Сумарокова Татьяна Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сумарокова Татьяна Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 16 сентябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 28 май 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Икенсе донъя һуғышының Көнсығыш-Европа театры[d] һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d] һәм Авиация
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сумарокова Татьяна Николаевна (16 сентябрь 1922(19220916)28 май 1997) — 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының экипаж штурманы, эскадрилья штурманы, Рәсәй Федерацияһы Геройы, гвардия лейтенанты.

Иртә йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Татьяна Николаевна Сумарокова 1922 йылдың 16 сентябрендә Мәскәүҙә хәрби хеҙмәткәр Николай Сумароков ғаиләһендә тыуған.

1940 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң Н.И. Пирогов исемендәге 2-се Мәскәү Медицина институтына уҡырға инә. Һуғыш башланғас, 1941 йылда үҙ ирке менән Ҡыҙыл Армия сафына инә.

Бөйөк Ватан һуғышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш башында Татьянаның атаһы фронтҡа китә. Шулай уҡ ул үҙе лә күп тапҡыр фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, ғариза менән мөрәжәғәт итә, ләкин ғаризаһын кире ҡағалар. Мәскәү эргәһендәге оборона ҡоролмаларын төҙөүҙә ҡатнаша.

1941 йылдың 13 октябрендә Татьяна курсташы Хиуаз Доспанова менән бергә ҡатын-ҡыҙҙар авиаполкын ойоштороусы М.М. Расковаға ҡабул итеүгә яҙыла. Ҡыҙҙарҙы алалар һәм штурмандар төркөмөнә теркәйҙәр.

1941 йылдың 26 октябрендә буласаҡ осоусылар Энгельс ҡалаһына полк ойошторола торған урынға килә. Унда улар Энгельс хәрби авиация мәктәбендә тиҙләтелгән уҡыу курстары үтә.

1942 йылдың 23 майында Татаьяна Сумарокова 588-се авиаполк составында фронтҡа оса. 27 майҙа полк тәғәйенләнгән урынға килә. Дислокация урыны «Таусы хеҙмәте» совхозы була. Алыҫ түгел Көньяҡ фронттың һыҙығы урынлаша.

1942 йылдың сентябрендә Татьяна Николаевна Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим ителә.

Осоштарының яртыһынан күбергән Татьяна Мария Смирнова экипажында үткәрә. Осоусы һәм штурман ныҡ дуҫалаша.

Татьяна Сумарокова Төньяҡ Кавказды обороналауҙа, Кубангә һөжүм итеүҙә, Новороссийск -Таман һөжүм операцияларында ҡатнаша. 1943 йылдың ноябрь — декабрь айҙарында башҡа осоусы ҡыҙҙар менән көҙгө өҙлөкһөҙ шторм һәм дошмандың ҡаршы тороуы Ҡырымдың Эльтинген плацдармындағы десантсыларҙы боеприпастар менән тәьмин итә.

Яъы йыл төнөндә Сумарокова—Тихомирова экипажы, Керчь ҡалаһынан алыҫ булмаған ерҙә задание үтәп, зенит уты аҫтына эләгә. Самолет туранан-тура утҡа эләгә. Тихомирова ялҡынды һалмаҡ ҡына осоп барып һүндереүгә өлгәшә, әммә машина бейеклекте юғалтыуын дауам итә. Диңгеҙ китең юлы ҡала. Бәхеткә күрә, осоу уңышлы тамамлана: ҡыҙҙар Чушка морононоң көнсығыш ситенә тиклем барып етә һәм үҙенең ғәскәрҙәре урынлашҡан ергә төшә. Сумарокова Ҡырым, Белоруссия, Балтик буйы илдәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Күп тапҡыр аэродромға ныҡ зыян килгән самолетын алып килә, ике тапҡыр мәжбүри ултырыуға дусар була. Осоусының иҫәбендә 809 хәрби осош. Иң һуңғыһы 1945 йылдың 5 майында була.

Хәрби характеристиканан: «Эскадрилья штурманы гвардия лейтенанты Сумарокова Татьяна Николаевна полкта ойошторолоуынан алып. Ябай штурмандан алып эскадрилья штурманына тиклем күтәрелә. Көндөҙ ҙә һәм төндә лә ҡатмарлы метеошарттарҙа самолет менән бик яҡшы идара итә. Хәрби осоштары ваҡытында дошман станында 131 янғын, 158 көслө шартлау була, боеприпастар менән келәт, ике келәт яғыулыҡ менән юҡ ителә. Өс артиллерия батареяһы утын баҫтыра, дошмандың 2 кисеүе, яғыулыҡ һәм юоеприпастар менән 6 машинаюө ителә. Хәрби эштәренең эффектлығы иҫәпкә алынған ғынаһы, әммә бик үк тулы булмаған мәғлүмәттәр буйынса күрһәтелгән.

Иптәш Сумарокова тәжрибәле штурман булараҡ 8 йәш штурман әҙерләй. Ул хәрби эштең ҙур тәжрибәһенә эйә һәм үҙ тәжрибәһен оҫта итеп буйһоноусыларына тапшырыа.

Гвардия авиаполкы командиры подполковник Бершанская».

1945 йылда Сумарокова Татьянаға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Әммә наградалары һәм документтары юғала, улар батырҙы ярты быуат үткәс кенә таба.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуң тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш тамамланғандан һуң Татьяна Сумарокова-запаста. Мәскәү полиграфия институтында уҡый. Редакция-нәшриәт факультетын тамамлай. Полкташы Раиса Аронова кеүек СССР Журналистары союзына ҡабул ителә. Татьяна Николаевна оҙаҡ ваҡыт матбуғатта эшләй. Ун биш йыл «Физкультура и спорт» нәшриәтендә һәм «Советский патриот» гәзитендә, һуңынан «Знание» нәшриәтендә эшләй. Шулай уҡ «Прогресс» нәшриәтендә өлкән ғилми мөхәррир булып эшләй

1988 йылда Сумарокованың осоусы әхирәте Катя Рябова һәм уның ире Григорий Сивков тураһында «Пролети надо мной после боя» китабы баҫылып сыға.

Йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша. Йыш ҡына йәштәр алдында сығыш яһай. «Португалия — СССР» йәмғиәте идараһына инә.

Кейәүҙә була. Татьяна Николаевнаның Александр исемле улы үҫә.

1997 йылдың 28 майында вафат була. Мәскәүҙы Кунцево зыяратында ерләнә

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сумарокова Татьяна Николаевна. «Герои страны» сайты.