Туң (мәғәнәләр)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Туң (мәғәнәләр)

Туң һүҙе ошондай мәғәнәләрҙә ҡулланыла:

  • Туң -һыуыҡтан ҡатҡан: туң ер, туң иҙән, туң ит, туң еләк
  • Туң - яғымһыҙ, кешегә ҡаты, йылы хисе булмаған әҙәм
  • Туң - аңрараҡ, аңлауы самалы кеше
  • Туң - һыуытып, аяҡ аҫты боҙланған мәл

Һүҙбәйләнештәр, "туң" һүҙенән яһалған исемдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Туңғатар - (рус. Тунгатарово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл.
  • Туңдырма - туңдырып яһалған татлы ризыҡ.
  • Туңғаҡ - һыуытып, аяҡ аҫты туңған мәл
  • Туңлыҡ - тупраҡтың туң хәле. Ер шарындағы меңәр йылдар буйы тупрағы 0 °C-тан күтәрелмәгән урындар рус. вечная мерзлота .
  • Туңғаҙаҡ - әҙ генә туңған
  • Ҡара туңғаҡ - ҡар яумайса туңған тупраҡ
  • Туңға һөрөү - көҙөн ерҙе яҙғы культуралар өсөн һөрөп ҡалдырыу

Әйтемдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Алты ай ҡыштың алты туңы була
  • Байҙың ете тун, ярлының ите туң
  • Ерҙең туңы йылыға ирей, күңел туңы йырға ирей

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 411-се бит



  Хаҡ (мәғәнәләр)