Пәнжәб теле
Пәнжәби (пәнжәб теле) йәки көнсығыш пәнжәби (pañjābī; кб.-пандж. ਪੰਜਾਬੀ, көн.-пәндж. پنجابی;(урыҫ телендәге әҙәбиәттә пенджа́би, пенджа́бский язык, панджа́бский язык) — пәнжәбтәр һәм джәттәр теле. Һинд-европа телдәре ғаиләһенең һинд -арий теленә ҡарай. Һиндостандағы бер тел.
Таралыуы һәм һөйләшеүселәр һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи рәүештә Пәнжәб ерҙәре Британия Һиндостанының 1947 йылда икегә бүленеп, Һиндостан һәм Пакистан дәүләттәре барлыҡҡа килеү арҡаһында бүленеп ҡала.Әле Һиндостанда Пәнжәб штаты булһа ла, ул Пакистандыҡы менән бер төбәк булып һаналып ҡала. Шуға ла был төбәк һөйләше Пакистандың көнсығыш өлөшөндә , шулай уҡ Һиндостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында таралған (башлыса Пәнжәб штатында, шулай уҡ күрше Харьяна һәм Химачал-Прадеш штаттарында). Һиндостанда 28—29 миллионлап кеше ошо телдә һөйләшә. Пәнжәби телдә һөйләшкән иң ҙур ҡалалар - Амритсар, Чандигарх, Джаландхар, Патиала.
Пакстанда 2008 йылғы халыҡ һанын алыуҙа пәнжәбиҙә 76 млн самаһы кеше һөйләшкәне теркәлгән. Атап әйткәндә, пәнжәб телендә Лахор 86 % кешеһе, ә Исламабадтың 71 % һөйләшә.
Бынан тыш, пәнжәбиҙә һөйләшеүселәр Һиндостан һәм Пакстандан ситтә лә бар.
Пәнжәбиҙә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һанын сығарып булмай, сөнки ҡайһы бер тикшеренеүселәр уны үҙаллы телдәр тип танылған сирайки, догри һәм потхохари телдәренә индерә (Патиалдағы Пәнжәб университеты ).
Пәнжәбиҙә һөйләшеүселәр йәшәгән илдәр исемлеге (кәмей барыу тәртибендә)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урын | Ил | һөйләшеүселәр һаны |
---|---|---|
1 | Пакистан | 76 335 300 |
2 | Һиндостан | 29 109 672 |
3 | Бөйөк Британия | 2 300 000 |
4 | Канада | 1 100 000 |
5 | 720 000 | |
6 | АҠШ | 640 000 |
7 | Сәғүд Ғәрәбстаны | 620 000 |
8 | Гонконг | 260 000 |
9 | Малайзия | 185 000 |
10 | КАР | 140 000 |
11 | Мьянма | 120 000 |
12 | Франция | 90 000 |
13 | Италия | 80 000 |
14 | Таиланд | 75 000 |
15 | Япония | 75 000 |
16 | Маврикий | 70 000 |
17 | Сингапур | 70 000 |
18 | Оман | 68 000 |
19 | Ливия | 65 000 |
20 | Бахрейн | 60 000 |
21 | Кения | 55 000 |
22 | Австралия | 50 000 |
23 | Танзания | 45 000 |
24 | 40 000 | |
25 | ФРГ | 35 000 |
Статус
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пәнжәб теле — Пәнжәб штатындағы рәсми тел.
Диалекттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пәнжәби стандарт бер нисә диалектҡа бүленә.
- Мәжи диалекты (mājhī) әҙәби пәнжәб теленә нигеҙ итеп алынған. Мәжинең диалект тармаҡтарына амритсари ( Амритсар ҡалаһы райоын), лахаури (Лахор округы) , Сиялкот, Шакаргарх һәм өлөшләтә гужранвал, гурдаспури инә.
- Дөәби диалекты (dōābī) джалландари, хошиарпури һәм капуртхали һөйләштәренә тармаҡлана.
- Мәлвәи диалекты (mālwāī); был диалектта һөйләшкәндә йәшәгән урындар - Фирозпур ҡалаһы районы, Лудхиана, Тава, Дханаула.
Бынан тыш Ю. А. Смирнов традицион классификацияла пәнжәби һәм көнбайыш пәнжәби телдәренең стандарт диалекттары менән берлектә ҡаралған башҡа диалекттарын да килтерә:
- Пөвәди йәки пүәди диалект (pōwādhī; Банджара районы, Сархинда, Эвама, Раджпура, Кхарара, Рупара, Курали).
- Рәтһи диалекты (rāṭhī).
- Бһаттиани диалекты (bhaṭṭiānī; Фирозпура районы)[10]
Яҙмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пәнжәб теле башта үҙенсәлекле лахнда яҙмаһы менән файҙаланған. XVI быуатта яңы төр яҙма — гурмукхи килеп сыҡҡан, уны сикхылар үҙҙәренең дине өсөн файҙаланған. Гурмукхи тауыш тонын да билдәләй, хәреф-ижек менән яҙыла, Һиндостанда таралған. Пакстанда — шахмукхи яҙмаһы.
Лингвистик характеристикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фонетика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дүрт тоны бар: тигеҙ, күтәрелә барған, фарингаланған төшөп барыусы һәм саф төшөп барыусы, улар һүҙҙең мәғәнәһен айырырға мөмкинлек бирә, грамматик роль дә үтәй. Тондар телдең электән килгән үҙенсәлеге түгел, һәм башҡа арий телдәрендә осрамай; улар һуҙынҡы өндәрҙең төрлө тартынҡылар менән нисек әйтелеүенә ҡарап уйлап сығарылған. Пәнжәби — флектив-аналитик тел.
Алғы | Көсөргәнешһеҙ алғы | Урта | Көсөргәнешһеҙ артҡы | Артҡы | |
---|---|---|---|---|---|
Өҫкө. | ī /iː/ | ū /u/ | |||
Урта-өҫкө | ē /eː/ | i /ɪ/ | u /ʊ/ | ō /oː/ | |
Урта | a /ə/ | ||||
Урта-аҫҡы | e /ɛː/ | o /ɔː/ | |||
Аҫҡы | ā /aː/ |
Ирен | Ирен-теш | Теш | Альвеоляр | Ретрофлекс | Постаьвеоляр,/ Палаталь |
Веляр | Глотталь | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Шартлаулы | p /p/ ph /pʰ/ |
b /b/ | t /t̪/ th /t̪ʰ/ |
d /d̪/ | ṭ /ʈ/ ṭh /ʈʰ/ |
ḍ /ɖ/ | k /k/ kh /kʰ/ |
g /g/ | ||||||||
Аффрикат | c /tʃ/ ch /tʃʰ/ |
j /dʒ/ | ||||||||||||||
Носовые | m /m/ | n /n/ | ṇ /ɳ/ | ñ /ɲ/ | ṅ /ŋ/ | |||||||||||
Фрикатив | f /f/ | s /s/ | z /z/ | ś /ʃ/ | x /x/ | ġ /ɣ/ | h /h/ | |||||||||
Бер баҫымлы | r /ɾ/ | ṛ /ɽ/ | ||||||||||||||
Аппроксимант | v /ʋ/ | y /j/ | ||||||||||||||
Латераль аппроксимант | l /l/ | ḷ /ɭ/ |
Морфология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грамматик үҙенсәлектәре: үҫешкән килештәр системаһы, ҡайһы бер сифаттар родтар буйынса предикатив функцияла ғына, субъект, ситләтелгән-объект һәм реляцион торошҡа ҡарап үҙгәрә. Пәнжәбинең иң боронғо ҡомартҡыһы — сикхиларҙың XII-XVII быуаттар ҙа яҙылған изге китаптары «Гуру Грантх Сәхиб (Адигрантх)» (йәки «Грантх Сәхиб»).
Синтаксис
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пәнжәбиҙә һүҙҙәрҙең стандарт тәртибе — субъект-объект-ҡылым[11]. Һүҙҙәр араһындағы бәйләнештәрҙе билдәләү өсөн бәйләүестәр файҙаланыла[12].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ CCI defers approval of census results until elections (ингл.) — 2018.
- ↑ Stuart-Smith J., Cortina-Borja M. A law unto themselves? (ингл.): An acoustic phonetic study of 'tonal' consonants in British Punjabi // Laws and Rules in Indo-European / P. Probert, A. Willi — OUP, 2012. — P. 61—83. — ISBN 978-0-19-100800-9 — doi:10.1093/ACPROF:OSO/9780199609925.001.0001
- ↑ Atamjit ਮੁੰਗੂ ਕਾਮਰੇਡ — Чандигарх: Lokgeet Parkashan, 2010. — ISBN 978-93-5017-039-7
- ↑ Kaur B. Malay borrowings in the Punjabi language (ингл.) // Journal of Modern Languages — Kuala Lumpur: Universiti Malaya, 1999. — Vol. 12, Iss. 1. — ISSN 2462-1986; 1675-526X
- ↑ 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 5,13 5,14 Bhardwaj M. R. Panjabi (ингл.): A Comprehensive Grammar — Abingdon-on-Thames: Routledge, 2016. — ISBN 978-1-138-79385-9, 978-1-138-79386-6, 978-1-315-76080-3
- ↑ 6,0 6,1 Kaur J., Saini J. R., Saini D. J. R. Punjabi Stop Words: A Gurmukhi, Shahmukhi and Roman Scripted Chronicle (ингл.) // Proceedings of the ACM Symposium on Women in Research — Indore: 2016. — ISBN 978-1-4503-4278-0 — doi:10.1145/2909067.2909073
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Chohan H. S. M. پنجاب وچ اردو: پرانے جیال دا نواں روپ // Khoj — Лахор: 2020. — Т. 84. — Б. 9—21. — ISSN 1992-6545
- ↑ Akhter R. گُلشنِ اُردو, ਗੁਲਸ਼ਨ-ਏ-ਉੁਰਦੂ, Gulshan-e-Urdu — 2 — Малеркотла: Brar Sons, 2019.
- ↑ https://m.tribuneindia.com/news/punjab/12-5-crore-people-are-speaking-punjabi-worldwide-today-220786
- ↑ Смирнов Ю.А. Грамматика языка Панджаби. — М.: Наука, ГРВЛ, 1976. — С. 10-14.
- ↑ Gill, Harjeet Singh and Gleason Jr, Henry A. (1969). A Reference Grammar of Panjabi. Patiala: Department of Linguistics, Punjabi University
- ↑ Wals.info
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Смирнов Ю.А. Грамматика языка панджаби. — М.: Наука, ГРВЛ, 1976. — 479 с.
- Смирнов Ю.А. Язык ленди. — М.: Наука, ГРВЛ, 1970. — 195 с.
- Смирнов Ю. А., Обнаружение четвёртого тона в языке панджаби и фарингализованного характера другого, известного тона, «Уч. зап. Гос. института международных отношений», 1971, в. 7.
- Gill Н. S., Gleason Н. A. A reference grammar of Panjabi. — Hartford, 1963.
- Duni Chandra. Pañjãbï bhãshã dã wiãkarana. — Chandigarth, 1964.
- Smirnov U. A. The composite sentence Main problems. — Chandigarh, 1966.
- Smirnov U. A. Panjabi Kosh. v. 1—4. — Patiala, 1955—67.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Punjab and Punjabi (на панджаби)
- Panjabi learning resources
- Грамматика, словари, алфавит 2009 йыл 10 июль архивланған.
- Уроки панджаби (англ. яз)
Һүҙлектәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- English to Punjabi Dictionary 2012 йыл 14 февраль архивланған.
- Конвертация с панджаби на английский 2012 йыл 22 февраль архивланған.
- Online translator English to Punjabi, or vice-versa 2009 йыл 15 март архивланған.
- Punjabi Dictionary (Gurmukhi)
- Free Windows based Punjabi->English->Punjabi dictionary 2009 йыл 1 май архивланған.
- Онлайн-словарь 2009 йыл 8 июль архивланған.