Унитар дәүләт
Уҡыу көйләүҙәре
Унитар дәүләт (лат. unitas «берҙәмлек») — дәүләт ҡоролошо формаһы, уның составында суверенитет элементтары булған бер ниндәй ҙә дәүләт формированиелары юҡ, ә уны үҙ эсенә алған административ-территориаль берәмектәр (өлкәләр, территориялар, округтар, провинциялар һ. б.) берҙәм үҙәк власть органдарына буйһона.
Унитар дәүләт территорияһында, ҡағиҙә булараҡ, берҙәм конституция һәм берҙәм закондар сығарыу, суд, аҡса-кредит һәм һалым системалары бар[1][2]. Донъяның күпселек дәүләттәре унитар дәүләт ҡоролошо формаһына эйә.
Унитар дәүләттәрҙең типологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙәкләштереү нигеҙендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Унитар дәүләттәр араһында үҙәкләштереү нигеҙендә түбәндәге дәүләт төрҙәре бүленә:
- Үҙәкләштерелмәгән унитар дәүләттәр, төбәк органдары үҙәк органдарҙан бойондороҡһоҙ рәүештә ойошторола: Бөйөк Британия, Яңы Зеландия, Япония, Индонезия, Испания, Италия һәм башҡалар
- Үҙәкләштерелгән унитар дәүләттәр, уларҙа төбәк органдарын үҙәктән тәғәйенләнгән чиновниктар етәкләй: Нидерланд, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡалар.
- Сағыштырмаса үҙәкләштерелмәгән унитар дәүләттәр, урындағы үҙидаралыҡ менән үҙәкләштерелгән дәүләт идаралығын берләштереп, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенә үҙәк административ контролдә тота[3].
Автономия нигеҙендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Унитар дәүләттәр составына автономиялар булыуы менән дә бүленә.:
- Ябай унитар дәүләттәр, ҙур булмаған майҙаны арҡаһында административ-территориаль бүленеше бөтөнләй булмай (мәҫәлән, Мальта, Бахрейн, Монако, Науру), йә эквивалентлы административ-территориаль берәмектәргә (мәҫәлән, Алжир, Колумбия, Франция, Польша) бүленә. Шул уҡ ваҡытта административ-территориаль бүленеш ике, өс, хатта дүрт кимәлле булыуы мөмкин[4][3].
- Бер йәки бер нисә автономлы ҡатмарлы унитар дәүләттәр (йәғни Әзербайжандағы Нахичеван автономиялы Республикаһы; Дания сиктәрендә Фарер утрауҙары һәм Гренландия; Испания; Ҡытай автономиялы өлкәләре) үҙ дәүләтселегенең ҡайһы бер атрибуттарына эйә[4][3].
- Милли-территориаль автономия — милли әһәмиәткә эйә булған мәсьәләләрҙең бер өлөшөн үҙ аллы хәл итеү хоҡуғы бирелгән тарихи, географик йә башҡа үҙенсәлектәр арҡаһында барлыҡҡа килгән милләттең компактлы йәшәү урынында унитар дәүләттең билдәле бер өлөшө. Мәҫәлән, юғары власть органдарын булдырыу, үҙ закондар сығарыу акттарын ҡабул итеү, дәүләт теле менән тиң нигеҙҙә милли тел индереү мөмкинлеге (Дания, Әзербайжан, Франция, Ҡытай).
- Экстерриториаль автономия — милли әһәмиәткә эйә булған ҡайһы бер мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итеү хоҡуғы этник аҙсылыҡтарға бирелә (мәҫәлән, Словенияла был хоҡуҡ менән итальян һәм венгр әҙселектәре, Төньяҡ Македонияла — албандар файҙалана).
- Ҡайһы бер ғалимдар төбәк (региональ) дәүләттәрен (Испания, Италия, Шри-Ланка, Папуа — Яңы Гвинея) айырым айыра, сөнки улар тулыһынса автономиялы субъекттарҙан тора һәм ғәмәлдә федерацияға әүерелгән тип билдәләй[5][6].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Теория государства и права. 3-е издание. Учебник // Под ред. Мартышина О. В. — 2016
- ↑ Теория государства и права. Шпаргалки. — 2017
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Ошибка: не задан параметр
|заглавие=
в шаблоне {{публикация}} // Ошибка: не задан параметр|издание=
в шаблоне {{публикация}}. - ↑ 4,0 4,1 Большой юридический словарь: Унитаризм . Судебная система Северозападного Федерального округа Российской Федерации. Дата обращения: 9 июль 2018.
- ↑ Регионалистское государство . Закон сегодня. Дата обращения: 9 июль 2018. 2018 йыл 16 июль архивланған.
- ↑ Ошибка: не задан параметр
|заглавие=
в шаблоне {{публикация}} // Ошибка: не задан параметр|издание=
в шаблоне {{публикация}}.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пьянов, Н. А. Формы государства // Консультации по теории государства и права. — Сибирский Юридический Вестник. — 2002. — № 4. — С. 3—8.
- Касаткина, Н. А. Понятие унитарного государства в теории государства и права // Гуманитарные и социальные науки. — 2015. — № 1. — С. 206—212.