Пьер Огюст Ренуар
- Ренуар бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Ренуар (мәғәнәләр).
Пьер Огюст Ренуар | |
Pierre-Auguste Renoir | |
Автопортрет (1876) | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Лимож |
Үлгән: |
3 декабрь 1919[4][1][2][…] (78 йәш) или 17 декабрь 1919[5] (78 йәш) |
Үлгән урыны: |
Кань-сюр-Мер |
Ил: | |
Жанр: | |
Стиль: | |
Имза: | |
Работы |
Пьер Огюст Ренуар (франц. Pierre-Auguste Renoir [pjɛʁ oɡyst ʁənwaʁ]; 25 февраль 1841 йыл, Лимож — 3 декабрь 1919 йыл, Кань-сюр-Мер) — француз рәссамы, графигы һәм скульпторы, импрессионизмдың төп вәкилдәренең береһе. Тәү сиратта сентименталлекте юғалтмаған донъяуи портрет оҫтаһы булараҡ билдәле. Ренуар импрессионистарҙан тәүгеләрҙән булып хәлле Париж кешеләрендә уңышҡа өлгәшә. 1880 йылдар уртаһында ул импрессионизм менән өҙә, классицизм линияһына, «энгризмға» әйләнеп ҡайта. Танылған режиссёр Жан Ренуарҙың атаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Огюст Ренуар 1841 йылдың 25 февралендә Лиможда — Үҙәк Францияның көньяғындағы ҡалала тыуған. Ренуар бай булмаған тегенсе Леонард Ренуарҙың (1799—1874) һәм уның ҡатыны Маргаританың (1807—1896) 7 балаһынан алтынсы бала була.
1844 йылда Ренуарҙар Парижға күсенә. Бында Огюст ҙур Сент-Эсташ соборы янындаға сиркәү хорына уҡырға инә. Йырсының тауышы шул тиклем була, хатта хорҙың регенты Шарль Гуно малайҙың ата-әсәһен уны музыкаға өйрәнергә күндерергә маташа. Бынан тыш, Огюстың рәссам һәләте лә күренә. Уға 13 йәш тулғас, ул фарфор тәрилкәләр һәм башҡа һауыт-һабаны биҙәргә өйрәтеүсе оҫтаға урынлашып, ата-әсәһенә ярҙам итә башлай. Кистәрен Огюст һынлы сәнғәт мәктәбенә йөрөй.
1862 йылда Ренуар Эмиль Синьоль һәм Марк Габриэль Шарль Глейрҙа һынлы сәнғәт дәрестәре ала
1865 йылда дуҫы, рәссам Жюль Ле Кёрҙың йортонда ул 16 йәшлек Лиза Трео менән таныша. Тиҙҙән ул Ренуарҙың яратҡан ҡыҙы һәм уның яратҡан моделе булып китә. 1870 йылда уларҙың ҡыҙҙары Жанна Маргерит тыуа, әммә Ренуар атай булыуын рәсми рәүештә таныуҙан баш тарта. Уларҙың бәйләнеше 1872 йылға тиклем дауам итә, һуңынан Лиза, Ренуарҙы ҡалдырып, башҡа кешегә кейәүгә сыға.
Ренуарҙың ижади карьераһы, 1870—1871 йылдарҙа Францияның еңелеүе менән тамамланған француз-прус һуғышы ваҡытында армияға саҡырылғандан һуң өҙөлә.
1890 йылда Ренуар Алина Шаригоға өйләнә, уның менән ул бынан ун йыл алдараҡ танышҡан ине, шул саҡта 21 йәшлек Алина эске кейемдәр тегеүсе була. Уларҙың инде1885 йылда уҡ тыуған улдары Пьер була. Туйҙан һуң тағы ике улдары — 1894 йылғы Жан һәм 1901 йылғы Клод («Коко» булараҡ билдәле), атаһының иң яратҡан моделдәрҙең береһе. Ғаиләһе барлыҡҡа килгәнсе үк, Ренуар уңышҡа өлгәшә һәм дан ҡаҙана, Францияның алдынғы рәссамдарының береһе тип таныла һәм дәүләттән Почетлы легион ордены кавалеры исемен алып өлгөрә.
Ренуарҙың шәхси бәхете һәм профессиональ уңыштары ауырыуҙар менән һөрөмләнә. 1897 йылда велосипедтан йығылып, уң ҡулы һына. Һөҙөмтәлә ревматизм үҫешә, унан рәссам ғүмеренең аҙағына тиклем яфалана. Шул арҡала Ренуарға Парижда йәшәүе ауырлаша башлай, һәм 1903 йылда Ренуарҙар ғаиләһе Кань-сюр-Мер тигән бәләкәй генә ҡалала «Колетт» исемле усадьбаға күсә.
1912 йылда фалиж өйәнәгенән һуң, ике хирургия операцияһына ҡарамаҫтан, Ренуар инвалид креслоһына ултыра, ләкин ауырыуҙы ҡараусы уның бармаҡтары араһына һалған суҡ менән яҙыуын дауам итә.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Ренуар дан һәм киң танылыу яулай. 1917 йылда, уның «Зонтики» картинаһы Лондон Милли галереяһында ҡуйылғанда, йөҙләгән Британия рәссамы һәм һынлы сәнғәт һөйөүселәр уға ҡотлау ебәрә, унда шулай тиелә: «Һеҙҙең картинағыҙ элекке оҫталарҙың эштәре менән бер рәттә эленеп ҡуйылғандан алып, замандашыбыҙҙың Европа һынлы сәнғәтендә үҙенә ярашлы урын биләүенә шатлыҡ кисерҙек». Ренуарҙың картинаһы Луврҙа ла күрһәтелә. 1919 йылдың авгусында уға ҡарар өсөн рәссам Парижға һуңғы тапҡыр бара.
1919 йылдың 3 декабрендә, төнгө сәғәт икеләр тирәһендә, 79-сы йәшендә, Пьер Огюст Ренуар Кань-сюр-Мер ҡалаһында үпкә шешеүенән вафат була[9][10]. Эссуала ерләнә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1862—1873. Жанрҙар һайлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1862 йылдың башында Ренуар Художество академияһы ҡарамағындағы Нәфис сәнғәт мәктәбенә имтихан бирә һәм Глейр оҫтаханаһына яҙыла. Унда ул Фантен-Латур, Сислей, Базиль һәм Клод Моне менән осраша. Күп тә үтмәҫтән, улар Сезанн һәм Писсарро менән дуҫлаша, һәм буласаҡ импрессионистар төркөмө барлыҡҡа килә.
Тәүге йылдарҙа Ренуар барбезондар, Коро, Прюдон, Делакруа һәм Курбе ижады йоғонтоһонда була.
1864 йылда Глейр оҫтахананы яба, уҡыу тамамлана. Ренуар тәүге картиналарын яҙа башлай һәм тәүге тапҡыр Салонға «Эсмеральда, танцующая среди бродяг» картинаһын тәҡдим итә. Уны ҡабул итәләр, әммә киндер кире ҡайтҡас, автор уны юҡ итә.
Ул йылдарҙа үҙенең әҫәрҙәре өсөн жанрҙар һайлап, ғүмеренең аҙағына тиклем уларға хыянат итмәй. Был пейзаждар — «Жюль ле Кёр в лесу Фонтенбло» (1866), көнкүреш күренештәре — «Лягушатник» (1869), «Понт Неф» (1872), «Весенний букет» (1866), «Натюрморт с букетом и веером» (1871) натюрморттары, «Лиза с зонтиком» (1867), «Одалиска» (1870) портреттары, «Диана-охотница» (1867) яланғас натураһы.
1872 йылда Ренуар дуҫтары менән акционерҙар йәмғиәте формаһында ойошторолған Рәссамдарҙың аноним кооператив берләшмәһен төҙөй.
1874—1882. Танылыу өсөн көрәш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ширҡәттең тәүге күргәҙмәһе 1874 йылдың 15 апрелендә асыла. Ренуар пастель һәм алты һынлы сәнғәт картинаһын күрһәтте, улар араһында «Танцовщица» һәм «Ложа» (икеһе лә —1874) була. Күргәҙмә уңышһыҙ тамамлана, ә ширҡәт ағзаларына «импрессионистар» тигән кәмһетеүле ҡушамат бирелә.
Фәҡирлеккә ҡарамаҫтан, тап ошо йылдарҙа рәссам үҙенең төп шедеврҙарын яҙа: «Большие бульвары» (1875), «Прогулка» (1875), «Бал в Мулен де ла Галетт» (1876), «Обнажённая» (1876), «Обнажённая_в_солнечном_свете» (1876), «Качели» (1876), «Первый выезд» (1876/1877), «Тропинка в высокой траве» (1877).
Ренуар импрессионистар күргәҙмәләрендә яйлап ҡатнашыуҙан туҡтай. Ул 1879 йылда Салонға «Портрет госпожи Жанны Самари» (1878) һәм «Портрет госпожи Шарпантье с детьми» (1878) тәҡдим итә һәм дөйөм танылыуға өлгәшә, ә уның артынан финанс бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшә. Ул яңы, башлыса, барыһы ла данлыҡлы әҫәрҙәр («Бульвар Клиши» (1880), «Завтрак гребцов» (1881), «Две сестры (На террасе)» (1881) яҙыуын дауам итә.
1883—1890. «Энгр осоро»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ренуар Алжирҙа, һуңынан Италияла була, унда Яңырыу классиктарының эштәре менән яҡындан таныша, һуңынан уның художестволы зауығы үҙгәрә. Ошо осорҙа Энгр илһам сығанағы була, шуға күрә сәнғәт белгестәре был осорҙо рәссамдың ижадында «Энгр» осоро тип атай. Ренуар үҙе был осорҙо «әсе» тип исемләй[11]. Ул «Танец в деревне» (1882/1883), «Танец в городе» (1883), «Танец в Буживале» (1883) картиналар серияһын, шулай уҡ «В саду» (1885) һәм «Зонтики» (1881/1886) кеүек рәсемдәр серияһын ижад итә, уларҙа импрессионистик үткәндәр күренә, әммә Ренуарҙың һынлы сәнғәткә яңы ҡарашы сағыла; тирә-яҡ мөхит импрессионистик манерала яҙылған, фигуралар аныҡ һыҙыҡтар менән биҙәлгән. Ошо осорҙағы иң билдәле әҫәр — «Большие купальщицы» (1884/1887). Композицияны төҙөү өсөн автор тәүге тапҡыр һыҙма һәм эскиздар ҡуллана. Һүрәттең һыҙаттары аныҡ һәм билдәле була. Буяуҙар элекке сағыулығын юғалта, рәсем тотороҡло һәм һалҡыныраҡ күренә башлай[12]. Был әҫәр өсөн бер ҡиәфәттә торалар: Алина Шариго — рәссамдың ҡатыны һәм Сюзанна Валадон — рәссам һәм Ренуарҙың моделе, Морис Утриллоның әсәһе.
1891—1902. «Мәрүәт осор»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1892 йылда Дюран-Рюэлдә Ренуар картиналарының ҙур күргәҙмәһе асыла һәм ул ҙур уңыш менән үтә. Дәүләт чиновниктарынан да танылыу ала — «Девушки за фортепьяно» (1892) картинаһы Люксембург музейы өсөн һатып алына.
Ренуар Испанияға бара, Веласкес һәм Гойя ижады менән таныша.
90-сы йылдар башында Ренуар сәнғәтендә яңы үҙгәрештәр башлана. Рәсем манераһында төрлөләп емелдәгән төҫтәр барлыҡҡа килә, шуға ла был осорҙо «мәрүәт» осор тип атайҙар[12].
Был ваҡытта Ренуар «Яблоки и цветы» (1895/1896), «Весна» (1897), «Сын Жан» (1900), «Портрет госпожи Гастон Бернхейм» (1901) картиналарын яҙа. Ул Нидерландҡа сәфәр ҡыла, бында Вермеер һәм Рембрандт һүрәттәре менән ҡыҙыҡһына.
1903—1919. «Ҡыҙыл осор»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙғылт һәм алһыу төҫтәргә өҫтөнлөк биреү сәбәпле «мәрүәт» осор «ҡыҙыл»ға урын бирә[12].
Ренуар элеккесә ҡояш пейзаждары, сағыу төҫтәр менән натюрморттар, үҙенең балаларының, яланғас ҡатын-ҡыҙҙарҙың портреттарын яҙа, «Прогулка» (1906), «Портрет Амбруаза Воллара» (1908), «Габриэль в красной блузе» (1910), «Букет роз» (1909/1913), «Женщина с мандолиной» (1919) картиналарын төшөрә.
Балалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пьер Ренуар (франц. Pierre Renoir; 1885—1952) — театр һәм кино актёры.
- Жан Ренуар (франц. Jean Renoir; 1894—1979) — билдәле яҙыусы һәм кинорежиссёр.
- Клод «Коко» Ренуар (франц. Claude Renoir; 1901—1969) — кинорежиссёр[13], рәссам-керамист, кинопродюсер ейәне менән бутарға кәрәкмәй.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ренуар хөрмәтенә Меркурийҙа кратер атала
- 2016 йылда Рәсәйҙә уның хөрмәтенә почта конверты сығарыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список картин Пьера Огюста Ренуара 1862-1881
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118599755 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Auguste Renoir (нидерл.)
- ↑ Renoir, Auguste (ингл.) // The Enciclopædia Britannica — 12 — London, NYC: 1922. — Vol. XXXII Pacific Ocean Islands to Zuloaga. — P. 268.
- ↑ Renoir, Auguste, 1841-1919 // https://tritius.kmol.cz/authority/865145 (чеш.)
- ↑ KulturNav (ингл.) — 2016.
- ↑ https://www.moma.org/artists/4869 (ингл.)
- ↑ RKDartists (нидерл.)
- ↑ Воллар, 1934, с. 238
- ↑ Бонафу, 2010, с. 223
- ↑ Рубин, 2020, с. 84
- ↑ 12,0 12,1 12,2 Н. Смирнов. Послесловие к книге Анри Перрюшо. Жизнь Ренуара. «Радуга», М., 1986.
- ↑ Claude Renoir Sr. IMDb. Дата обращения: 13 февраль 2021. Архивировано 17 февраль 2017 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бонафу, Паскаль. Ренуар / Пер. с фр. Л. Матяш. — М.: Молодая гвардия, 2010. — 231 с. — (Жизнь замечательных людей). — ISBN 978-5-235-03402-0.
- Бродская Н. В., Огюст Ренуар, СПб — Бурнемут, Аврора — Паркстон, 1996 (157стр, мн.ил, 9 авт. листов текста) ( (рус.) (нем.) (инг.) (фр.))
- Воллар, Амбруаз. Ренуар / Отв. ред. Е. Малкина. — Л.: Издательство Ленинградского областного союза советских художников, 1934. — 242 с.
- Лебедянский М. С. Портреты Ренуара. — М.: Изобразительное искусство, 1998. — 176 с. — ISBN 5-85200-359-Х.
- Ревалд, Джон. История импрессионизма / Пер. с англ. П. Мелковой. — М., Л.: Искусство, 1959. — 503 с.
- Ревалд, Джон. Постимпрессионизм. От Ван Гога до Гогена. — М.; Л.: Искусство, 1962. — 614 с.
- Ренуар, Жан. Огюст Ренуар / Пер. с фр. О. Волкова. — М.: Искусство, 1970. — 361 с. — (Жизнь в искусстве).
- Рубин, Джеймс Генри. Импрессионизм : энциклопедия эпохи = How to Read an Impressionist Painting / пер. с англ. Ф. Кузьмичёва, В. Горохова ; науч. ред. А. Шапочкина. — М.: Манн, Иванов и Фербер, 2020. — 408 с. — ISBN 978-5-00146-744-1.
- Ренуар, Огюст // Энциклопедия импрессионизма / Под ред. М. и А. Серюлля. / Пер. с фр. Н. Матяш. — М.: Республика, 2005. — С. 138—151. — 295 с. — ISBN 5-250-01858-0.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ренуар Пьер-Огюст. Картины 2012 йыл 14 апрель архивланған. и биография 2011 йыл 30 декабрь архивланған.
- Кинохроника: Пьер Огюст Ренуар 2019 йыл 18 февраль архивланған.
- Н.В.Бродская, Импрессионизм, изд. Аврора, 2010
- Биография и 380 картин Пьера-Огюста Ренуара 2019 йыл 10 май архивланған.
- 25 февралдә тыуғандар
- 1841 йылда тыуғандар
- 3 декабрҙә вафат булғандар
- 1919 йылда вафат булғандар
- 17 декабрҙә вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса рәссамдар
- Почётлы легион ордены кавалерҙары
- Почётлы легион ордены офицерҙары
- Почётлы легион ордены командорҙары
- Франция рәссамдары
- Алфавит буйынса скульпторҙар