Сычёв Алексей Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сычёв Алексей Яковлевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 5 (18) октябрь 1902
Тыуған урыны Верхнемарково[d], Киренский уезд[d], Иркутск өлкәһе[d], Иркутск генерал-губернаторлығы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 июль 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Ҡурған, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Көньяҡ Урал дәүләт университеты
Уҡыу йорто Иркутск дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Хәрби звание подполковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
Көньяҡ Урал дәүләт университетында мәрмәр бюст
Файл:Сычёв Алексей Яковлевич.png
Сычев Алексей Яковлевич

Сычев Алексей Яковлевич (5 (18) октябрь 1902 йыл12 июль 1976 йыл) — СССР ғалимы, педагог, хәрби эшмәкәр. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор. 1951―1962 йылдарҙа Силәбе политехник институты ректоры, 1965―1970 йылдарҙа Ҡурған машиналар эшләү институты ректоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, подполковник.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алексей Яковлевич Сычев 1902 йылдың 5 (18) октябрендә Иркутск губернаһы Киренск өйәҙенең Верхнемарково ауылында тыуа (хәҙер ҡасаба, Иркутск өлкәһе Усть-Кут районы Верхнемарково ауылы биләмәһенең административ үҙәге[1][2].

1919—1920 йылдарҙа Киренск педагогия техникумына уҡырға инә.

1920—1924 йылдарҙа Ҡыҙыл армияла хеҙмәт итә. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.[3]

1921 йылда РКП(б)-ға инә, 1925 йылда партия ВКП(б) тип үҙгәртелә. 1952 йылда КПСС партияһы тип атала.

1920 йылда комсосмолдың өйәҙ комитеты рәйесе, ВЧК вәкиле була.

1926 йылда Новосибирскиҙа сик һәм полк хеҙмәте политругы була[4].

1930 йылда Иркутск дәүләт университетының иҡтисад факультетының сәнәғәт бүлеген тамамлай. Кочкарь (Кочкарь ауылы, хәҙер Силәбе өлкәһе) алтын сәнәғәте тресының план-производство бүлеге начальнигы итеп ебәрелә

1930 йылда Свердловск ҡалаһына күсә: Свердловск ВКП(б) өлкә комитеты инструкторы, иҡтисадсы. 1932 йылдан — Урал төҫлө металдар институтының инженер -иҡтисад факультеты деканы, 1934 йылдан — Урал индустриаль институты деканы[5]; 1934 йылдан алып — Урал индустриаль институтның социалистик сәнәғәт иҡтисады кафедраһы мөдире. 1938 йылда «Эффективность технической реконструкции медной металлургии Урала» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[4].

ВКП(б) Үҙәк комитеты ҡарары буйынса 1941 йылдың майында ҡабаттан армияла. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 24-се, 28-се һәм 65-се армиялар составында Көньяҡ-Көнбайыш, Дон, Сталинград һәм Үҙәк фронттарҙа һуғыша. 65-се армияның сәйәсәт бүлек буйынса тылдағы етәксе урынбаҫары, подполковник[6]. 2 тапҡыр еңел яралана һәм контузия ала. 1945—1946 йылдарҙа — Берлинда совет оккупацияһы зонаһы интенданты, Варшавала сәйәси бүлек буйынса хәрби комендант урынбаҫары (Польшала СССР-ҙың хәрби миссияһы). 1946 йылдың 8 февралендә демобилизациялана.

Һуғыш тамамланғандан һуң педагогия эштән ҡайта. 1946—1951 йылдарҙа — С. М. Киров исемендәге Урал индустриаль институты доценты, 1948 йылдан — С. М.Киров исемендәге Урал политехник институтыдоценты; институттың партия комитеты секретары була.

1948 йылда СССР фәндәр академияһының Иҡтисад институты ҡарамағында докторантураға уҡырға инә

1951—1963 йылдарҙа Силәбелә эшләй. Силәбе политехник институтының ойоштороусыларының береһе; 1962 йылдың 31 июленән 1951 йылдың 16 авгусына тиклем — юғары уҡыу йорто ректоры. 1951 йылдың 31 авгусынан 1962 йылдың 27 сентябренә тиклем сәнәғәт иҡтисадын һәм производство ойошмаһы кафедраһын етәкләй. Инженер-иҡтисад белеменең Урал фәнни мәктәбен төҙөүҙә ҡатнаша[5].

1951 йылдың 2 октябрендә СССР Фәндәр академияһының Металлургия институты советында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1952 йылдың ноябрендә уға профессор исеме бирелә. Аспирантураның ғилми етәксеһе була. 1953 йылдың июлендә Мәскәүҙә Урал автомобиль заводының киске факупьтетын ойоштороу етәксеһе була.

1965―1970 йылдарҙа Ҡурған машиналар эшләү институты ректоры[7].

Фәнни эшмәкәрлеге металлургияла иҡтисад проблемаларын хәл итеүгә арналған. Производствола планлаштырыу һәм идара итеү алымдарын, уның һөҙөмтәлелеген баһалауҙы эшләй. 100-ҙән ашыу ғилми баҫма, шул иҫәптән юғары уҡыу йорттары өсөн 2 дәреслек, 2 монография авторы. Иҡтисад фәндәре докторы (1952, диссертацияны СССР ФА яҡлай[4][8]), профессор (1952)[5].


Силәбе КПСС өлкә комитетының Пленум ағзаһы итеп һайлана, КПСС-тың XXII съезы делегаты

Сычев Алексей Яковлевич 1976 йылдың 12 июлендә Ҡурған ҡалаһында вафат була. Ҡурған өлкәһе Ҡурған ҡалаһының Яңы Рябково зыяратында ерләнә[9].

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Профессорҙың мәрмәр бюсы Көньяҡ Урал дәүләт университетының төп корпусында ҡуйылған, уның исеме менән Көньяҡ Урал дәүләт университетының 401-се аудиторияһы аталған һәм исемле йыл һайын премия булдырылған.[14]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Лица Зауралья. СЫЧЁВ Алексей Яковлевич.(недоступная ссылка)
  2. Челябинский политехнический институт в судьбе профессора А.Я. Сычева.
  3. [chel-portal.ru/enc/Sychyov_Aleksey_Yakovlevich Сычёв Алексей Яковлевич]. chel-portal.ru. Дата обращения: 28 марта 2018.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 A.B. Бармин. ВЕХИ ЖИЗНЕННОГО ПУТИ ПРОФЕССОРА AJL СЫЧЕВА (К 100-ЛЕТИЮ СО ДНЯ РОЖДЕНИЯ).
  5. 5,0 5,1 5,2 [chel-portal.ru/enc/Sychyov_Aleksey_Yakovlevich Сычёв Алексей Яковлевич]. chel-portal.ru. Дата обращения: 28 март 2018.
  6. Сычев Алексей Яковлевич, :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 28 март 2018.
  7. Кафедра экономики и управления на металлургических предприятиях ВШЭМ - УрФУ. old-gsem.urfu.ru. Дата обращения: 28 март 2018.
  8. Энциклопедия "Челябинск". www.book-chel.ru. Дата обращения: 28 март 2018.
  9. Сычёв Алексей Яковлевич
  10. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  11. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  12. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  13. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  14. Научная библиотека ЮУрГУ. lib.susu.ru. Дата обращения: 28 марта 2018.