Эстәлеккә күсергә

Садиҡ (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Садиҡ

Садиҡ — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Садиҡ исеме бар.

Садиҡ исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе тура һүҙле, дөрөҫлөктө яратыусы, саф күңелле, эскерһеҙ, тоғролоҡло, ихлас күңелле, дуҫ тигәнде аңлата[1].

Сайранов Садиҡ Уйылдан улы (15 май 1917 йыл — 21 октябрь 1976 йыл) — Халхин‑Гол йылғаһы буйында 1939 йылғы совет‑япон ҡораллы бәрелешендә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының взвод командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945).

Садиҡ Сәғитов (1777 йыл—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Байтүрин Садиҡ Айтуған улы (1912 йыл — ?) — журналист, партия эшмәкәре.

Жәфәр әс-Садиҡ (вафаты — 765) — шиғый-имами, Жәфәри мәҙһәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Мәҡсүд Сөндөклө, Мәҡсүтов Садиҡ Мөбин улы (2 (15) сентябрь 1904 йыл — 23 октябрь 1981 йыл) — шағир. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975).

Садиҡов Төхвәт Әбдрәхим улы (рус. рСадыков Тухват Абдрахимович; ?- 18 февраль 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия рядовойы.

Садиҡов Сисәнбай Садиҡ улы (рус. Садыков Сисянбай Садыкович; 1916 йыл — 25 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән сержант.

Садиҡов Әхмәр Садиҡ улы (рус. Садыков Акмар Садыкович; 1902 йыл — яҡынса 13 июль 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы.

Садиҡов Төхвәт Әбдрәхим улы (рус. Садыков Тухват Абдрахимович; ?- 18 февраль 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия рядовойы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ