
XХ быуатта Овьедо хәрби үткәнен раҫлай: 1934 йылда бында, таш күмер һәм тимер рудаһы сығарған район сигендә, шахтерҙар забастовкаһә үтә, ә Франконың оҙайлы ваҡыт уңышлы ҡаршылыҡ күрһәтеүенән һуң, ҡала антифашистик хәрәкәт һәм профсоюз терәге булып һанала.
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Овьедо климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл |
Һауа температураһы, °C | 11,7 | 12,8 | 14,4 | 14,9 | 17,6 | 20,3 | 22,4 | 22,8 | 21,7 | 18,1 | 14,6 | 12,5 | 17,0 |
Уртаса температура, °C | 8,0 | 8,8 | 10,0 | 10,6 | 13,3 | 16,1 | 18,3 | 18,7 | 17,3 | 14,0 | 10,8 | 9,0 | 12,9 |
Уртаса минимум, °C | 4,2 | 4,8 | 5,6 | 6,3 | 9,1 | 11,9 | 14,1 | 14,5 | 12,9 | 10,0 | 7,1 | 5,5 | 8,8 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 129 | 115 | 78 | 65 | 51 | 29 | 25 | 35 | 55 | 84 | 108 | 130 | 973 |
Сығанағы: AEMeT |
Халыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта ҡаланың муниципаль сиктәрендә — 213,7 мең кеше йәшәй (2005).
Йыл | Ҡала | Муниципалитет | Йыл | Ҡала | Муниципалитет |
---|---|---|---|---|---|
1787* | 491 6 | 1996 | 049 200 | ||
1857 | 156 14 | 933 31 | 1997 | мәғлүмәт юҡ | |
1887 | 614 18 | 1998 | 199 549 | ||
1900 | 103 48 | 1999 | 200 453 | ||
1910 | 269 53 | 2000 | 183 524 | 200 411 | |
1920 | 375 69 | 2001 | 374 184 | 005 201 | |
1930 | 463 75 | 2002 | 463 186 | 938 202 | |
1940 | 410 51 | 548 82 | 2003 | 191 231 | 699 207 |
1950 | 598 71 | 106 002 | 2004 | 274 193 | 495 209 |
1960 | 550 91 | 058 127 | 2005 | 196 156 | 782 213 |
1970 | 021 130 | 154 117 | |||
1981 | 315 168 | 190 123 | |||
1991 | 276 204 |
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Овьедо Астурия үҙәгендә, Нор һәм Налон йылғалары араһында, урынлашҡан. Овьедоның төньяғында Лас- Регуэрас, Лланер, көньяғында-Мьерес һәм Рибера-де-Арриба, көнсығышында Сьеро һәм Лангрео, көнбайышында Градо һәм Санто-Адриано тора. Овьедо диңгеҙ кимәленән 80 метрҙан алып 709 метр бейеклектә ята. Монте-Наранко ҡаланы төньяҡтан, ә Сьерра-дель-Арамо көньяҡтан иҫкән көслө һыуыҡ елдәрҙән һаҡлап тора. Ҡала үҙәге бик убалы.
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҡтисад секторы халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү, ҡала үҙәгендәге төрлө бихисап офис биналары менән бәйле. Овьедо административ үҙәк булараҡ дәүләт идаралығы сфераһындағы күп эш урындарын яҡлай. Испания өсөн мөһим булыусы етештереү секторы Овьедола киң таралмаған, әммә күрше Лланер һәм Сьеро муниципалитеттары өсөн был бик мөһим. 2009 йылда Овьедо муниципалитетының бурысы 135 000,00 евро булған.[8]
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фернандо Алонсо — «Формула 1» ярыштарында ике тапҡыр донъя чемпионы.
- Хосе Томас Бовес— бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш ваҡытында венесуэла каудильоһы.
- Вальехо-Ботас Нагер, Хуан-Антонио — испания психиатры, яҙыусы.
- Мичу— футболсы, инглиз «Суонси» командаһы һәм Испания йыйылма командаһы уйынсыһы.
Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сан-Сальвадор готика соборы, унда изге Винсент мәйете һәм Альфонсо III тарафынан бүләк ителгән ике тәре — Крус-де-лос-Анхелес (Фәрештә тәреһе) һәм Крус-де-ла-Виктория (Еңеү тәреһе) тора.
- Сан-Тирсо сиркәүе.
- Хакимиәт бинаһы менән Сан-Исидоро сиркәүе торған Конституция майҙаны.
- Наранко тауындағы роман осорона тиклемге сиркәүҙәр (барлығы 14, король Рамиро I йәйге резиденцияһы, 848 йылда Санта-Мария-дель-Наранко сиркәүенә әйләндерелгән һәм Сан-Мигель де-Лильо һарай капеллаһы) һәм төньяҡ-көнсығышта (Сан-Хулиан-лос-Прадос сиркәүе), улар барыһы ла бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО объекттары.
- Сан-Франциско үҙәк паркы.
Музейҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сан-Висенте монастырындағы тарихи-археологик музей.
- Сәнғәт музейы.
Туғанлашҡан ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вальпараисо (исп. Valparaíso), Чили, 1976
- Бохум (нем. Bochum), Германия, 1979
- Буэнос-Айрес (исп. Buenos Aires), Аргентина, 1983
- Веракрус (исп. Veracruz), Мексика, 1983
- Клермон-Ферран (франц. Clermont-Ferrand), Франция, 1988
- Тампа (ингл. Tampa), Флорида, США, 1991
- Сантьяго-де-Компостела (исп. Santiago de Compostela), Испания, 1993
- Санта-Клара (исп. Santa Clara), Куба, 1995
- Джерси-Сити (ингл. Jersey City), Нью-Джерси, США, 1998
- Самора (исп. Zamora), Испания, 2001
- Торревьеха (исп. Torrevieja), Испания, 2004
- Валенсия-де-Дон-Хуан (исп. Valencia de Don Juan), Испания, 2006
- Ханчжоу (ҡыт. упр. 杭州, пиньинь: Hángzhōu), Китай, 2006
- Овьедо (инг.)баш. (ингл. Oviedo), Флорида, США, 2006
- Визеу (порт. Viseu), Португалия, 2007
- Маранелло (итал. Maranello), Италия, 2010[9]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Relación de Municipios y sus Códigos por Provincias — Национальный институт статистики, 2019.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Национальный институт статистики https://www.ine.es/jaxi/Tabla.htm?tpx=61398&L=0 — 2023.
- ↑ 4,0 4,1 Национальный институт статистики https://www.ine.es/dynt3/inebase/es/index.htm?padre=517&capsel=525
- ↑ https://it-ch.topographic-map.com/map-fj844s/Oviedo/?zoom=19¢er=43.36038%2C-5.84465&popup=43.36054%2C-5.84467
- ↑ https://www.bochum.de/Internationales/Staedtepartnerschaften
- ↑ https://www.lne.es/oviedo/2018/11/25/sintra-hermanamiento-literario/2386259.html
- ↑ http://www.minhafp.gob.es/Documentacion/Publico/AdministracionElectronica/Oficina%20Virtual%20Entidades%20Locales/Informe_Deuda_Local_2009.pdf 2017 йыл 3 июль архивланған.
- ↑ Маранелло и Овиедо стали городами-побратимами
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО, объект № 312 урыҫ. • ингл. • фр. |
- Испания. «Вокруг света» нәшриәте. Тулыландырылған һәм төҙәтелгән 3-сө баҫма. 2008. ISBN 978-5-98652-118-3