Фаруҡ
Фаруҡ |
Фаруҡ — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фаруҡ (Фәрүҡ) исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, яҡшыны, яманды айыра белеүсе тигән мәғәнәгә эйә[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фаруҡ I (ғәр. فاروق الأول 11 февраль 1920 йыл — 18 март 1965 йыл) — 1936—1952 йылдарҙа Мысыр һәм Судан короле. Фаруҡ Мөхәммәт Али династияһына ҡараған һәм атаһы король Әхмәт Фуад I үлгәндән һуң тәхеткә ултыра. 1952 йылғы Июль революцияһы һөҙөмтәһендә ҡолатыла, Фаруҡ тәхеттән баш тартҡандан һуң, улы Әхмәт Фуад II, вариҫы сифатында, тәхеткә ултыра.
Ғүмәр ибн әл-Хәттаб (ғәр. أبو حفص عمر بن الخطاب العدوي القرشي; 3 ноябрь 644 йыл) — икенсе хәлифә (634—644), күренекле дәүләт эшмәкәре. Шулай уҡ Ғүмәр ибн әл Хәттаб әл Фаруҡ (ғәр. عمر ابن الخطاب) һәм Ғүмәр I исемдәре менән билдәле.
Фаруҡ мырҙа (1526 йыл — 1527 йыл) — Һиндостан һәм Афғанстан хакимы, юлбашсы, Бөйөк Моголдар империяһына нигеҙ һалыусы (1526), шағир һәм яҙыусы Бабурҙың улы, шаһзада.
Ғатауллин Фәрүҡ Зәйнулла улы — Башҡортостан Республикаһындың Баймаҡ районындағы Ниғәмәт ауылының абруйлы кешеһе, БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |