Смаҡ
Смаҡ | |
Смаҡ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Арыҫлан ауыл Советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Арыҫлан ауыл Советы, Мәләүез районы һәм Стәрлетамаҡ өйәҙе |
Халыҡ һаны |
444 кеше (2010)[2], 478 кеше (2002)[3], 555 кеше (2009)[3] |
Почта индексы | 453875 |
Смаҡ (рус. Смаково) — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 444 кеше була[4]. Почта индексы — 453875, ОКАТО коды — 80241815001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 444 | 220 | 224 | 49,5 | 50,5 |
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (95 %) йәшәй[5].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Смаҡ ауылы XVIII быуаттың 40-сы йылдарында барлыҡҡа килгән. Ул Моғотовҡа (1757 йыл) аҫаба ерҙәрен һатыуҙа ҡатнашҡан улустың абруйлы кешеһенең исемен йөрөтә. Нуғай даруғаһының башҡа аҫабалары менән бер рәттән Смаҡ Ҡасаев 1763 йылда Ырымбур губернаторы Д. В. Волковҡа башҡорт ауыл хужалығын киңәйтеү шарттары тураһында хат менән мөрәжәғәт итә (Асфандияров А. 3. Участие башкир в войнах и походах России в период кантонного управления 1798—1865 гг. // Из истории феодализма и капитализма в Башкирии. Уфа, 1971.). Смаҡтың улдарының береһе Әзебай (1773—1839) зәүрәт-сотник булып хеҙмәт иткән. Уның улдары Әйүп (улы Ҡотлоюл), Абдүлмәннән, Әбдүлвәхит була.
V ревизия мәғлүмәттәре буйынса Смаҡ ауылында 208 кеше йәшәгән 29 йорт күрһәтелгән. VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны 152 кешегә тиклем кәмегән. Был халыҡтың бер өлөшөнөң икенсе Тамъян ауылдарына, айырыуса, яңынан барлыҡҡа килгән ауылдарға (Исламғол) күсеүе менән аңлатыла. 1859 йылда 213 кеше йәшәгән 33 йорт булған. 1920 йылда халыҡ һаны арта — 69 йортта 257 кеше иҫәпләнгән.
1842 йылда 152 кешегә 200 бот көҙгө ашлыҡ, 464 бот яҙғы иген; ауылда 238 йылҡы малы, 448 эре мөгөҙлө мал, 461 һарыҡ, 25 баш кәзә һәм 25 умарта булған[6].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре[7]:
- Денис Бүләков урамы (рус. улица Дениса Булякова)
- Көнбайыш урамы (рус. улица Западная)
- Һул яр буйы урамы (рус. улица Левонабережная)
- Миниәхмәт Йомағолов урамы (рус. улица Миниахмета Юмагулова)
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
- Яңы урам (рус. улица Новая)
- Ялан урамы (рус. улица Полевая)
- Уң яр буйы урамы (рус. улица Правонабережная)
- Смаҡ Ҡасаев урамы (рус. улица Смака Касаева)
- Тамъян урамы (рус. улица Тамьянская)
- Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
- Мәктәп тыҡрығы (рус. переулок Школьный)
- Юрий Гагарин исемендәге урам (рус. улица им. Ю.Гагарина)
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы (1885 — ?) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе.
- Тәнзилә Үҙәнбаева (2.01.1953), йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2004), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1994) артисы.
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вручение премии им. Д. Булякова Вручение премии имени Д. Булякова
- Лагерь «Йәйләү» в д. Смаково Лагерь в Смаково
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәләүез районы биләмәһендә йәшәүсе тамъян, ҡыпсаҡ һәм юрматы башҡорт ырыуҙары хөрмәтенә төҙөлгән стела
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ http://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw
- ↑ 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 66 2022 йыл 29 март архивланған.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Смаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2019)
- Смаково (Береговка, Тамьян) на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2019)