Эстәлеккә күсергә

Семейҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Семейские
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 80 [1][2]
Бүрәт Республикаһы Бүрәт Республикаһы Байкал аръяғы крайы Байкал аръяғы крайы

Тел

урыҫ, семейҙар һөйләше

Дин

старообрядсылыҡ

Раса тибы

европеоид

Туғандаш халыҡтар

урыҫтар, белорустар, украиндар

Тарбағатай ауылы ҡатындары семей традицион кейемдәрҙә.
Флаг ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО

Семейҙар — XVIII быуатта Рәсәй империяһы хөкүмәте тарафынан Речь Посполитаяны бүлгән саҡта Байкал аръяғына һөрөлгән старообрядсылар. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу барышында урыҫтар тип һаналғандар. 2010 йылда Бүрәт Республикаһында 26 семей иҫәптә була[3].


Ветканы тар-мар итеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Семейҙар Байкал аръяғына раскол ваҡытында Рәсәйҙең көнбайыш сиктәрендәге Речь Посполитая территорияһында урынлашҡан Ветканан (хәҙер Белоруссияның Гомель өлкәһендәге ҡала) күсереләләр. Ветка беренсе тапҡыр 1735 йылда ҡыйратыла — 40 000 кеше Көнсығыш Себер һәм Байкал аръяғына күсерелә. Әлеге ваҡиғалар «беренсе ҡыуыу» исемен ала. Екатерина II колониялаштырыу маҡсатында старообрядсыларҙы Ветканан саҡыртып ала ла Байкал аръяғына күсерә. Уларҙың ҡайһы берҙәре үҙ теләге менән бара, сөнки уларға төрлө ташламалар вәғәҙәләнә; ҡайһы берҙәре мәжбүри рәүештә күсерелә[4]. 1765 йылда — икенсе, артабан өсөнсө күсереү ойошторола. Старообрядсыларҙың аҙаҡҡы партияһы Байкал аръяғына 1765 йылда алып барып еткерелә.

Күсереү сәбәптәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуат уртаһында Рәсәй менән Цин империяһының үҙ-ара мөнәсәбәттәре насарая. 1752 йылда Камчатка һәм Охотскиҙы Амур йылғаһы аша тәьмин итеүҙе ойоштороу проекты барлыҡҡа килә. 1753 йылдың 28 декабрендә Сенат Амур буйлап бүрәнә ҡыуыуҙы әҙерләргә тейеш булған «Йәшерен Нерчин экспедицияһын» булдыра. Нерчин заводынан ҡасҡан каторжанин Ҡытай властарына, урыҫтар Амурҙы баҫып алырға ниәтләй, тип хәбәр итә. Ил сигендә хәлдәр ҡырҡа киҫкенләшә. Селенга коменданты Варфоломей Якоби 1757 йылда Рәсәйҙең көнсығыш сиктәрен һаҡлау буйынса проект төҙөй. План буйынса сиктәрҙә ғәскәрҙәрҙең һаны 35 мең кешегә тиклем еткереү ҡаралған була. 1764 йылда Тубылда ике ландмилиция полкын («Польшанан сығарылған кешеләрҙән») ойоштора башлайҙар, уларҙы Байкал аръяғына Цин империяһы сигенә ебәрәләр, ә хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙҙарҙы һәм 40 йәштән өлкәнерәктәрҙе — полктарҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн Селенга һәм Нерчин өйәҙҙәренә.

Никола сиркәүе. XХ быуат башында. Улан-Удэла Байкал аръяғы халыҡтарының этнография музейы

Күсерелгән старообрядсыларҙы урындағы халыҡ семейҙар тип йөрөтә башлай, сөнки улар яңғыҙаҡ каторжаниндарҙан айырмалы рәүештә ҙур ғаиләләре һәм мөлкәттәре менән күсенеп киләләр.

Байкал аръяғына «поляк күсенеүселәрен» урынлаштырыу һәм Селенгинскиҙа уларҙың көнкүрешен ойоштороу өсөн 1766 йылда махсус «Игенселек һәм йәшәүгә урынлашыу Контораһы» учреждениеһы булдырыла, уның етәксеһе итеп Селенга гарнизоны плац-майоры Налабордин тәғәйенләнә. Күскенселәрҙең йәшәйешен көйләү Селенга коменданты генерал Якобиға йөкмәтелә[5]. Семейҙар, Тарбағатай, Куйтун, Куналей, һуңғараҡ Яңы Брянь һәм башҡа ауылдарға нигеҙ һалып, эре төркөмдәр менән таралып ултыралар[4][6] уларҙың ауылдары Бүрәт Республикаһының Бичура, Мухоршибир, Тарбағатай һәм өлөшләтә Хорин, Заиграев, Селенга, Кижинга райондары территорияларында урынлаша, шулай уҡ Байкал аръяғы крайының Красная Чика районында. Дини ҡараштарына бәйле тормош үҙенсәлектәре арҡаһында семейҙар «православтар» менән ҡушылмайҙар һәм үҙҙәренең әхлаҡи һәм физик яҡтан айырмалы һыҙаттарын һаҡлап ҡалалар. Физик тибы буйынса семейҙар — буйға оҙон, ҙур кәүҙәле, күпселек осраҡта сибәрҙәр, башҡа халыҡтарҙан айырмалы рәүештә һаулыҡтары ныҡ[7].

Тарбағатайҙа боронғо православие урыҫ сиркәүе

Хужалыҡ эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Семейҙар үҙҙәре менән юғары ауыл хужалығы мәҙәниәтен алып киләләр. Улар арыш, бойҙай, арпа, ҡарабойҙай, һоло, картуф, йәшелсә, киндер үҫтерәләр. Малсылыҡ ярҙамсы роль уйнай. XIX быуатта Верхнеудинск өйәҙе Байкал аръяғында игенселек йүнәлешендә иң үҫешкән була.

XIX быуаттың икенсе яртыһында, Байкал аръяғында алтын сығара башлағас, семейҙар алтын приискаларында эшләй башлайҙар. Көнсығыш Себерҙә семейҙар иң яҡшы прииск эшселәре булып һанала. 1880-се йылдар башында Бер Мухоршибир улусында ғына прииск эштәренә 780 кеше яллана[8].

Попһыҙлыҡ (беспоповщина) семейҙарҙың тотороҡло дин йүнәлеше булып ҡала. Поплыҡ (поповщина) башта беглопоповщина (Бөйөк Рәсәй сиркәүенән төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡасҡан православ священниктарының раскольниктар араһында ғибәҙәт ҡылыуҙары) рәүешендә күҙ алдына килтерелә. Дини йолаларҙы һәм службаларҙы уставщиктар үткәрә. Мәйеттәрҙе домовиналарҙан соҡоп эшләнгән табуттарҙа ерләгәндәр.

Коллективлаштырыу осоронда семейҙарҙың байтаҡ өлөшө эҙәрлекләнә һәм һөрөлә. 1929 йылда ҡораллы формированиелар ойошторола. Бисура һәм Малета ауылдары ҡаршылыҡ үҙәктәре булалар. 1930-сы йылдар башында Малета крәҫтиән ихтилалы тоҡана, унда яҡынса 600 кеше ҡатнаша.

1930—1940 йылдарҙа Байкал аръяғында 80-дән ашыу старообрядсылар часовнялары һәм ғибәҙәтханалары емерелә.

1960-сы йылдарҙа старообрядсылар сиркәүҙәрен һәм ғибәҙәт ҡылыу йорттарын ябыу тулҡыны тағы ла бер ҡабат үтә. 1970-се йылдар башына Байкал аръяғында рәсми рәүештә теркәлгән бер генә лә старообрядсылар общинаһы ҡалмай. Бүрәт Республикаһы Мухобшир районындағы Яңы Заган ауылында ғына берҙән-бер старообрядсылар сиркәүе ғәмәлдә була.

Семейҙарҙың кейеме (алты буйлы тура сарафан, кичка) — поляк, украин, һәм белорус костюмдарының элементтары менән. Кейемдең айырмалы һыҙаттары: бисер биҙәүестәре, сәсүрмес, бисерлы бәйләмес, муйынсаҡ, сағыу туҡымалар. Күп кенә костюм деталдәре Себерҙәге төп халыҡтарҙан һәм бүрәттәрҙән алынған.

Семейҙарҙың Яңы Брянда йөҙ йыллыҡ йорто.
Тәҙрә ҡапҡасы

Семейҙарҙың йорттары Мәскәү, Новгород, Псков һәм башҡа боронғо Русь ҡалаларындағы ҡаҙыу эштәре ваҡытында табылғандарға оҡшаш. Айырып торған һыҙаттар — юғары күтәрмә, түңәрәк мөйөшлө бүлмәләр, бик ауыр һәм ҙур өрлөк, йомро бүрәнәле түбә, уртаға бүленгән бүрәнәнән иҙәндәр, бай биҙәлгән тәҙрәләр һәм тәҙрә ҡапҡастары. Майлы буяу менән тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе, плинтустарҙы буяғандар, эре стилләштерелгән сәскәләр менән диуарҙарҙы, түбәне, бүлкәләрҙе биҙәгәндәр[9].

Урыҫ мейесе

Семейҙарҙаң аш һыуы күп итле булған. Ҡурылған һәм быҡтырылған ит — һарыҡ, сусҡа, һыйыр, ҡырағай кәзә һәм изюбрь ите. Ҡуян итен ашамағандар. Ураҙаларҙы бик теүәл, урынына еткереп үтәгәндәр. Йылына яҡынса 244 көн ураҙа тотҡандар. Сәйҙе бөтәһе лә эсмәгән; сәй урынына ҡайнатылған һыу, үлән йәки бадан төнәтмәһе эскәндәр. Тәмәке тартыу һәм хәмер эсеү тыйылған.

Семейҙар тартамаған, эсмәгән, әммә йорттағы иң күренеп торған урында тулы шешә араҡы тотҡандар — был йорт хужаһы араҡы эсмәй икәнен дәлилләгән.

Семей ғаиләләре — традицион, патриархаль тибында, бик күп балалы. Бер нисә өйҙән торған йорт-ҡаралтыла бер ғаиләнән дүрт быуын йәшәгән. Ерҙе һәм мөлкәтте бик һирәк бүлгәндәр. Ғаиләлә ҡатын өҫтөнән иренең хакимлығы таныла. Ир яғынан да, ҡатын яғынан да хыянаттар ҡәтғи тыйылған. Мираҫ ир яғынан тапшырылып килгән. Этник-ара һәм дин-ара никахтар тыйылған. Башҡа динлеләр менән бергә тамаҡ ялғау тыйылған.

Музыкаль традициялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инструменталь музыка семей ғаиләләрендә аҙ таралған. Хәҙерге заманда йыр традицияһы ансамблдәр һәм хорҙар аша сағылдырыла. Яңғыҙ йырлау, таҡмаҡ жанрынан башҡа, популяр түгел.

Семейҙарҙың музыкаль мәҙәниәте буйынса тикшеренеүҙәрҙе 1873 йылда — П. А. Ровинский һәм 1926 йылда Н. П. Протасов үткәрәләр.

Ҡайһы бер ауылдарҙа музыкаль традицияларында индивидуаль һыҙаттар күҙәтелә. Рекрут, хоровод, Байкал аръяғында борондан йәшәгән халыҡтан үҙләштереп алынған төрмә һәм каторга йырҙары киң таралған. Туй йырҙары, дини шиғырҙар, сеңләүҙәр һаҡланып ҡалған. Йола йырҙары һаҡланмаған.

Һәр бер Байкал аръяғы старообрядсылар ауылында халыҡ хорҙары һәм фольклор коллективтары бар. Иң билдәлеләре:

  • Тарбағатай «Судьбинушка» семей этнографик ансамбле (1990 йылда төҙөлгән) — Пятницкий исемендәге премия лауреаты, Юнеско тарафынан 2001 йылда «Тере хазина» исеме бирелгән.
  • Тарбағатай «Былина» семей халыҡ хоры (1982 йылда булдырылған) — Бөтә Рәсәй һәм Себер смотрҙары һәм фестивалдәре ҡатнашыусыһы.
  • Большекуналей семей халыҡ хоры (1927 йылда төҙөлгән) — республика сәхнәһенә 1936 йылда сыҡҡан һәм 1967 йылда «халыҡ» исеменә лайыҡ булған, күп кенә Бөтә Союз һәм Халыҡ-ара конкурстар дипломанты, 1985 йылда ВДНХ-ның Ҙур һәм Бәләкәй бронза миҙалдары менән бүләкләнгән.
  • Байкал аръяғы «Исток» семей халыҡ хоры, Улан-Удэ ҡалаһы (1967 йылда төҙөлгән.) — күп кенә Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәр һәм конкурстар лауреаты һәм дипломанты.
  • Афанасий (Федотов) — Иркутск-Амур һәм бөтә Алыҫ Көнсығыштың старообрядсы епископы, Тарбағатайҙа тыуған.
  • И. К. Калашников — совет яҙыусыһы, Мухоршибир районының Шаралдай ауылында тыуған.
  • С. Л. Лобозеров — СССР яҙыусылар союзы ағзаһы, драматург, Бүрәт Республикаһы Тарбағатай районы Оло Куналей ауылында тыуған.
  • Е. Ю. Мальцев — совет яҙыусыһы.
  • А. А. Леонов (Илья Чернев) — совет яҙыусыһы. «Семейщина» трилогияһы авторы[10].
  • Софроний (Китаев) — Губкин һәм Грайворон Рәсәй православ сиркәүе епископы, Үрге Жирим ауылында тыуған.
  • Иванов Виктор Павлович — СССР яҙыусылар союзы ағзаһы.
  • А. Я. Михайлов — театр һәм кино актеры («Мөхәббәт һәм күгәрсендәр», «Карнавал»), Оловянная ҡала тибындағы ҡасабала тыуған, ата-әсәһе Байкал аръяғы крайының хәҙерге Красная Чика районынан.
  • П. М. Болонев — Рәсәй һәм Бүрәт Республикаһы ауыл хужалығының күренекле эшмәкәре. Монголия менән ауыл хужалығы бәйләнештәре булдырыуа ҙур өлөш индерә. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Тарбағатай районы Оло Куналей ауылында тыуған.

«Старообрядсылар мәҙәниәте музейы» — Тарбағатай ауылы, Бүрәт Республикаһының Тарбағатай районы.

Байкал аръяғы халыҡтарының этнография музейының семей экспонаттары комплексы. Улан-Удэ, Бүрәт Республикаһы.

  1. Перечень вариантов самоопределения национальностей в переписи 2002 года
  2. Народы России с самоопределениями по переписи 2002 года 2016 йыл 29 февраль архивланған.
  3. Национальный состав населения Республики Бурятия. Бурятстат. Дата обращения: 17 сентябрь 2017. 2016 йыл 7 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 Попова, 1928, с. 4
  5. Прибайкалье (исторический очерк) // Прибайкальский календарь на 1922 год. Верхнеудинск. Книгоиздательство Объединённого Прибайкальского Союза Кооперативов. стр. 62.
  6. Попова А. М. Семейские (Забайкальские старообрядцы) // Бурятиеведение. — 1928. — № 1—2 (5-6).
  7. Попова, 1928, с. 5
  8. Прибайкалье (исторический очерк) // Прибайкальский календарь на 1922 год.. — Верхнеудинск: Книгоиздательство Объединённого Прибайкальского Союза Кооперативов.
  9. Аболина Л. А., Федоров Р. Ю. Дворовый комплекс семейских Забайкалья: строительная культура и терминологическая вариативность // Вестник Томского государственного университета. История. 2017. № 50. С. 123—130
  10. Чернев Илья. Биография. // Центральная городская библиотека имени Н. Островского. Краеведческий календарь — 2010 г.
  • Старообрядчество в Сибири // Сибирь. Атлас Азиатской России. — М.: Топ-книга, Феория, Дизайн. Информация. Картография, 2007. — 664 с. — ISBN 5-287-00413-3.
  • Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8.
  • Ф. Ф. Болонев. Старообрядцы Забайкалья в XVIII-XX вв. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2004. — 160 с. — ISBN 5-287-00141-X.
  • Быконя Г. Ф. «Казачество и другое служебное население Восточной Сибири в XVIII — начале XIX века. Демографо-сословный аспект». Издательство Красноярский пед. университет им. В. П. Астафьева. Красноярск, 2008. ISBN 978-5-85981-287-5
  • Н. Р. Павлова «Русский старообрядческий (семейский) комплекс. Путеводитель». Этнографический музей народов Забайкалья, Улан-Удэ, 2007
  • Юмсунова Т. Б. «Язык семейских — старообрядцев Забайкалья.» — Москва, Языки славянской культуры, 2005.
  • Юмсунова Т. Б «Фонетическое и морфологическое своеобразие говоров старообрядцев Забайкалья» Гуманитарные науки в Сибири, 1999 № 4
  • Ильина-Охрименко Г. И. «Народное искусство семейских Забайкалья XIX—XX вв. Резьба и роспись». — Улан-Удэ, 1972;
  • Маковецкий И. В. «Архитектура русского народного жилища Забайкалья» // Быт и искусство русского населения Восточной Сибири — Новосибирск, 1975.
  • Болонев Ф. Ф. «Народный календарь семейских Забайкалья (2-я пол. XIX — нач. XX в.)». — Новосибирск, 1978;
  • Болонев Ф. Ф. «Старо-обрядцы Заб. в XVIII—XX вв.» — Новосибирск, 1994;
  • Пляскина Е. И. «Говор семейских» // Культурные традиции народов Сибири и Америки: преемственность и экология. — Чита, 1995;
  • Константинова Н. Н. «Резной декор бытовых изделий крестьян-семейских (Из коллекции Чит. краеведческого музея)» // Забайкалье: судьба провинции. — Чита, 1996.
  • Ровинский П. А. «Материалы для этнографии Забайкалья» // Известия ВСОРГО. — 1873. — Т. 4, № 3;
  • Протасов Н. П. «Песни забайкальских старообрядцев». — Иркутск, 1926;
  • Владыкина-Бачинская Н. М. «Народное песенное творчество забайкальских семейских» // Быт и искусство русского населения Восточной Сибири. — Новосибирск, 1975.
  • Попова А. М. Семейские (Забайкальские старообрядцы) / Бурят-Монгольское научное общество имени Доржи Банзарова. — Верхнеудинск: тип. НКПТ, 1928. — 36 с.
  • Аболина Л.А., Федоров Р.Ю. Особенности традиционной культуры семейских Забайкалья // Вестник археологии, антропологии и этнографии. 2015. № 2 (29). — С. 159-167.