Эстәлеккә күсергә

Силенд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Силенд кенәзлеге
ингл. Principality of Sealand
Силенд гербы
Флаг
Девиз: «E Mare Libertas (лат. «Диңгеҙҙән — азатлыҡ»)»
Гимн: «E Mare Libertas»
Нигеҙләнгән 2 сентябрь 1967
Нигеҙләнгән 2 сентябрь 1967
Рәсми тел Инглиз
Эре ҡалалар юҡ
Идара итеү төрө конституция монархияһы
Кенәз Майкл I Бейтс
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө

0,00055 км²
100%
Халыҡ
• Һаны (2017[1])
• Перепись (2012)
• Халыҡ тығыҙлығы

27 чел.
5 чел.
9090 чел./км²
Валюта силенд доллары
Интернет-домен .eu
Телефон коды +44
Сәғәт бүлкәте 0

Силенд кенәзлеге — Силенд кенәзлеге (ингл. Principality of Sealand, һүҙмә-һүҙ «диңгеҙ ере кенәзлеге»), 1967 йылда Британияның отставкалағы майоры Пэдди Рой Бейтс иғлан итә, — виртуаль дәүләт[2][3] . Ҡайһы бер баҫмаларҙа «танылмаған дәүләт» тип атала[4][5].

Бөйөк Британия ярҙарынан 10 километр алыҫлыҡта һәм Төньяҡ диңгеҙҙә диңгеҙ платформаһы биләмәһе өҫтөндә суверенитетҡа һәм тирә-яҡтағы территориаль һыуҙарға дәғүә итә. Бейтс үҙен — Силендтың монархы (кенәзе), ә ғаиләһен хакимлыҡ иткән династия тип иғлан итә. Улар һәм үҙҙәрен Силенд подданныйҙары тип иҫәпләгән кешеләр был кенәзлектең атрибутикаһын булдырыу һәм үҫтереү буйынса, донъя дәүләттәренең атрибутикаһына (флаг, герб, гимн һәм башҡалар) оҡшаш эшмәкәрлек алып бара. Силендың беренсе конституцияһы 1975 йылда үҙ көсөнә инә.

Силенд конституцион монархия булып тора. Дәүләт башлығы — кенәз Михаил I Бейтс. 1975 йылдың 25 сентябрендә ҡабул ителгән, преамбуланан һәм ете статьянан торған конституция ғәмәлдә. Монархтың бойороҡтары декрет рәүешендә рәсмиләштерелә. Башҡарма власть структураһында дүрт министрлыҡ: эске эштәр, сит ил эштәре, энергетика, телекоммуникациялар һәм технологиялар эштәре буйынса. Юридик система хәҙерге Британия хоҡуғына нигеҙләнә.

Силендтың боронғо тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Силендтың биләмәһе Икенсе бөтә донъя һуғышы барышында барлыҡҡа килгән. 1942 йылда Бөйөк Британияның Хәрби-диңгеҙ көстәре ярға яҡын урынлашҡан ерҙә платформалар серияһын төҙөй. Уларҙың береһе Рәфс-Тәүэр була. Һуғыш ваҡытында платформаларҙа зенит орудиелары һәм 200 кешенән торған гарнизон урынлаша. Хәрби хәрәкәттәр тамамланғас, башняларҙың күбеһе емерелә, әммә Рафс-Тауэр, Британияның территориаль һыуҙарынан ситтә булғас, иҫән ҡала.

Платформаны баҫып алыу һәм Силендҡа нигеҙ һалыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1966 йылда Британия армияһының отставкалағы майоры Пэдди Рой Бэйтс һәм уның дуҫы Ронан О’Рэйлли күңел асыу паркын төҙөү өсөн күптән ташландыҡ Рафс-Тауэр платфомаһын һайлай[6]. Әммә күпмелер ваҡыттан һуң улар ыҙғыша, һәм Бейтс утрауҙың берҙән-бер хужаһы була. 1967 йылда О’Рэйлли утрауҙы яулап алырға маташа һәм бының өсөн көс файҙалана, әммә Бейтс винтовкалар, йәҙрә мылтыҡтары, огнеметтар һәм яндырыу ҡатышмаһы менән шешәләр ярҙамында оборона тота һәм О’Рэйлли һөжүмен кире ҡаға[6].

Рой күңел асыу паркын төҙөп тормай, әммә платформаны үҙенең Britain’s Better Music Station юлбаҫарлыҡ радиостанцияһын нигеҙләү өсөн һайлый, ләкин был радиостанция платформанан бер тапҡыр ҙа хәбәр итмәй[7]. 1967 йылдың 2 сентябрендә ул үҙ аллы дәүләт төҙөү тураһында иғлан итә һәм үҙен кенәз Рой I. тип иғлан итә. Был көн төп дәүләт байрамы булараҡ билдәләнә.

Бөйөк Британия менән конфликт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1968 йылда Британия властары платформаны биләргә маташа. Патруль катерҙары килеп еткәс, Бейтстар иҫкәртеү өсөн генә һауаға ата. Эш ҡан ҡойошҡа барып етмәй, әммә майор Бейтсҡа ҡарата, Британия подданныйы булараҡ, суд процесы башлана.

Дәүләт түңкәрелешенә ынтылыш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1978 йылдың авгусында илгә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһендә кенәз һәм Силендтың премьер-министры граф Александр Готфрид Ахенбах мәнфәғәттәре конфликты һөҙөмтәһендә путч башлана. Хәл конституцияға ҡаршы ниәттәрҙә үҙ-ара ғәйепләүҙәргә барып етә. Австрияла инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр алып барған кенәз булмағанда, Ахенбах Голландия граждандары төркөмө менән утрауға төшә. Йәш принц Майкл подвалға бикләнә, һуңынан ул Нидерландҡа сығарыла, унда ул урлаусыларҙан ҡаса. Һөҙөмтәлә кенәз үҙенең власын яҡлап ҡала.

Силенд Хөкүмәте халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларына ярашлы эш итә. Әсирлеккә алынған сит ил ялсылары хәрби әсирҙәр менән мөғәмәлә итеү тураһында Женева конвенцияһына ярашлы тиҙҙән ебәрелә. Боролошто ойоштороусы граф Ахенбах, бөтә вазифаларҙан бушатыла һәм дәүләт хыянаты өсөн хөкөм ителә. Британия Сит ил эштәре министрлығы был мәсьәләне хәл итеүҙән баш тарта, әммә графтың Германия гражданлығы ла була, Германия Федератив Республикаһы дипломаттарына туранан-тура Силенд менән һөйләшеүҙәр алып барырға тура килә. Утрауға Лондондағы немец илселегенең өлкән юрисконсульты доктор Нимюллер килә. Кенәз Рой Силендты дипломатик таныуҙы талап итә, әммә һөҙөмтәлә, килеп сыҡмаған путчтың ҡанһыҙлығын иҫәпкә алып, Ахенбахты ҡайтарып ебәрә. Элекке премьер-министр Германия Федератив Республикаһында урынлашҡан эмиграциялағы Силенд хөкүмәтен төҙөй. Шулай уҡ Ахенбах Силенд Йәшерен Советы рәйесе булып торам, тип раҫлай. 1989 йылдың ғинуарында ГФР властары уны ҡулға ала, һуңынан үҙенең вазифаһын иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса министр Йоханнес Зайгерға тапшыра, ул оҙаҡламай премьер-министр булып китә. Зайгер 1994 һәм 1999 йылдарҙа ҡайтанан һайлана.

Территориаль һыуҙарҙы киңәйтеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1987 йылдың 30 сентябрендә Бөйөк Британия үҙенең территориаль һыуҙарын 3-тән 12 милгә тиклем киңәйтеү тураһында иғлан итә. Икенсе көндө Силенд шундай уҡ белдереү яһай. Бөйөк Британия хөкүмәте Силендтың территориаль һыуҙарын киңәйтеүгә реакция белдермәй. Был фактты Силендтың бойондороҡһоҙлоғо яҡлылары уның таныу факты итеп ҡарай.

Силенд паспорттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1997 йылда ялған силенд паспорттары менән сауҙа итеүҙе яйға һалған тармаҡлы интернациональ синдикат Интерполдың күҙ аҫтына эләгә. 150 меңдән ашыу ялған паспорт, шул иҫәптән дипломатик, водитель таныҡлыҡтары, университет дипломдары һәм башҡа ялған документтар Гонконг һәм Көнсығыш Европа граждандарына һатыла. Ялған Силенд паспорты буйынса бер нисә Европа илендә банк иҫәбен асырға һәм ҡорал һатып алырға маташыуҙар теркәлә. Енәйәтселәрҙең штаб-фатиры Германияла урынлашҡан була, эшмәкәрлек өлкәһе Испанияны, Бөйөк Британияны, Францияны, Словенияны, Румынияны һәм Рәсәйҙе солғап ала[8]. Шунан һуң Силенд хөкүмәте паспорттар сығарыуҙы туҡтатты, уларҙы ID карталар менән алмаштыра. 2017 йылда паспорттар сығарыу тергеҙелә[9].

Силенда һәм HavenCo хеҙмәттәшлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2000 йылда Силендта HavenCo фирмаһы үҙенең хостингын урынлаштыра, урынына хөкүмәт мәғлүмәт азатлығы тураһында ҡануниәттең ҡаҡшамаҫ булыуын гарантияларға йөкләмә бирә, сөнки Силендта спамдан, хакер һөжүмдәренән, өлкәндәр һәм балалар порнографияһынан тыш барыһы ла рөхсәт ителә. HavenCo суверенлы территорияла урынлашыу уны Бөйөк Британияның интернет-ҡануниәте сикләүҙәре ғәмәленән ҡотҡарыр, тип өмөтләнгәйне. HavenCo 2008 йылда үҙенең эшмәкәрлеген туҡтата[10].

2006 йылдың 23 июнендә платформала янғын сыға, уға ҡыҫҡа замыкание сәбәпсе була. Янғын бөтә ҡаралтыларҙы тиерлек юҡҡа сығара. Янғын һөҙөмтәһендә бер зыян күреүсене Бөйөк Британия дауаханаларының береһенә Британиянан ҡотҡарыу вертолеты менән килтерәләр. Дәүләт шул уҡ йылдың ноябренә яңынан тергеҙелә.

2007 йылдың ғинуарында ил хужалары уны һатырға ниәтләй. Унан һуң шунда уҡ The Pirate Bay торрент-сайты Силендты һатып алыуға аҡса йыя башлай[11]. 2009 йылдың ғинуарында Испанияның Inmo-Naranja күсемһеҙ милек агентлығы Силендты 750 миллион евроға һатыуға сығарырға ниәтләүе тураһында иғлан итә[12][13].

Силенда Хөкүмәте үҙенең рәсми сайтында 2012 йылдың йәйенән туристик сәфәрҙәр башланыуы хаҡында иғлан итә. 2012 йылдың 19 июленә ҡарата, туризм программаһы йәйгеһен эшләйәсәк, тип хәбәр ителгән ине[14].

Михаил (Майкл) I Бейтс

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999 йылдан Силендтың принц-регенты Майкл I Бейтс тора (Пэдди Рой Бейтстың улы,1952 йылда тыуған), Бөйөк Британияла йәшәүсе Силендтың сәйәси эшмәкәре. 2012 йылдың октябрендә, Пэдди Бэйс үлгәндән һуң, «Силендтың генерал-адмиралы кенәз Майкл I Бейтс» титулын мираҫ итеп алып ҡала[15].

Силенд бер нисә коммерция операцияһында, шул иҫәптән тәңкәләр, почта маркалары сығарыуҙа ҡатнаша. Шулай уҡ күпмелер ваҡыт Силендтың камуфляж паспорттарын испан төркөмө бирә. Аҡсаға Силенд гражданлығын һәм дворян титулын алырға мөмкин[1].

Силенд тәңкәләре, һулдан уңға: доллар ½, көмөш доллар һәм доллар ¼

1972 йылда Силенд нумизматик маҡсат менән тәңкәләрҙе һуға башлай:

Ҡиммәте Материал Сығарылыу йылы
¼ доллара бронза 1994
¼ доллар көмөш 1994
½ доллар баҡыр-никель иретмәһе 1994
½ доллар көмөш 1994
1 доллар бронза 1994
1 доллар көмөш 1994
2½ доллар бронза 1994
10 доллар көмөш 1972
10 доллар көмөш 1977
30 доллар көмөш 1972
100 доллар алтын 1977

1970-се йылдарҙағы тәңкәләрҙә аверста — монархтарҙың береһенең портреты, реверсында Силендың гербы төшөрөлә. 1990 йылда Йоханнес Зайгерҙың портреты төшөрөлгән көмөштә йөҙ доллар сығарыла. 1972 йылғы тәңкәләрҙә герб булмай, тулҡындар өҫтөндә елкән һүрәтләнә. Һуңыраҡ 1990 йылдарҙағы тәңкәләр аверсында — косатка һүрәте. Княгиня Иоанна һүрәте төшөрөлгән егерме долларлыҡ (көмөш, 1975 йыл). 1977 йылғы 10 доллар ике төрҙә сығарыла: принц Рой төшөрөлгән 2000 дана һәм нягиня Иоанна төшөрөлгән 2000 дана.

[[Файл:Sealandstamps.jpg|thumb|300px|Силендтың почта маркаһы, 1970 йыл Бөйөк диңгеҙҙә йөҙөүселәрҙең портреттары менән Силендтың тәүге маркалары 1968 йылда сығарыла. Рой I Бөтә донъя почта союзына инергә ниәтләнгән була. Бының өсөн ул 1969 йылдың октябрендә Брюссель ҡалаһына 980 хаттан торған почта йөгө менән үҙенең эмиссарын ебәрә.

Силендта 2006 йылдың 15 авгусында нигеҙ һалынған Силенд Англик сиркәүе эшләй[16]. Силенд территорияһында митрополит идара иткән[16]. изге Брендан хөрмәтенә часовня төҙөлгән[12][17].

Силендта төрлө спорт төрҙәре, мәҫәлән, мини-гольф менән шөғөлләнгән кешеләр бар. Шулай уҡ Силенд футбол буйынса үҙенең йыйылмаһын танылмаған йыйылмалар иҫәбендә теркәй[18].

  1. 1,0 1,1 Таинственный остров. Пиратское княжество Силенд отпраздновало 50-летие. Дата обращения: 9 октябрь 2017. Архивировано 20 февраль 2019 года.
  2. All Hail Sealand 2018 йыл 1 июль архивланған.. The New York Times
  3. Идеальный офшор. Архивировано 21 сентябрь 2013 года.. Компьютерра
  4. Князь морской платформы. Дата обращения: 2 сентябрь 2017. Архивировано 30 май 2016 года.
  5. Журнал "Международные процессы". www.intertrends.ru. Дата обращения: 2 сентябрь 2017. Архивировано из оригинала 9 октябрь 2016 года. 2016 йыл 9 октябрь архивланған.
  6. 6,0 6,1 Продам государство, быстро, дешево. Вокруг Света. www.vokrugsveta.ru. Дата обращения: 2 сентябрь 2017. Архивировано 8 август 2017 года.
  7. Radio Essex. The Radio Forts. www.offshoreechos.com. Дата обращения: 2 сентябрь 2017. Архивировано из оригинала 17 сентябрь 2014 года. 2014 йыл 17 сентябрь архивланған.
  8. Money Laundering: Global fraudsters use sea fortress as passport to (ингл.). The Independent (23 сентябрь 1997). Дата обращения: 4 декабрь 2017. Архивировано 13 февраль 2020 года.
  9. Sealand Citizenship (ингл.). www.sealandgov.org. Дата обращения: 4 декабрь 2017. Архивировано из оригинала 5 декабрь 2017 года. 2017 йыл 5 декабрь архивланған.
  10. Сам себе король, сам себе страна 2016 йыл 11 апрель архивланған., Павел Овчинников, «ZONAKZ», 29 апреля 2009 г.
  11. Piratebay's sovereign ambitions blasted. The Register (17 Jan 2007 at 19:19). Дата обращения: 2 сентябрь 2017. Архивировано 2 сентябрь 2017 года.
  12. 12,0 12,1 По соседству с Англией продается государство. Би-би-си. newsvote.bbc.co.uk. Дата обращения: 2 сентябрь 2017. Архивировано из оригинала 11 декабрь 2017 года. 2017 йыл 11 декабрь архивланған.
  13. Испанцы продают страну. Чужую. vz.ru. Дата обращения: 2 сентябрь 2017. Архивировано 3 сентябрь 2017 года.
  14. Sealand - Become a Lord, Lady, Baron or Baroness (ингл.). www.sealandgov.org. Дата обращения: 2 сентябрь 2017. Архивировано из оригинала 4 июнь 2016 года. 2016 йыл 4 июнь архивланған.
  15. Self-declared prince of sovereign principality of Sealand dies aged 91 (ингл.). The Guardian (10 октябрь 2012). Дата обращения: 2 сентябрь 2017. Архивировано 5 март 2016 года.
  16. 16,0 16,1 Иерархия церквей. Англиканское независимое сообщество. www.hierarchy.religare.ru. Дата обращения: 2 сентябрь 2017. Архивировано 30 октябрь 2017 года.
  17. Часовня на Силенде. Фарисеевка (19 липень 2012). Дата обращения: 2 сентябрь 2017. Архивировано 8 июль 2017 года.
  18. Football Associations Members of the N.F.-Board. N.F.-Board. Дата обращения: 2 сентябрь 2017. Архивировано 15 июнь 2016 года.